Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2021, 12:06

Цветаева пирогы

Был пирогты шағирә М.Цветаеваның ғаиләһендә бик йыш әҙерләгәндәр. Ул ҡайнар килеш тә, һалҡын килеш тә бик тәмле.  

Цветаева пирогы
Цветаева пирогы

Ҡамыр әҙерләү:

* он - 200 гр;
* ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель )- 1 сәй ҡалағы;
* тоҙ - бер семтем;
* һыйыр майы  - 150  грамм;
* ҡаймаҡ - 3 аш кашыгы.

Крем өсөн:
* йомортҡа - 5 дана;
* шәкәр ҡомо - 4 ҡалаҡ;
* ҡаймаҡ (20 %) -350 грамм;
* кукуруз крахмалы - 1 ҡалаҡ;
* ванилин- 1 грамм;

Шулай уҡ пирог өсөн 2-3 алма кәрәк буласаҡ. 

Эш барышы:

Тәрән һауытҡа бер стакан иләнгән он һалабыҙ. 150 грамм май, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, тоҙ өҫтәйбеҙ һәм йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ (таҡтала бер аҙ ятып торһон).  Артабан ҡамырҙы йоҡа итеп йәйәбеҙ һәм ҡырыйҙарын ҡалдырып табаға һалабыҙ.  

Крем әҙерләү өсөн ҡаймаҡ (350 г), 5 йомортҡа һәм 4 ҡалаҡ шәкәр ҡомон бергә ҡушып, миксер менән туғлайбыҙ. Шулай уҡ кукуруз крахмалы һәм ванилин ҡушабыҙ.

Артабан алмаларҙы йоҡа итеп телемләп турайбыҙ һәм ҡамыр өҫтөнә теҙеп сығабыҙ.

Алма өҫтөнә күпертелгән крем ағыҙабыҙ. Форманы 200 градусҡ тиклем йылытылған духовкаға ҡуябыҙ. Пирог 35-45 минутта бешә.

syuyumbike.ru

Цветаева пирогы
Цветаева пирогы
Автор:
Читайте нас: