Дим буйҙары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2021, 15:15

"Декабрис"ығыҙ сәскә аттымы әле?

Шлюмбергера, йәғни халыҡ телендә "декабрист" дип аталған гөл урман зигокактуслары төркөмөнә  ҡарай, ул ноябрь аҙағында сәскә ата башлай һәм ғинуарға ҡәҙәр сәскәлә ултыра. Был гөл артыҡ талапсан түгел, әммә сәскә атып ултырһын өсөн барыбер тәрбиә кәрәк.

"Декабрис"ығыҙ сәскә аттымы әле?
"Декабрис"ығыҙ сәскә аттымы әле?
Декабристы тура ҡояш нурҙары аҫтында тотмағыҙ, ул күләгәлерәк урынды ярата.

Марттан башлап асыҡ һауала балконда торһа яҡшыраҡ. Көҙ башында уға 15 градуслы һауа килешә. Шул саҡта ул сәскәгә бөрөләнә. Унан һуң ноябрҙән башлап йылыраҡ урынға күсерегеҙ һәм гөл шаулап сәскә ата башлар.
Декабрист дымлы һауаны ярата, уны йылытҡыс приборларҙары янына яөын ҡуймағыҙ. Даими рәүештә душта ҡойондороп алығыҙ.
Был гөлгә фильтр аша үткәрелгән йәки ҡар һыуы һибеү яҡшыраҡ. Ҡышҡыһын һыуҙы һирәк һибәләр. Кактустар өсөн булған ашламалар файҙаланығыҙ.
Яҡтылыҡ дөрөҫ булмаһа, һыу һибеү тәртибе боҙолһа һәм үтәләй елдә торһа, яҡында йылытҡыс приборҙар булһа, декабрист сәскә атыуҙан туҡтай.
vk.comavulselo.
 
"Декабрис"ығыҙ сәскә аттымы әле?
"Декабрис"ығыҙ сәскә аттымы әле?
Автор:
Читайте нас: