Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2021, 14:13

30 ноябрь - Бөтә донъя йорт хайуандарын яҡлау көнө

Ошо уңайҙан күп илдәрҙә төрлө саралар ойошторола. Ҡайҙалыр ҡаты мөғәләмә күрһәтеүҙән хайуандарҙы яҡлау пикеттары үткәрелә, икенсе урындарҙа хайуандарға приют йәки клиника булдырыуҙы күтәргән флешмобтар, эт һәм бесәйҙәргә арналған күргәҙмәләр уҙғарыла.  

ҠАРАҠАЙ    

Ҡышҡы ауыл өҫтөнә әкренләп эңер төштө. Ҡояш байыу менән бер аҙға баҫылып торған ел яңынан хәрәкәткә килде лә төнъяҡ тарафтан һалҡын һауа алып килде.

Рәғиҙә һыйырҙарын кәртәгә индереп бикләргә ашыҡты. Өс һыйыры ла тыңлап үҙ урындарына инеп торҙолар. Ә бына оло һыйыры Ҡараҡай кәртә ишеге алдына барып баҫты ла туҡтап ҡалды. Ҡатын тауышын күтәреп күпме генә ҡыуаламаһын, тауышы менән ҡурҡытып ҡарарға тырышмаһын, малҡай урынынан ҡуҙғалманы ла. Хужабикә устары менән һыйырын һыртынан этеп тә ҡараны, уныһы, көйәләнгәнен белдереп, ҡойроғон болғауҙан ары китмәне.

Рәғиҙә, утынлыҡтан бер сыбыҡ алып, еңелсә генә малдың һыртына бер-икене һуҡҡылап та ҡараны. Һыйыр артҡы һул аяғын менән тибенде лә тағы туҡтап ҡалды.

Ҡатын үҙенең көсһөҙ булыуын тойоуҙан илар сиккә етте.

- Йә әле, Ҡараҡайым, урыныңа ин инде. Быҙауың көтөп тора бит, - тип әүрәткән булды. – Миңә һине һауырға ла кәрәк бит...

Ҡараҡай уның һүҙен аңлағандай булды. Башын кәртә яғына борҙо ла “мөөө” тип тауыш биреп ҡуйҙы. Оя сендә ағас иҙәнде тупылдатып аҙна-ун көн элек тыуған быҙауҙың йүгергеләгәне ишетелде.

Шул саҡ аяғында саҡ баҫып торған ире Ғәбдинур ҡыйыш-мыйыш баҫып кәртә яғына килеп сыҡты. Ҡатынының тауышын ишетеп, килеп етер-етмәҫтән:

- Ҡараҡай, тиҙ генә урыныңа инеп тор, юғиһә... –тип туҡтап ҡалды. Һыйыр урынынан ҡуҙғалмағас, уны кәртәгә ҡарай этә башланы. Улай ҙа булмағас, ҡойроғон шаҡара тотто ла алға тартты.

Оло һыйыр бер-ике аҙым атланы ла тағы туҡтап ҡалды.

- Эх, хайуан, әле һин шулай итәһеңме? Көсөм етмәҫ, тиһеңме?! Урыныңа ултыртам хәҙер һине, - тип, бер яҡ ситтәрәк эленеп торған оҙон сыбыртҡыһына тотондо.

- Мә һиңә! Мә һиңә... – тип малҡайҙы туҡмарға тотондо.

Һыйыр, ауыртыуға түҙә алмай, бер урында һикергеләне, тик алға бер аҙым да баҫманы. Ҡараҡайҙың ныҡ туҡмалыуҙан һртында сыбыртҡы эҙҙәре бүртеп килеп сыҡты.

Быны күргән Рәғиҙәнең күҙҙәренән йәш атылып килеп сыҡты.

- Ет-те! Туҡмама малҡайҙы! - тип иренең сыбыртҡыһына барып йәбеште. – Күрмәйһеңме әллә, уны туҡмауҙан ни файҙа?!

Күҙҙәре аларып киткән ире:

- Кит әле бынан! Аңра! – тип бар көсөнә уны этеп ебәрҙе. Рәғиҙә артҡа ҡарай ҡолап барып төштө. Бейәләйһеҙ ҡулдары менән туң ҡарға таянып илап ебәрҙе.

 Ире сыбыртҡыһын мөйөшкә атып бәрҙе лә, туйтаңлап, артҡы ҡапҡанан сығып китте.

Ҡатын урынынан торҙо ла өшөгән ҡулдары менән һыйырының башынан ҡосаҡланы. Ҡараҡайҙың күҙҙәренән сөбөрләп йәштәре аға ине.

Эсеүҙән башы сыҡмаған булдыҡһыҙ иренең таш күңелле булып, малды рәнйеткәне өсөн йөрәге әрнене ҡатындың.

- Әйҙә йылы ояңа, ана безәүкәйең көтә бит, - тип саҡырһа ла һыйыр урынынан ҡуҙғалманы.

Рәғиҙә кәртә эсенә йүгереп инде лә быҙауын тышҡа сығарҙы. Быҙауын күргән Ҡараҡайҙың тулы елендәренән тамсылап һөт тама башланы. Һыйыр быҙауына ҡарай атланы. Рәғиҙә быҙауҙы кире кәртә эсенә индерҙе. Уның артынан Ҡараҡай ҙа ыңғай ғына кәртә эсенә быҙау артынан инеп китте. Ҡатын биҙрәһен тотоп сығыуға, быҙау һөт имеп туйған, әсәһенә тип һалған йомшаҡ бесән өҫтәнә менеп ятҡан ине. Ҡараҡай бер туҡтауһыҙ уны ялай.

Ҡараҡай инде оло йәшкә еткән һыйыр. Ире күптән һуғымға уны һуйырға уйлай. Тик Рәғиҙә һис тә риза булманы. Ҡараҡай кәртә-ҡура ҡото ине.

Рәғиҙә яңы һөттө айырып балаларына ҡаймаҡ ашатты. Төн уртаһы етһә лә, Ғәбдинур ҡайтманы. Артығын эсеп, берәй ерҙә ҡолап ятмаһын, тип борсолдо ҡатын.

***

Дүрт балаһы ла тигеҙ тын алып йоҡлап киткәс, уларҙың юрғандарын рәтләштереп ҡарап сыҡты ла ситке бүлмәгә сыҡты. Көн оҙоно эш менән булып йөрөү үҙенекен итте. Башы мендәргә терәлеүе булды, йоҡлап та китте.

Ҡапыл ишек асылғандай булды, һөйрәлеп инеп килгән Ғәбдинур ишек төбөнә “дарҫ!” итеп ҡолап барып төштө. Рәғиҙә шым ғына торҙо ла аш бүлмәһенә сыҡты. Тәҙрә аша төшкән яҡтылыҡ уны һиҫкәндереп ебәрҙе.

Ете төн уртаһы булһа ла, кәртә ҡыйығынан урғылып сыҡҡан төтөн, ап-аҡ булып, өҫкә күтәрелгәнен күрҙе.

Рәғиҙә ишек төбөндә  хырылдап йоҡлап киткән ирен тотоп һелкетә башланы.

- Тор!!! Кәртә яна, тор, тием!

Ире ҡуҙғалмағас йоҙроҡлап уны туҡмарға тотондо

- Тор, тием бит мин һиңә! Тора һал, кәртә яна!

Ире башын күтәрә бирҙе лә:

- Янһын, бәлки, мин уны үҙем яндырғанмындыр, - тип мығырланы.

- Ах, оятһыҙ... Нимә һөйләйһең һин?! Үҙ балаларыңдың ауыҙынан өҙөп...

Рәғиҙә һөйләп тә бөтмәне, фуфайкаһын эләктерҙе лә, арлы-бирле шәлен ябынып, тышҡа атылды. Оя ишеген асып ебәреү менән әсе төтөн тамағына төйөр булып тығылды. Тиҙ генә ике кәртәне асып башҡа һыйырҙарын тышҡа сығарҙы. Төтөнгә тонсоға башлаған малҡайҙар уҡ һымаҡ саф һауаға атылдылар. Рәғиҙә йүгереп барып быҙауы менән торған Ҡараҡайҙың кәртәһен асып ебәрҙе. Оло һыйыр мороно менән төрткөләп, быҙауын тышҡа ҡарай этеп маташа ине. Тик меҫкен быҙау киреһенсә кәртәнең төбөнә ҡарай ынтылды.

Бар көсөн йыйып, Рәғиҙә быҙауға ташланды. Уны көс-хәл менән күтәреп тышҡа сығып ҡоланы. Һалҡын ҡарға сикәләрен терәп тәрән тын алырға тырышты. Күңеле Ҡараҡайҙы быҙауы артынан бына-бына килеп сығыр тип көттө. Әммә малҡай күренмәне. Рәғиҙә ятҡан еренән ҡалҡынды ла имгәкләп тигәндәй һыйырын ҡотҡарыу уйы менән кәртә эсенә инеп китте.  Һәрмәнеп алға үтергә маташты. Хәле мөшкөлләнә барыуын аңлап, һыйырын ҡотҡарыу мөмкинлеге бөтөүөн һиҙеп кире боролдо. Тик өлгөрмәне ҡатын, тиҙәк араһына ҡолап барып төштө. Тын алыу мөмкин түгел ине, күҙ алдары ҡараңғыланды.  Дүрт балаһын иҫләп, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.

...Уға ҡарай аяҡ эҙҙәре килә. Кәртә иҙәне шығырлай кеүек. Бына ҡатындың битенә, дымлы һауаны өрөп, нимәлер килеп терәлде һымаҡ. Сикәләрен дә ялағандай булды бер нәмә. Шунан “мөө” тигән тауыш ҡолағына салынды.

Был Ҡараҡай ине. Малҡай боролған ыңғайы, Рәғиҙәнең күҙенә һыйырының ҡойроғо салынды. Ул һуңғы көсөн йыйҙы ла, Ҡараҡайҙың ҡойроғона йәбеште. Һыйыр тышҡа ҡарай атлыҡты, артынан хужабикәһен дә һөйрәтеп алып сыҡты...

Йүгереп килеп еткән күршеләре, Рәғиҙәне өйөнә индереп һалып, Ҡараҡайҙың һөтөн эсерә һалып, үлемдән ҡурсалап алып ҡалалар. Янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе, мал һарайы менән бесәнлек тулыһынса янып бөтә. Был ваҡиғанан һуң Ғәбдинур бөтөнләй эсеүен ташланы. Ауылдаштары уның ағарып ҡалған, өндәшмәҫ йөҙөнә ғәжәпләнеп ҡараны. Рәғиҙә бер ҡасан да һарайҙа уттың ни сәбәптән тоҡанып китеүен һораманы.

Уның ҡарауы мал яғына сыҡҡан һайын Ҡараҡайын муйынынан ҡосаҡлап, тупылдатып һөйөр булды. Эстән генә малҡайына мең рәхмәттәр уҡыны. Тик Рәғиҙәнән башҡа бер кем дә тыңлауһыҙ хайуандың дүрт бала әсәһен ҡотҡарғанын белмәне.

Фото abyhom.com

shonkar.com

Автор:
Читайте нас: