Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2021, 10:43

Мутлашыусылар йоҡламай

Көн һайын муттар, мутлашыусылар хаҡында иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, аферистарға ышаныусылар табыла табыла.

Мутлашыусылар йоҡламай
Мутлашыусылар йоҡламай

Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән 29 йәшлек ҡатын  ялған "банк хеҙмәткәренең", һеҙҙең исемгә кредит алырға маташалар, тигән һүҙенә ышанып, өс билдәһеҙ кешенең иҫәбенә 50 мең һум аҡсаһын күсергән, шунан һуң 620 мең һум кредит алып, шуларҙы 80 абонент номерына һалған... 

57 йәшлек ир иһә шикле интернет-магазиндан һыуытҡыс алырға ниәтләп, билдәһеҙ иҫәпкә 34 мең һум аҡсаһын күсергән. Һуңынан ғына сайттың ялған булыуын аңлаған. Унан тыш тағы ла биш кеше Интернет аша тауар һатып алғанда отолған, биш кешене ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" алдаған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

ye102.ru

Мутлашыусылар йоҡламай
Мутлашыусылар йоҡламай
Автор:
Читайте нас: