Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2022, 14:07

Яңы йылды нисек хәүеф-хәтәрһеҙ ҡаршыларға

Һаулыҡ! Ул – Яңы йыл табынында теләнгән иң мөһим теләктәрҙең береһе. Ныҡлы һаулыҡҡа нисек өлгәшергә һәм көтөп алған ялдарҙа сиргә юл ҡуймаҫҡа?

Яңы йылды нисек хәүеф-хәтәрһеҙ ҡаршыларға
Яңы йылды нисек хәүеф-хәтәрһеҙ ҡаршыларға

Тағы ла битлек кейәбеҙ
Үкенескә ҡаршы, һүҙ карнавал түгел, ә медицина битлектәре тураһында бара. Республика әкренләп тағы битлек режимына күсә. Әлегә ул дауаханаларҙа һәм социаль йүнәлешле учреждениеларҙа индерелде. Стационарҙарҙа килеүселәрҙе пациенттар янына үткәреүҙе сикләнеләр. Етәкселәргә эпидемияға ҡаршы саралар күрергә, эшкә инеү урындарында тикшереү ойоштороп, киҫкен респиратор сир билдәләре булғандарҙы индермәҫкә, дезинфекция һәм елләтеүҙе йышыраҡ башҡарырға ҡушылды. Мәктәптәрҙә түбәндәге ҡағиҙә ғәмәлдә: балаларҙың 20 проценттан күберәге сирләй икән, уҡытыу туҡтатыла. Киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙең ҡапыл артыуы төбәк “Роспотребнадзор”ына ошондай саралар күреүҙе талап итте. Аҙна дауамында үҫеш 28,8 процент тәшкил итте, 48 меңдән ашыу кеше ауырый, уларҙың күбеһе (40 процентҡа яҡыны) – 14 йәшкә тиклемге балалар. Шуға күрә кеше күп булған урындарҙа, йәмәғәт транспортында мотлаҡ битлек кейегеҙ, ҡулығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ. Ябай ғына ҡағиҙәләр сирҙе йоҡтороуҙан аралар.
Ауырыһағыҙ – шунда уҡ табипҡа
Әгәр үҙегеҙҙе саҡ ҡына насар тойһағыҙ – хәлһеҙлек күҙәтелһә, температура күтәрелһә, эшкә бармағыҙ һәм табип саҡыртығыҙ. Үҙаллы дауаланмағыҙ! Ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай: быйылғы киҙеүҙең эҙемтәләре айырыуса яман.
Шундай һорау тыуыуы ихтимал: «Мин сирләнем, ә табипҡа ике аҙнанан һуң ваҡытҡа ғына яҙалар. Нимә эшләргә, көтөргәме?». Көтөргә кәрәкмәй! Сирләгән хәлдә һеҙҙе шул көндә үк ҡабул итәсәктәр. Һәр поликлиникала ашығыс медицина ярҙамы бүлмәһе бар, унда дежур табип була. Ул пациенттарға тейешле ярҙам күрһәтә, кәрәк тип тапһа, дауаханаға йүнәлтә.
Ашығыс ярҙам саҡыртырғамы, юҡмы?
Ашығыс ярҙамды ғүмергә хәүеф янағанда саҡырталар. Бында йәрәхәттәр, ҡан китеү, йөрәк өйәнәге, инсульт, тын ҡыҫылыу, иҫте юғалтыу осраҡтары күҙ уңында тотола.
Кисектергеһеҙ ярҙам ғүмергә түгел, ә һаулыҡҡа хәүеф янағанда саҡыртыла. Мәҫәлән, хроник сирҙең ҡапыл ҡуҙғыуы, юғары температура, ҡан баҫымы тотороҡһоҙлоғо.
Сир осраҡтары төрлө була, шуға күрә һеҙгә кемде ебәрергә икәнен диспетчер хәл итә. Улар һынау үткән алымдарға таяна. Төрлө һорауҙар ярҙамында саҡырыуға ниндәй йүнәлештәге ярҙам ебәреү аныҡлана. Шуға күрә табип саҡыртҡанда һорауҙарға теүәл, асыҡ итеп яуап бирегеҙ.

Поликлиникаға шылтыратып булмаһа?
Табип саҡыртыуҙың йәки уға күренеү өсөн яҙылыуҙың биш төрлө алымы бар:
- Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәге аша – 122 (өҫтәмә һан 2). Уның яңы эш ваҡыты түбәндәгесә: эш көндәрендә сәғәт 7.30-ҙан 19.00-гә тиклем, шәмбелә 8.00-дән 16.00-гә тиклем, йәкшәмбелә 8.00-дән 14.00-гә тиклем. «МТС», «Билайн» һәм «Мегафон»дың ҡулланыусыларына шылтыратыу бушлай;
- поликлиникалағы инфоматтар аша. Ул банкомат йәки түләү ҡабул итеү ҡоролмаһына оҡшаған. Улар ғәҙәттә теркәү бүлеге янына ҡуйыла һәм көн дауамында эшләй;
- «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша;
- doctor.bashkortostan.ru Берҙәм медицина порталы аша;
- «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша. Был бик уңайлы алым, һәр кемгә ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ. Уның яҡшы яҡтары бик күп, мәҫәлән, табипҡа бармайынса ғына анализдарыңдың һөҙөмтәләрен ҡарарға була. Инеү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында иҫәп яҙмаһы булырға тейеш.
Нисек итеп һыуыҡта өшөмәҫкә, туңмаҫҡа?
Яңы йыл каникулын саф һауала үткәреү иң яҡшы ял икәнен һәр кем белә. Әммә был осраҡта ла һаҡлыҡҡа иғтибарлы булырға кәрәк. Иң тәү сиратта, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ. «Алкоголь йылыта» – ул киң таралған уйҙырма. Иҫерек кеше иғтибар һәләтен юғалта, үҙенә һыуыҡ булыуын ваҡытында аңламауы ла бар, был осраҡта туңыу хәүефе арта. «Организмда йылылыҡты һаҡлау өсөн уға аҙыҡ һәм эсемлектәр ярҙамында энергия бирергә кәрәк», – ти табип-нутрициолог, дөрөҫ туҡланыу буйынса белгес Резеда Сорокина-Сабирова. Мәҫәлән, саф һауаға юлланыр алдынан майлыраҡ балыҡ, йомортҡа, аҡ май һыланған икмәк ашарға мөмкин. Эсемлектәрҙән иң яҡшыһы – бер балғалаҡ бал, лимон киҫәге һәм имбир һалынған йылы һыу.
Кейемегеҙгә иғтибар итегеҙ. Кәбеҫтә кеүек кейенегеҙ, йәғни бер нисә ҡат йоҡа кейем, бер ҡалын кейемгә ҡарағанда яҡшыраҡ. Күп ҡатлы кейем йылыны оҙағыраҡ һаҡлай. Иң тәүге ҡат – йылылыҡты тотҡан эске кейем, иң тышҡы ҡат оҙон мамыҡ куртҡа булһын. Шарф урынына манишка тип аталған кейемгә өҫтөнлөк бирегеҙ: ул йылыраҡ, өҫтәүенә күкрәк тирәһен дә ҡаплай. Баш кейеме бәләкәй булмаһын, ҡолаҡтар мотлаҡ ябыҡ булырға тейеш.
Әгәр өшөһәгеҙ...
Урамдан ҡайтып инеү менән өй кейемегеҙҙе алмаштырығыҙ, аяғығыҙға йылы йөн ойоҡбаш кейегеҙ. Бал ҡушып йылы сәй эсегеҙ. Аяҡты һыуға тығып йылытырға мөмкин, әммә быны бик һаҡ эшләгеҙ, һыу эҫе түгел, ә йылы булырға тейеш. Температураның ҡапыл үҙгәреүе йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн дә хәүефле.
Нимәләр ярамай: өшөгән кешене етеҙ хәрәкәт иттерергә, спиртлы эсемлек эсерергә, массаж эшләргә, ҡар йәки йөн туҡыма менән ышҡырға, компресс йәки йылытҡыстар һалырға, йылы ванна ҡабул итергә, тирене майларға.
Тиҙ арала зыян күреүсенең кейемен систерегеҙ, йылы, ҡоро кейем кейҙерегеҙ, юрғанға төрөгөҙ, организмды эстән йылытып алыу өсөн йылы аш, эсемлек бирегеҙ, ашығыс медицина ярҙамы саҡыртығыҙ.

youshatir.ru

Автор:
Читайте нас в