Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2021, 20:16

Сибәр алиһә

Шат ҡояшлы аяҙ күк йөҙөн ҡапыл болот ҡаплаһа, күңелгә болоҡһоу булып китә. Яҡтылыҡ, йылылыҡ етмәүҙән бар тәбиғәт дер ҡалтыранған төҫлө тойола миңә шул саҡта. Беҙҙең дә тормошобоҙ күген ҡара болот ҡапланы көтмәгәндә. Ривал ағайым аварияға осраны... 

Сибәр алиһә
Сибәр алиһә

- Килен төшә! Килен!
- Хәйерлегә булһын инде. Мәрхәмәтен күрегеҙ.
- Бынауы йәштәргә һоҡланып та туйғыһыҙ.
- Ҡотло булһын туйығыҙ!
Бөгөн беҙҙең урамда ла байрам. Һәр кемдең йөҙөндә әйтеп бөткөһөҙ шатлыҡ нуры. Ҡартәсәйемсе, ҡартәсәйем, йәш ҡыҙмы ни, елдереп йөрөй: ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын һыйлай, теттереп бейеп тә ала, уның араһында таҡмаҡлап та ебәрә. Үҙен танырлыҡ түгел. Әсәйем һөйләүенсә, ҡартатайым мәрхүм булғаны бирле уның шулай ихлас күңел асҡаны юҡ. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул: ҡартәсәйем иң кесе улын, Ривал ағайымды, өйләндерә бит. Ағайым да шатлыҡ тауының иң түрендә: ауыҙын йырған да йыйып ала алмай. Кәләшенә һөйөп кенә ҡарай, хәленән килһә, ҡулынан да төшөрмәҫ ине, аллаһи-валлаһи.
Уйын-көлкө дауам итә. Ә мин, бәләкәй генә ҡыҙыҡай, ситтән генә кәнфит һура-һура еңгәйемде күҙәтәм. Үҙемсә хыялланып та алам: их, ҡасан ғына мин дә шулай һылыу булып үҫәм дә ап-аҡ күлдәк кейеп кейәүгә сығам инде. Уның араһында йәш еңгәкәйҙән бүләк алырға килгән ыбыр-сыбыр бала-сағаларға еңгәйем биргән йөҙөктө күрһәтеп маҡтанып та алам. Уларға барыбер ундай затлы бүләк эләкмәй бит.
Еңгәйемә һыу юлын башлап мин күрһәттем. Төбөнә ялтыр-йолтор кәнфиттәр һалынған сәскәле күнәктәрҙе көйәнтәләп урам буйлап ғорур атлап бара. Әйҙә күреп көнләшһендәр, шундай сибәр, яғымлы килендәр ауылға көн дә төшмәй әле, әсәйем ағайымдың туйына тип алып биргән күлдәгем дә күҙҙең яуын алырлыҡ.
Ривал ағайым менән Сибәр еңгәйемә көнләшеп тә, һоҡланып та ҡарамаған кеше ҡалмағандыр ул. Күрше Мәхтимә әбейҙең ҡартәсәйемә инеп:
- Улың менән киленең бер-береһенә бигерәк тап килгәндәр. Күҙ теймәһен инде берүк. Киленең һуң, киленең, матурлыҡ алиһәһенең үҙе бит! - тип һөйләнеп ултырғанын ҡолағымдың сите менән генә ишетеп ҡалғайным.
Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле ағайым күп ҡыҙҙарҙың төн йоҡоларын алған егет бит ул. Ә Сибәр еңгәйем – уҡытыусы – ауылда иң абруйлы кеше. Осло тағалы туфли-итектәрен, буй-һынына һылашып торған костюм-күлдәктәрен кейеп, сәсен төйөп тып-тып баҫып урам буйлап үтеп китһә, барыһы ла “ах” итерлек. Ғүмер буйы һыйырҙар араһында йөрөп, тиҙәк еҫенән тамам биҙеп бөткән һауынсы ҡатындар көрһөнөп үк ҡуя:
- Бына ҡайҙа ул бәхет, егеттең ниндәйерәген эләктергән бит әле. Эше лә тыңлауһыҙ һыйырҙарҙың ҡаты имсәген тартып йөрөү түгел. Ҡәйнәһе лә беҙҙеке ише ҡолаҡ итен ашамай.
Ҡайһы бер көнсөлөрәк ғәйбәтсе ҡатындар үҙҙәренсә һығымта яһай:
- Бер кешегә шул тиклем бәхет тәтемәй ул. Донъя бер алдын, бер артын күрһәтә. Һин аның атлап йөрөштәрен ҡара һуң, осаларын ҡалай уйната. Берәй йүнһе, елбәҙәктер күп булһа. Хе… Биткә ул тиклем кәсмитикә тейәһәк, беҙ ҙә унан бер ҙә кәм түгел…
Нәҙекәйбил булмаһа ла, Сибәр еңгәйем тулы кәүҙәһен зифа, матур итеп күрһәтә белә шул. Көҙгө эргәһендә оҙаҡ ҡына бөтөрөлә, мин дә уның эргәһендә ураланам. Еңгәйемдең илерткес хушбуйынан, янып торған ирен буяғысынан, инлек, күләгә кеүек әйберҙәренән миңә лә өлөш тейһә, үҙемде уның кеүек матурлыҡ алиһәһе итеп тоям. Кәрәкмәгән әйберҙәрен Сибәр еңгәйем миңә бөтөнләйгә бүләк итә:
- Мә, бикәскәйем, ал үҙеңә. Үҫеп киләһең бит, матурлыҡ серҙәренә төшөнә башларға ваҡыт. Тиҙҙән егеттәр ҙә йонсота башлар әле үҙеңде.
Уның был һүҙҙәренән ҡыҙарып-бүртенәм дә, рәхмәтемде лә әйтергә онотам хатта.
Биҙәнеү әйберҙәре генә нимә ул, еңгәйемдең үҙе менән алып килгән китаптарының күплеген күрһәгеҙ ине. Үҙҙәре үк бер бәләкәй китапханаға торорлоҡ. Шул китаптарҙы күрһәм, бар донъям онотола. Бирелеп китеп, әсәйем менән ярышып китап уҡырға яратам мин. Сибәр еңгәйемдең дә әҙәбиәт донъяһын яратҡанын белгәс, ғәйәт шатландым.
Еңгәйемә ҡарап ҡартәсәйем дә ҡыуанып бөтә алмай. Ғәрәп хәрефтәрен таный бит ул, “Ҡөрьән”де уҡый белә. Оло кешенең дин тиһәң, иҫе китә бит инде ул.
- “Ҡөрьән” сүрәләрен ғәрәпсә уҡыған кешегә ҙур сауап була, ти, - тип һөйөнә ҡартәсәйем кеткелдәп.
Әсәйем йыш ҡына матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк, тип әйтергә ярата. Бәләкәй саҡта был һүҙҙәрҙе аңламаһам да үҫә килә айышына төшөнә башланым, шикелле. Әлеге лә баяғы еңгәйемә ҡарап һығымталар яһаным инде. Сәйер генә холоҡло ул еңгәйем, өй эштәренә лә бик ҡыҫылып бармай. Ҡартәсәйем йомшаҡ күңелле булғас, мәктәбендә көнө буйы йөрөп арый, тип килененә эш ҡушып та бармай. Бер көн шулай магазин яғына барып килергә кәрәк булғас, ҡартәсәйем Сибәр еңгәйемә ярты сәғәттән икмәкте әйләндерергә ҡушҡан да сығып киткән. Эш рәтен бик белеп бармаған еңгәйем күп уйлап тормаған, тотҡан да икмәктәрҙе ҡоймаҡ ише йөҙө менән баш түбән түңкәргән дә һалған, табаларҙың урынын алыштырып ултыртырға ғына кәрәклеген уйлап та бирмәгән.
Сәйер холоҡло тип юҡҡа ғына әйтмәйем мин еңгәйемде. Ул берҙе биш итеп, себендән фил яһап һөйләргә ярата. Аш-һыуға бик оҫталығы булмаһа ла, байрам-фәлән булғанда, әсәйем бешергән аштарҙы үҙе юҡта рецебын өйрәтә-өйрәтә мин бешерҙем, тип һөйләп ултырғанын үҙем ишеткән дә бар. Уның был ҡылығын, уҡытыусы бит, ижад кешеһе, тип эстән генә ғәфү иттем. Юҡты бар итеп йәшәйешеңде сыбарлатып күрһәтеүҙе тормоштоң бер зауығы итеп тә ҡабул итәм. Сибәр еңгәйемде
тыңлай башлаһаң, башың буталып бөтә ҡай саҡ: ылыҡтырғыс итеп һөйләп, ябай тормошто әкиәти донъяға әйләндерә ул, күбеһенсә бер хәбәрен башлай ҙа ташлай, икенсеһенә күсә. Ҡай саҡ үҙе лә буталып китә, шикелле.
Йылдар үтеү менән Сибәр еңгәйемде, бөтә сәйер ҡылыҡтары менән, нисек бар шулай ҡабул иттек инде. Мин дә ҙур үҫеп, донъяны үҙемсә аңлай, уның серҙәренә төшөнә башланым. Әммә еңгәйем минең өсөн сәйер алиһә булып ҡала килде.
***
Ривал ағайымдың эше буйынса улар ғаиләһе менән икенсе ауылға күсеп киттеләр. Шунда игеҙәктәре – улдары Динияр, ҡыҙҙары Самира тыуҙы. Балаларына еңгәйем исемде үҙе һайланы. Ағайымдың Айгөл, Салауат исемдәрен хуп күреүенә ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы:
- Бәғеркәйем, был донъяла һәр нәмә лә үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булырға тейеш. Айгөл, Салауаттар менән ер йөҙө тулы. Ә беҙҙекеләрҙең исемдәре үҙебеҙ кеүек матур ҙа, ҡолаҡҡа ла ятышлы. Ә бәлки… бер аҙ сәйерерәктер ҙә.
Ағайым һәм еңгәйем Динияр менән Самираны эйәртеп ауылға ҡайтып төшһәләр, беҙҙең өсөн оло байрам. Бигерәк тә мин, еңгәйемде һағынып көтөп алған наҙлы бикәс, шатланам.
Сибәр еңгәйемдең шул сәйерлеге бөтмәҫ инде. Ауылға ҙур юл сумкаһы менән ҡайта ул. Яңғыҙы ғына булған саҡта үҙем тегене ҡаршы сығып алам. Урам буйлап ҡайтҡанда һәр осраған кешегә туҡтап хәбәрен һөйләгән еңгәйемде көтөп ялҡып бөтәм хатта. Таҫма телләнеп тәтелдәүенә ситтән генә ҡарап торам.
- Һаумы, Мәхтимә инәй. Хәлең нисек? Мин бына Ривалһыҙ ғына ҡунаҡҡа килә ятам әле. Балалар күптән бында инде. Үткән килгәндә, ҡартәсәләренә иркәләнеп алһындар тип, ҡалдырып киткәйнем. Ҡәйнәмә әллә күпме күстәнәстәр тейәнем, һөйрәп йөрөп бил ҡалманы. Хәлдән тайҙым инде, – еңгәйем билен ыуалап, ҡулын һелккеләп, ҙур юл сумкаһына төртөп күрһәтә.
Мин, был сумкала күстәнәстәр түгел, ә еңгәйемдең матур-матур кейем-һалымдарынан алып бысраҡ керҙәренә тиклем тултырылыуын белгән кеше, ипле генә йылмайып яурындарымды һелкәм. Кешене булмағанға ышандырып ни файҙа күрәлер ошо еңгәйем! Ә инде уның ҙур сумка йөкмәп, сиғандар кеүек тейәнеп йөрөүе үҙенә оҡшай тиеүе бөтөнләй башҡа һыймай. Хәйер, бындай хәлгә мин күнегеп бөттөм инде. Еңгәйемдең һиңә тип шуны алғайным, быны алғайным, тәҙрә төбөндә тороп ҡалған, күстәнәс-фәлән булһа, ағайың ашап бөткән, тип алдап йыуатыуҙарына ла өйрәндем. Ул бит шулай ҡай саҡ, тормошон аллы-гөллө итеп күрһәтергә теләгәнлектән, аҡсаға наҡыҫыраҡ саҡтарын йәшерә. Былай йомарт ул еңгәйем, үҙенә ҡунаҡҡа барһаң, бүләктәр бирергә ярата. Мин уның ихласлығына, бала-саға кеүек аҙыраҡ бер
ҡатлылығына һоҡланам. Оҙон төндәр буйы уның һөйләгәндәрен бирелеп китеп тыңлайым, еңгәйемдең әкиәти тормошона башкөллө сумам, ҡай саҡта ышанып та ҡуям.
***
Шат ҡояшлы аяҙ күк йөҙөн ҡапыл болот ҡаплаһа, күңелгә болоҡһоу булып китә. Яҡтылыҡ, йылылыҡ етмәүҙән бар тәбиғәт дер ҡалтыранған төҫлө тойола миңә шул саҡта. Беҙҙең дә тормошобоҙ күген ҡара болот ҡапланы көтмәгәндә. Ривал ағайым аварияға осраны. Был саҡҡа инде улар, ҡартәсәйем үлгәс, кире үҙебеҙҙең ауылға ҡайтып төпләнгән инеләр. Фажиғә булған төндө Сибәр еңгәйем эске күлдәксән генә беҙгә килде, тәҙрә буйлап йөрөп, йоҡонан уятып ишекте астырҙы ла, әсәйемдең аяҡтарына килеп йығылды:
- Ривал… Ривалым машинаһы менән осҡан бит. Үлһә, ике бала менән нимә генә эшләйем инде. Ҡапыл ғына йүнле ир табыламы һуң уларҙы бағырға. Яңғыҙ ҡалһам, ғүмерлеккә етем мөһөрөн баҫалар бит… Иҫһеҙ ята ти бит. Әллә үле, әллә тере. Йә, Хоҙайым… Һуң, еңгә, ғәрип ҡалһа, ғүмеремдең ахырынаса йә сатан, йә бөкрө, йә сулаҡ иргә ҡарап ултырырмынмы икән ни?! Матур итеп йәшәп тә өлгөрмәнек бит… Балалар һуң, балалар…
Бер туҡтауһыҙ илай-илай һөйләнгән еңгәйемә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом. Эсендәге-тышында шул уның. Күңеленә килеп быуылғанын йырып ебәрергә кәрәк инде.
Әсәйем йәш апһынының арҡаһынан һаҡ ҡына һөйөп:
- Эй, килен, килен, Хоҙай Ривалдың ғүмерен бирһен инде берүк. Ғәрип булһа ла, ата ата инде, - тип ҡуйҙы. Сибәр еңгәйем уның һайын нығыраҡ үкһергә тотондо. Балалары тураһында һорашҡас ҡына, мине эйәртеп, үҙҙәренә алып ҡайтып китте.
Ни тиклем матур итеп күрһәтергә тырышмайыҡ, тормош шау әкиәттән генә тормай. Һәм унда бәрәсте - егеткә, тәлмәрйенде - һылыу ҡыҙға, ташты сәскәгә әүерелдерер тылсымдар юҡ. Авариянан һуң, аяҡ-ҡулы һау булһа ла, Ривал ағайым тома һаңғырау ҡалды. Һаулығы ҡушмағас, эшенән дә бушаттылар. Юғалып ҡалманы ул, ваҡытлыса эштәр тапты, ғаиләһен ас тотманы. Башта үкһене-үкһене лә, Сибәр еңгәйем дә уның ғәриплегенә күнде. Хәҙер ул кеше араһында арттырып һөйләһә лә, уны төҙәтеүсе юҡ, ағайым ишетмәгәс.
Ваҡыт үтеү менән ағайым күҙгә күренеп һарғайҙы: кәүҙәһенең мөһабәтлеген юғалтып, бөкрәйеп ҡалғандай булды, нәп-нәҙек шырпы бөртөгөнә оҡшата инем үҙен, тамағына аш та барманы. Фажиғәгә осрауының һөҙөмтәһе булдымы, әллә йәшләй генә һаулығы шулай ныҡ ҡаҡшанымы, Ривал ағайым ҡапыл ғына мәңгелеккә китеп барҙы.
Ялҡынлы мөхәббәт үттеме, әллә балаларса мөғжизәгә ышаныуҙанмы, бәлки, яҙмышҡа күнеүҙән, Сибәр еңгәйемдең үҙен бөтөрөп, артыҡ ҡайғырғанын күрмәнем мин. Ривал ағайым тураһында
тере кешеләй һөйләй ине, әйтерһең, ул әле һаман беҙҙең менән. Балалары аталарын таптыра башлаһа ғына болоҡһой ине еңгәйем. Ул сағында йә күктәге бер йондоҙға күрһәтер, йә ҡоштар менән ҡайта тиер ине.
Бөгөлмәне лә еңгәйем, һынманы ла. Әле һаман иҫ киткес матурлығына һоҡланып бөтә алмайым. Әллә ысынлап та әкиәттәрҙә генә була торған йәшлек һыуы бар үҙендә. Йәш егеттәрҙең һушын алырлыҡ нәзәкәтлек, ылыҡтырғыс, ымһындырғыс көс бар унда, ике бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә.
***
Сибәр еңгәйем төп серҙәшем, кәңәшсем булып ҡала килде. Инша-фәлән, реферат яҙырға кәрәкһә лә, уға йүгерәм. Бер сәбәпһеҙ ҙә уның һөйләгәндәрен оҙон көндәр буйы тыңлап ултырырға әҙермен. Бер көн еңгәйемдең буш сағын тоҫмаллап барыуыма, ул мине аҙыраҡ һуҡмыш көйө ҡаршы алды:
- Эй, бикәскәйем килгән бит. Бәғеркәйем минең, үпкәләмә инде, еңгәң эскән. Күрше ауылдан бер егеткә, диплом эше буйынса кәрәк тигәс, сценарий яҙып биргән инем, буш итмәне. Рәмилә әхирәт менән бушатып ҡуйҙыҡ. Ғәфү ит инде, йәме.
- Борсолор ер юҡ. Була торған хәл. Беләһең бит үҙеңде нисек яратҡанымды, әрләшеп тормам инде, - мин шаярып көлөп ҡуйҙым.
- Теге егет башҡа күстәнәстәр ҙә алып килгән, хәҙер икәүләшеп сәй ҙә эсеп алырбыҙ. Кәрәкһә, ана телевизорҙы ҡабыҙ, йә булмаһа яңы китаптарҙы ҡара. Үткәндә ҡалаға барғанымда һатып алғайным. Һин бит беҙҙең ученый-копченый, - еңгәйем хәбәрен теҙә-теҙә өҫтәл әҙерләй башланы. Яңы китаптарын ҡараштырып сыҡҡансы, сәй әҙер ине. Өҫтәл артына ултырғас, Сибәр еңгәйем һаҡ ҡына һүҙ башланы:
- Гөлназ, һиңә бер боевой задание бар. Баш тартмаҫһыңмы?
- Һин тигәндә, мин ерҙә. Әйтеп ҡара, үтәйәсәгемә һүҙ бирәм.
- Мин шикләнмәгәйнем. Бөгөн беҙгә ҡуна кил әле. Балаларға күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк. Мин өйҙә булмаҫмын ул, йә һуң ҡайтырмын.
- Һе… Бынан кискә ҡайҙа китеп бараһың һуң?
- Бар инде шунда. Тик ата-әсәйеңә бер ни әйтмә. Серләшеп ятҡым килә тиң дә ҡуй, - еңгәйем ҡулын һелтәп, күҙен ҡыҫып ҡуйҙы.
- Ҡайҙа бараһың? Дөрөҫөн әйт, әтеү килмәйем, - күңелемде ҡыҙыҡһыныу ҡорто кимергәнлектән, серҙе асмайынса тынсыманым.
- Эй, ошоно… әйтәм инде. Үрге остағы Миңлебай менән осрашам бит йәшерен генә. Бөгөн, йылға буйына төшөп, романтик кис ойошторорға булдыҡ.
- Йәнгә тейгән йөҙәткес серәкәйҙәр үҙе бер романтика, - мин шаяртып ултырған ерҙән ҡапыл етдиләндем. – Һуң уның ҡатыны бар ҙа.
- Жена – не стена. Булһа һуң. Ул ҡарт ишәген санаторийға оҙатты бөгөн.
Уртлаған сәйемде саҡ йотоп ебәрҙем дә, еңгәйемә ҡарап ҡаттым. Ошо минутта ул миңә кеше бәхетенә ҡул һуҙған әкиәттәге Мәскәй әбей кеүек күренде. Юҡ, яңылышам, ул йәмһеҙ бит. Ә Сибәр еңгәйемдең күҙҙәре йәм таратып балҡып тора, ә йөҙөнән йәшлек нуры бөркөлә. Дөрөҫөрәге, Ҡар батшабикәһе – һылыу, һалҡын ҡатын. Үҙ донъяһын үҙенсә ҡорғоһо, матур иткеһе килә, боҙ һалҡынлығы бәрһә лә, арбағыс көскә эйә ул.
Ҡарашымды тойопмо, йөрәге әрнеүҙәнме, еңгәйем көрһөнөп ҡуйҙы:
- Яңғыҙлыҡ баҫа бит, ялҡытты. Сибәрлекте лә юғалтҡы килмәй. Күҙгә күренеп һулыйыммы инде хәҙер. Һөйөү булмаһа ла, ҡатын-ҡыҙ эске балҡышын юғалта, тигән берәү. Ә минең йәшәгем килә.
Эй, хислемен дә инде, еңгәйемдең әйткәндәренән күҙҙәремә йәштәр эркелде.
- Һуң, еңгәй, буйҙаҡтар бөткәнме ни. Ана хеҙмәт уҡытыусыһы Мир ағай йөрөй яңғыҙ аҡҡош ише…
- Һөйләмә инде, бикәс, йәшерәкһең шул. Күңел нурын балҡытыр кеше берәү генә була…
Беҙ ҡапсыҡта ятмай. Сибәр еңгәйем менән Миңлебайҙың йәшерен һөйөүен һиҙеп тә тойоусылар, күреп тә тороусылар булды. Яратыу гонаһ түгел, тип еңгәйемдең бик иҫе китеп барманы. Әммә уның хыялы - өмөттәре генә тормошҡа ашманы, аҡланманы. Миңлебай йәш ҡатынды һыйланы, төрлөсә күңелен күрҙе, тик ике яҡлы тормош алып барыуын туҡтатманы. Тәне менән Сибәр еңгәйемә бәйләнһә лә, йәне менән ошоға тиклем ғүмер һөргән ғаиләһенә бәйләнгән ине.
***
Мәктәпте тамамлағас, мин баш ҡалаға юл тоттом. Баш ҡалала уҡый башлағас, ауылға һирәк кенә, каникулдарға ғына ҡайта башланым. Ҡайҙа ғына булһам да, Сибәр еңгәйемде хәтеремдән сығарманым. Уның кәңәштәрен онотманым, тыуған көнөмә тип бүләк иткән муйынсағы, үҙенсә зауыҡлап тегеп, бәйләп биргән күлдәк, кофталары ла үҙен хәтерләтеп кенә торҙо. Кәрәге тейер тип биргән реферат, буклеттарҙың да файҙаһын күрҙем.
Ауылға ҡайтып-китеп йөрөгәнемдә әсәйем Сибәр еңгәйем менән барып күрешергә бик рөхсәт итеп барманы. Миңлебайҙың ҡатыны үҙен бар ауылға фаш итеп, эшенән ҡыуҙырған ине, тағы, етмәһә, еңгәйем яйлап эскегә бирелде. Ауыл халҡы йәш ҡатынды аҙҙырыуҙа Миңлебайҙы ғәйепләне, ҡай берәүҙәр башта уҡ елбәҙәклеге күренә ине, тип юрауҙары юш килеүенә ҡыуанды. Ауыҙҙарын салшайтып, хәҙер һәпрәһе ҡойолоп, сәсе ялбырап, йыртыҡ галош кейеп саҡ атлап китеп барған Сибәр еңгәйемде оҙатып ҡала инеләр.
Һуңғы курсҡа еттем инде. Шулай ҡышҡы сессияны тапшырып бөттөм дә ҡанатланып тағы тыуған яҡтарыма ҡайттым. Өйөмә юл
тотҡанда артта ҡалған ҡартәсәйем йортона күҙ һалам: тәрбиә күрмәгәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә салынып тора. Етемһерәгән шул. Ҡасан ғына унан нур бөркөлә ине. Башта ҡартәсәйемдең күңел йылыһы китмәне унан, ә һуңынан еңгәйем уның эсен тылсымлы донъяға әйләндерҙе. Бәлки, иҫ китерлек бер ни ҙә булмағандыр ҙа, бары тик миңә, бәләкәй ҡыҙыҡайға ғына, шулай тойолғандыр.
Түрбаш яғында атай-әсәйем ҡайтыуға ашарға бешереп йөрөйөм. Дөбөр-шатыр килгән тауыш ишетелеп ҡалғас, ҡапыл аптырап киттем. Кем йөрөйҙөр был мәлдә, атай-әсәйемдәрҙең эш көнө бөтөүгә әле иртәрәк. Тәҙрәнән ҡарарға ғына ынтылғайным, өй ишеге асылып китте.
- Һаумы, бикәс. Һәй, бәғеркәйем, ҡайтҡан икәнһең дә, күпме һыуҙар аҡты инде. Серләшеп-сөкөрләшеп ултырған да юҡ үҙең менән.
Алдымда күптән таралмағанлыҡтан ойошоп бөткән сәсле Сибәр еңгәйем баҫып тора ине. Тәрбиә күрмәгән бите йыйырсыҡланып бөткән, һарғайған да төҫлө, ауыҙынан һаҫыҡ араҡы, һуған еҫе килә. Тик күҙҙәре генә әле һаман нур бөркә. Улар тере бит әле!
- Сәләм, еңгәй. Әйҙә үтеп ултыр.

Ишек яңағына хәлһеҙ генә таянып торған Сибәр еңгәйем түрбашҡа үтеп өҫтәл аҫтынан ултырғыс һөйрәп сығарҙы ла, аяҡтарын киреп ултырып алды.
- Ҙур үҫкәнһең, матурайғанһың, бикәс. Прическаң йөҙөңә килешеп тора. Зауыҡ бар икән үҙеңдә. Хәҙер инде үҙең матурлыҡ дәрестәре үткәрерлек булғанһың.
- Рәхмәт, еңгәй. Әйҙә сәй эсеп алайыҡ. Динияр менән Самира ҡайҙа һуң?
Мин сәй ҡуя башланым.
- Балаларҙы ни әсәйем алып ҡайтып китте. Бөтөнләй яңғыҙ ҡалдым инде бына. Йөрәгем илай, үҙем дә һыҡтайым… Эй, тормош… Миңлебай ҙа юхалап ауырымды алдырҙы ла, хәҙер үҙемде күргеһе килмәй. Кәрәгем ҡалманы инде… Бикәс, юҡ менән булма, кәрәкмәй. Сәйеңде бесәй эсһен, - Сибәр еңгәйем мәғәнәһеҙ көлөп ҡуйҙы.
- Һуң, сәй артында һөйләшеп ултырыу күңеллерәк булыр ине, -бындай ҡиәфәттәге еңгәйемде бөтә йәнем менән ҡабул итмәһәм дә, һиҙҙермәҫкә тырыштым.
- Булыр… Барыһы ла үҙ урынына ултырыр. Тик миңә ярҙам итеп кенә ебәрсе, бикәс.
- Һин тигәндә, мин ерҙә, - тип шаяртырға уйлағайным, Сибәр еңгәйемдең ҡап-ҡара булып ҡыштыҡҡа ҡатҡан ялан аяҡтарын күреп ҡысҡырып ебәрҙем:
- Еңгәй, тышта бит селлә һыуығы! Ә өҫтөңдәге күлдәгең йоҡа ғына.
- Сыныҡҡан кеше бит мин. Боттоң яланғас булыуы пүстәк. Фуфайка менән быйма башы бар бит. Тик бына һин генә үлтермә. Ярҙам ит. Әсәйеңдең ултырған нәмәһе булһа, ҡойоп ҡына бирсәле.
Ялынып ҡына ҡараған еңгәйемә текәлеп, бер аҙға һүҙһеҙ ҡалдым.
- Эх, еңгәй… Бер ни ҙә юҡ. Ана сәй эсеп йылын.
- Фи… Бикәс берәү. Хотя бы сөкәллек аҡса бир, - еңгәйем хәлһеҙ генә башын аңҡайта биреп стенаға терәне.
- Олоғайып та бараһың. Эсеп йөрөгәнсе, балаларыңды тәрбиәләп, өҫ-башыңды ҡарап, уҡытып ҡына тик йөрөр инең. Үҙеңә ҡарауы ҡыйын.
- Ҡыйын түгел, ерәнес тиген. Булмай инде әтеү. Эх, донъя… Шулай инде бикәс тигәнең… Бәләкәй сағыңда ауыҙыма ҡарап ҡына тора торғайның. Хәҙер ҡаршы һөйләнәһең. Уҡығас кеше булдым тиһең инде. Ух, һин аны… Бикәс, өйрәтмә. Не учи ученого. Күкәй тауыҡҡа өйрәтмәй… Йөрәгем һыҙлай, шуға эсәм.
Ғәйепле генә һүҙһеҙ ҡала тиҙәр. Ғәйепле булмаһам да, еңгәйемде тынысландырыр, йыуатыр һүҙҙәр тапманым. Башымды сайҡап ҡына ҡуйҙым да, уйҙарыма сырмалып өнһөҙ ҡалдым. Минән бер ниндәй ҙә файҙа булмаясағын аңлаған еңгәйем бер аҙ ит, икмәк һорап алды ла, болғанлап сығып китте. Бәләкәй сағымда еңгәйемдең хуш буйы еҫенән илерә инем. Бөгөн уның артынан, әллә ҡасандан йыуынмағанлыҡтан, көнө-төнө хәмер һемереп, һуған кимереүҙән күңелде болғандырғыс насар еҫ тороп ҡалды.
Ошонан һуң башҡаса күрмәнем мин еңгәйемде. Иртәгеһенә үк ауылды урталай ярып аҡҡан йылға эргәһенән табып алдылар үҙен. Ҡарға күмелеп ятҡан. Әлеге лә баяғы Миңлебай, эштән ҡайтып барышлай, мәйетенә эләгеп ҡолаған. Шулай, матурлығы менән бөтәһен дә таң ҡалдырған еңгәйем бер кемгә лә кәрәкмәгән эт үлеме менән үлеп китте.
Туңыуҙан йөҙө күгәреп бөткән Сибәр еңгәйемдең мәйетенә ҡарай алманым, күңелемдәге кес кенә бер йылылыҡ ҡуҙҙарын һүрелткем килмәне. Еңгәйем минең өсөн барыбер ҙа алиһә булып ҡалды. Сәйер алиһә… Нисек кенә булмаһын, мин уның кеүек матурлыҡ серҙәренә төшөнә алманым. Арбағыс, илерткес, һөйҙөрткөс көскә барыһы ла эйә була алмайҙыр ул. Күңелемдең бер сите китек кеүек, уны Сибәр еңгәйем генә тулыландыра алғанғалыр күрәһең…
Бәлә аяҡ аҫтында ята, ә башҡа төшә.
Яңғыҙлыҡ аҙғынлыҡты аҡламай.

 Нәркәс Алсынбаева.

shonkar.com

Сибәр алиһә
Сибәр алиһә
Автор:
Читайте нас: