Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Май 2022, 23:13

Тәбиғәт хазинаһы

Кесерткән К, Е, В витаминдарына, тимер, магний, баҡыр, кальций һәм башҡа микроэлементтарға бай.

Тәбиғәт хазинаһы
Тәбиғәт хазинаһы

Яҙғы кесерткән йомшаҡ та, файҙалы ла. Уны сәскә атҡанға тиклем йыйырға кәрәк. Борондан кесерткәнде яраны уңалтыусы, бәүел ҡыуыусы, организмды нығытыусы, эсте йомшартыусы, витаминлы, ҡорошҡаҡҡа ҡаршы, ҡаҡырыҡты сығарыусы сара итеп файҙаланғандар.
Кесерткән төрлө ҡанһырап торған яралар, геморрой, бөйөрҙә, үт ҡыуығында таш булғанда, тын ҡыҫылғанда, бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙары, шешенгәндә, эс ҡатҡанда, йөрәк ауыртҡанда, туберкулез, ҡурылдай астмаһы, ҡурылдай ауырыуы, аллергия ваҡытында ҡулланыла. Шулай уҡ ул тире ауырыуҙары һәм сәсте нығытыу, үҫтереү өсөн да файҙалы.
Кесерткәндә аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағатҡа һәм лимонға ҡарағанда 2 тапҡырға күберәк, каротин һырғанаҡ, кишер, ҡуҙғалаҡҡа ҡарағанда юғарыраҡ. Кесерткәндең 20 япрағы А витаминының көндәлек нормаһы менән тәьмин итә. Кесерткән К, Е, В витаминдарына, тимер, магний, баҡыр, кальций һәм башҡа микроэлементтарға бай.
Составында кремний һәм органик кислоталар булыуы һөҙөмтәһендә ул организмды дөйөм нығытыу һәләтенә эйә: организмдың бик күп бактерияларға, токсиндарға, радиация йоғонтоһона ҡаршы тороуы көсәйә, иммунитетты нығыта, кислород етешмәүҙән юғары кимәлдә һаҡлай.
Кесерткән углевод һәм аҡһым алмашыныуын стимуллаусы булараҡ, уны бик йыш хроник ауырыуҙар ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр. Ҡанды туҡтатыусы булараҡ, уны эске - аналыҡтан, үпкәнән, бөйөрҙән, эсәктәрҙән һәм башҡа ҡан килгән ваҡытта ҡулланалар. Әммә тап ошо ҡанды ойоштороу көсө арҡаһында уны ҡан тамырҙарының варикозы, тромбофлебит һәм ҡан ҡуйы булғанда, шулай уҡ ҡан баҫымы юғары, атеросклероз, бөйөрҙәр ауыртҡанда ҡулланыу ярамай.

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото:about-tea.ru

https://bashgazet.ru

Тәбиғәт хазинаһы
Тәбиғәт хазинаһы
Автор:
Читайте нас: