Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ғинуар , 11:47

Туҡлыҡлы матдәләр хазинаһы

Кемдер уны маҡтап бөтә алмай, кемдер уның организм өсөн файҙалы булыуын танымаҫҡа тырыша. Әммә ғалимдар күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә был аҙыҡтың кеше өсөн үтә файҙалы булыуын раҫланы.

Туҡлыҡлы матдәләр хазинаһы
Ни өсөн йомортҡа сәләмәтлек өсөн бик кәрәкле аҙыҡ? Беренсенән, ул - туҡлыҡлы матдәләр хазинаһы, матдәләр алмашыныуын көйләүгә һәм мускул туҡымаһын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе аҡһымға һәм аминокислоталарға бай. Айырыуса ул спортсылар, әүҙем тормош алып барыусылар, физик эш менән шөғөлләнеүселәр өсөн мөһим.
Йомортҡа витаминдарға бай, унда А, В һәм Е витаминдары күп. Шуға күрә йомортҡаны даими ҡулланыу авитаминозға ҡаршы көрәшергә һәм уны иҫкәртергә ярҙам итә. Ундағы лютеин күҙ мускулдарын нығыта, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ярҙам итә.
Уның яман шеш сирҙәре хәүефен кәметеүе хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә әле. Йомортҡалағы холин матдәһе күҙәнәктәрҙе нығытыуҙа һәм сәләмәтләндереүҙә алыштырғыһыҙ, тип иҫәпләй ғалимдар. Тәүлегенә ике-өс йомортҡа ашау организмды тулыһына холин менән тәьмин итә, ти улар.
Йомортҡала көкөрт булыуы арҡаһында организм бактериялар һәм зарарлы микроорганизмдар тәьҫиренә бирешеп бармаясаҡ. Өҫтәүенә көкөрт коллаген синтезы өсөн кәрәк, шулай булғас, ҡартлыҡ процесын аҡрынайтыуға ла булыша тигән һүҙ.
Әммә йомортҡа һарыһында майҙың күп булыуын да иҫәпкә алып, рационда уны күберәк ҡулланыуға күскәндә табиптар менән кәңәшләшергә кәрәк. Файҙалы аҙыҡтың да ҡайһы саҡта зыян килтереүе ихтимал, тигән фекерҙә белгестәр.
 
 
Туҡлыҡлы матдәләр хазинаһы
Автор: