Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ноябрь 2021, 00:20

Президент туңдырма ярата

Алкоголдән иһә шарап һәм һыраға өҫтөнлөк бирә икән.

Президент туңдырма ярата
Президент туңдырма ярата

Ул йәшелсәләр, мәҫәлән, помидор һәм ҡыяр ярата. Иртә менән бутҡа, бал йәки эремсек ашарға ҡаршы түгел, ә балыҡ менән ит араһында балыҡты һайлап аласаҡ.
"Татлы ризыҡҡа, ғөмүмән, битараф, әлбиттә, туңдырманан тыш. Йәшел сәй генә эсәм", - ти Президент.
Шуға ҡарамаҫтан, Кремль ашнаҡсыһы Анатолий Галкин белдереүенсә, Путин өсөн ризыҡты айырым кухняла әҙерләйҙәр. Рәсәй  парламентының ҡалған хеҙмәткәрҙәренә "Кремль" туҡланыу комбинаты хеҙмәт күрһәтә.
"Владимир Владимирович яҡшы котлеттар, һарык, быҙау ите ярата", - ти ул.
Һуңғы ваҡиғалар һөҙөмтәһендә һирәк үткәрелгән конференциялар ваҡытында Путин урындағы аш-һыуҙы ла тәмләп ҡарай. Мәҫәлән, Таиландҡа визиты ваҡытында ул ҡыҙҙырылған креветкалар һәм карри соусындағы өйрәктән ауыҙ иткән. 2006 йылда Көньяҡ Африка Республикаһына сәфәр барышында 200 метрлы бейеклектә урынлашҡан ресторанда Рәсәй лидерына дөйәғош ите һәм диңгеҙ ризыҡтары биргәндәр.
Галкин әйтеүенсә, алкоголдән Путин шарап һәм һыраға өҫтөнлөк бирә. Рәсми осрашыуҙар ваҡытында бер рюмка араҡы ла эсеп ҡуя ала, тик быны бик һирәк эшләй һәм, әйләнә-тирәләгеләр ышандырғанса, бөтөнләй иҫермәй. Ҡайһы бер тантаналы сараларҙа шампан шарабы эсергә тура килә, әммә Путин һирәк кенә бер бокалдан артығыраҡ эсә.

Фото: kremlin.ru

#В.Путин

Президент туңдырма ярата
Президент туңдырма ярата
Автор:
Читайте нас: