Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2021, 17:29

Дарыу урынына ... банан

Беҙ уны баһалап бөтмәйбеҙ. Беҙгә һәр көн кәрәкле витаминдарға һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай, туҡлыҡлы һәм тәмле ул банан. 

Дарыу урынына ... банан
Дарыу урынына ... банан

Унда күҙәнәкле туҡыма, фруктоза, сахароза күп. Банан ашарға яратһағыҙ, үҙегеҙҙе яҡшыраҡ тоя башларһығыҙ. Күптәр банандың дарыуҙарҙы алыштыра алыуын белмәй.

Мәҫәлән, гипертония менән сирләгән кешеләргә калий етешмәүе билдәле. Киреһенсә, тоҙ уларҙа артыҡ күп. Калий тоҙҙарҙы организмдан сығарырға һәләтле, банан ашаһағыҙ, калий­ға байырһығыҙ һәм тоҙҙан ары­нырһығыҙ, ҡан баҫымы түбә­нәйер, ти белгестәр.

Бананды “стрестарҙан ҡотҡа­рыусы” емеш тип атайҙар. Унда матдәләр алмашыныуына тәьҫир итеүсе витамин һәм микроэлементтар етерлек. А витаминына бай булыуы күҙҙәрҙең күреүсән­леген яҡшырта. Пектин организмдан ауыр металдарҙы һәм башҡа токсиндарҙы сығара. Банан – ашҡаҙан-эсәк эшмәкәр­леген көйләүҙә яҡшы сара, газ бүле­неүен кәметә, эсте йомшарта. Өҫтәүенә, триптофан матдә­һенә бай булыуы серотонин гормоны етештерелеүен арттыра. Банан ашаһағыҙ, кәйефегеҙ күтәренке булыр. Унда күҙәнәкле туҡыма­ның күп булыуын да белегеҙ. Ул һеҙҙе үҙәк көйөүенән, кислоталы рефлюкстан арындырыр, ҡан баҫымын түбәнәйтер. Банан – йөрәк өсөн файҙалы, организмға көс, энергия биреүсе аҙыҡ. Уны хатта ашҡаҙан-эсәк эшмәкә­рлегендә проблема булғандар ҙа ашай ала.

Банандарҙы өйҙә бер нисә көн һаҡларға була. Ҡабығында ҡара-көрән таптар барлыҡҡа килеүе уның боҙолғанлығы тураһында һөйләмәй. Киреһенсә, ҡарая барған һайын, унда ФНО (шеш некрозы факторы) аҡһымы арта, тимәк, организмдағы аномаль күҙәнәктәргә ҡаршы нығы­раҡ көрәшәсәк, тигән һүҙ.

Фото: u-f.ru

https://bashgazet.ru

Дарыу урынына ... банан
Дарыу урынына ... банан
Автор:
Читайте нас: