Дим буйҙары
-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март 2023, 11:44

Яғылмаған мейес

Кәфиә урынынан торҙо ла урамға атылып сыҡты. Ул ашыға. Ҡайҙа икәнен үҙе лә белмәй. Алан-йолан ҡаранды ла ҡапыл бер яҡҡа йүгерә башланы.Бына йөрәктәге көс! Осорта ғына... Шундай осорта, кәүҙәнең барлығы ла беленмәй. Әйтерһең, ул күктәге ҡош, бер талпынһа, әллә ҡайҙа осоп барып төшә. Кәфиә кешеләрҙе генә түгел, хатта урам буйлап сабышҡан машиналарҙы ла елт итеп кенә уҙып китә. Халыҡ ошо ҡара кистә ялан аяҡлы, сәсе-башы туҙған ҡатынға аптырап ҡарап ҡала. Кеше, әллә ауыр бәхетһеҙлеккә осрағанмы был, әллә аҡылдан шашҡанмы, тиҙер.

Яғылмаған мейес
Яғылмаған мейес

Кәфиә урынынан торҙо ла урамға атылып сыҡты. Ул ашыға. Ҡайҙа икәнен үҙе лә белмәй. Алан-йолан ҡаранды ла ҡапыл бер яҡҡа йүгерә башланы.
Бына йөрәктәге көс! Осорта ғына... Шундай осорта, кәүҙәнең барлығы ла беленмәй. Әйтерһең, ул күктәге ҡош, бер талпынһа, әллә ҡайҙа осоп барып төшә. Кәфиә кешеләрҙе генә түгел, хатта урам буйлап сабышҡан машиналарҙы ла елт итеп кенә уҙып китә. Халыҡ ошо ҡара кистә ялан аяҡлы, сәсе-башы туҙған ҡатынға аптырап ҡарап ҡала. Кеше, әллә ауыр бәхетһеҙлеккә осрағанмы был, әллә аҡылдан шашҡанмы, тиҙер. Ҡайһылары Кәфиәнән ситкә тайпылып ҡала, ҡайһылары туҡтатырға итә: харап була бит был әҙәм!.. Тик ҡайҙа инде Кәфиәгә етеү? Артынан ынтылып ҡараған кешеләр, ҡанатһыҙ ҡош шикелле, шунда уҡ тороп ҡалалар.
Йөрәк яман ҡотора. Күкрәкте умырып сығырҙай булып дарҫлай. Ә тәне һуң? Шундай яна, күлдәге нисек төтәп китмәйҙер. Шәберәк йүгерһә, ялҡыны баҫылып ҡалыр кеүек тә бит, юҡ, йүгергән һайын, көсәйә генә.
Әллә ҡайҙа ашҡына. Үҙе лә белмәй. Ул урамдың әле бер яғына, әле икенсе яғына сығып китә, соҡор-саҡырҙарҙы, ағастарҙы һикереп кенә үтә. Әкиәт тип торорһоң.
Йүгерә торғас, ҡала ситенә килеп сыҡты. Ана бейек яр. Аҫта — йылға. Әле ул ҡап-ҡара булып күренә. Утты бына шул һыу ғына баҫыр, ахырыһы... Кәфиә ҡысҡырып ебәрҙе лә бар көсөнә аҫҡа ырғыны.

...Кәфиә ыңғырашып ҡуйҙы. Әйтерһең, ул ысынлап та ярҙан ырғыны... Ҡурҡышынан урынынан тороп ултырҙы. Әлеге хәлдәр уның хыялында ғына ине. Ә үҙе тып-тыныс. Арҡаһын мендәргә терәгән дә ултыра. Тик үҙ хыялына шул тиклем ышанған, хатта уйындағы йүгереү, һикереүҙәрҙән бөтә тәне, һыуға төшһә, шажлап китерлек булып яна.
Өйө лә бик тынсыу, ахырыһы. Көндөҙ яман ҡыҙҙырғайны.
Кәфиә тәҙрәләрен шар асып ебәрҙе, файҙаһы юҡ. Күрәһең, тышта әле лә томра. Ахырыһы, ул крандан һалҡын һыу ағыҙып, йыуынып ҡараны. Уныһы дөрләп янған утҡа төшкән тамсы ише лә булманы.
Япа-яңғыҙың бер өйҙә, ысынлап та, аҡылдан шашыуың бар. Кәфиә кейенә башланы.
Тышҡа сыҡҡас, ул ғәжәпләнеп торҙо. Өйҙә ултырғанда, ҡояш тотолған көндәгеләй, бөтә донъя йонсоу, бөтә кешеләр ҙә хәсрәтлелер кеүек ине. Һы, уйлап бирҙеләр ти! Шулай инде, үҙең ҡайғылы саҡта бөтә донъяны һөрөм баҫҡан, үҙең шат саҡта бөтә нәмә балҡып торғандай була.

Урам гөрләй. Уттарын ялт та йолт итеп, машиналар сабыша. Трамвайҙар геүләй. Кешенең күплеге! Байрам көнөмө ни, эркелешеп, тротуар буйлап йөрөйҙәр, ҡайһылары трамвай көтә. Ишек алдындағы ҡарама төбөндә йәштәр көлөшә. Ошо йорттоҡолар улар. Көн дә шулай төн ауғансы дыу килеп уйнап-көлөп сығалар.
Йөрәк ярһыуы бер аҙ баҫылғандай булды. Тик күңелгә һаман да бик ауыр. Нимәлер, ҡара таш шикелле, рухты баҫып ята. Бөтә халыҡ унан көлә, ирештерә кеүек. Шулай булмаһа, кешенең ошолай ауыр мәлендә нисек шатланып йөрөмәк кәрәк. Ана әбейҙәр һаман йоҡламай эскәмйәлә ултыра. Уларҙың ни эш юҡ. Моғайын, Кәфиә хаҡында ғәйбәт һаталарҙыр. Ул сыҡҡас та, шымып ҡалдылар бит. Өндәшмәй генә: «Ә-ә, донъя шулай ул...» — тиҙәрҙер. Әйҙә, һөйләһендәр...
Кәфиә китеп барҙы. Эскәмйәлә ултырған әбейҙәрҙең күҙ ҡараштары арҡаһына килеп ҡаҙалды, тәндәре земберләп китте.
Кәфиә урам буйлап атлай. Ҡайҙа барғанын үҙе лә белмәй. Баш һуҡҡан яҡҡа тигәндәй, китеп тик бара. И-и, был донъя... Ҡара анау йорттарҙы, һәр тәҙрәһенә тиклем таныш. Ә юл буйындағы ағастарсы! Бығаса улар Кәфиәгә туған кешеләй яҡын, үҙҙәре лә Кәфиәне яҡын күрәләрҙер кеүек ине. Тик бөгөн генә барыһы ла, һиңә нимә булһа ла, беҙгә барыбер тигәндәй, тын ғына ултыралар.
Кәфиә кисәнән бирле ғазаплана. Был тиклем ауырлыҡты бер ҡасан да күргәне юҡ ине. Ара-тирә ул үҙ-үҙен йыуатып алған да була. Йәнәһе, иҫең киткән икән юҡҡа, ошолай булырын алдан белеп торҙоң бит, хәҙер ниңә хафаланырға, һин йәш, бына тигән матур саҡтар килер әле, ти. Ошо уйҙарынан үҙенә лә еңел булып ҡала. Хәсрәтләнеп ултырған мәлдәре мәҙәк күренә. Тик бындай кәйеф оҙаҡҡа бармай. Аҙмы-күпме үткәс тә, тауҙан ишелеп төшкән таш шикелле, ҡара уйҙар йәнә уның күңелен тырнай башлай. Яңыраҡ уға йығылып китерлек хәбәр ишеттерҙеләр: Фәрит ҡатын алған. Уның Фәрите... Ышанманы Кәфиә. Фәриттең Кәфиәнән башҡа кешене үҙ итә алыуына ышанманы. Моғайын, ғәйбәт кенәлер.

Ай, яман, хатта ғәйбәт кенә булһа ла, ауыр һүҙ шул. Ошоғаса ул үҙен нисек тә әүрәтеп йөрөгәйне, бына кисә бөтәһен дә белешеп ҡайтты. Хәбәр ысын икән... Бер ултырған ғына ҡыҙ алған, тинеләр. Инженер, ниндәйҙер проект институтында эшләй, ти. Төҫкә-башҡа бер самалыраҡ булһа ла, аҡыллы, имеш. Бер бүлмәле фатиры ла бар икән, шунда йәшәйҙәр, ти.
Ошо һүҙҙәр иҫенә төшһә, ул әллә ни эшләй ҙә китә. Ух, хәҙер икеһен дә өйҙәренән туҙҙырып сығарып ебәрергә!..
Кәфиә үҙе лә аптырап китте: тештәрен ҡыҫҡан, йоҙроҡтарын йомарлаған, бөтә тәне ҡалтырана. «Ярамай, үҙ-үҙеңде ҡулға алырға кәрәк», — тип уйланы ла аҙымын аҡрынайтты.
«Күрерһең, Фәритең өйләнер ҙә бына тигән итеп донъя көтөп китер әле...» Был һүҙҙәрҙе дуҫ ҡатындары әйтә ине. Улар быны яман уй менән түгел, киреһенсә, Кәфиәгә үпкә һүҙе һымаҡ әйттеләр. Әхирәттәре, әлбиттә, Кәфиәнең: «Иремде яратмайым, нисек ҡотолорға», — тип йөрөүен беләләр ине. Шуға күрә тартынмайынса асыҡтан-асыҡ әйткәндәрҙер ҙә. Мәгәр улар Кәфиәнең ҡылығын хупламанылар. «Фәрит өйләнһә, бик үкенерһең әле», — тиһәләр, Кәфиә ҡулын ғына һелтәне:
— Минең өсөн Фәрит бар ни, юҡ ни...
Бәлки, ул шыттырыбыраҡ та ебәргәндер, һәр хәлдә, Фәрит өйләнә ҡалһа, һис тә иҫе китмәҫ, киреһенсә, бер кәрәкмәгән әйберҙе сит кешегә тоттороп ебәргәндәй, ә үҙен ниндәйҙер йөктән арынып ҡалғандай хис итер кеүек ине. Бер генә теләге бар — өйләнә-нитә ҡалһа, уңмаһын...
Бик яман яңылышҡан икән. «Әлдә уйын кеше белмәй әле. Минең ошолай йөрөүемде күрһәләр...» — тип тетрәнеп тә китә.
Нилектән шулай килеп сыҡты һуң?
Кәфиә йәнә аҙымын аҡрынайтты. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ярһый ҙа китә. Йүгерә-атлай барғанда иркенләп уйлап булмай.
Баш та буталып бөткән. Кәфиә, бөтәһен бер епкә теҙеп, тикшереп сығырға итә лә осон таба алмай. Әйтерһең, бөтә донъя сып-сыбар, рәте-сираты юғалған...

* * *
Фәрит менән улар бер институтта уҡыны. Аҙаҡҡы курста шаулатып туй яһанылар. Иптәштәре, пар килдегеҙ, бәхетле йәшәрһегеҙ, тинеләр. Кәфиә Фәритте ярата һымаҡ ине. Асыҡ, кеше күңелле егет. Кәрәк икән, хатта һис белмәгән кешегә лә һуңғы кейемен һалып бирер. Институтта ла абруйлы ине. Ә бына мөнәсәбәттәре ялған булып сыҡты, ахырыһы. Әллә һуңынан боҙолоштолар? Кем белгән. Бына килеп тормош емерелде лә ҡуйҙы.
Институт бөтөргәс, улар, ҡыҙыҡ күреп, алыҫҡараҡ киттеләр. Тормош яғынан инде бүтәндәр ни күрһә, шуны күрҙеләр тигәндәй, һәр хәлдә, үпкәләрлек булманы. Тәүҙә бер нисә ай ғына ятаҡта йәшәнеләр, шунан, йәш белгестәр, тип фатир бирҙеләр. Башта бер бүлмәлеһен, ҡыҙҙары тыуғас, ҙурырағын алдылар.
Хәйер, эш унда түгел, шикелле. Күңелгә ниҙер етешмәгән төҫлө. Фәритенә зарланыр ине, уныһы өлтөрәп тора. Киреһенсә, Фәрит кенә үпкәләп алғылай. «Күңелең тар һинең, иптәштәр алдында мине уңайһыҙ хәлгә ҡалдыраһың», — ти. Ҡайһы ваҡыт эштән һуң йә ял көндәре бергә эшләгән егеттәр килеп, бер аҙ күңел асып алырға итәләр. Кәфиә холҡо килмәһә, кеше әйтмешләй, тунының тиҫкәре яғын кейә лә ултыра. Хәтерендә, Фәрит ниндәйҙер ят кешене алып ҡайтҡайны. Ире ҡатынын таныштырырға итте. Шатлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә:
– Мәктәптә бергә уҡыған иптәшем! — тине. Ә Кәфиә күрешеп тә торманы, икенсе бүлмәгә инде лә китте. Бүтәнсә күренмәне лә. Бөтмәҫ уның дуҫтары.

Фәрит үпкәләне. Ныҡ үпкәләне. Ә Кәфиәнең иҫе лә китмәне. Сөнки иренең асыуы оҙаҡҡа бармаҫын белә ине. Аҙмы-күпме үтә, тегеһе онота, һәр хәлдә, белгертергә тырышмай. Ҡасан һуң әле? Был ваҡыт улар Өфөгә кире күсеп ҡайтҡайнылар. Бер көн Фәрите ауыҙы йырылып килеп инде. Бигерәк бала-саға кеүек шул, һис кенә лә эсендәгеһен йәшерә белмәй. Хәйер, ихлас күңелле кешеләр һәр саҡ бер ҡатлыраҡ була.
Шап-шоп сисенде лә һөрәнләп тә ебәрҙе:
– Кәләш, кил әле!
Кухняла ниҙер эшләп йөрөгән Кәфиә ҡарамайынса ғына ҡысҡырҙы:
– Аяғыңды сис!
– Ә, ғәфү ит, кәләш. Хәҙер. — Фәрит, кире барып, ботинкаһын сисеп килде.
– Кәфиә, кил әле!
– Нимә?
– Йә, кил инде! Бына ошонда баҫ, күҙеңде йом, ҡулыңды һуҙ!
Кәфиә белеп тора, ире нимәлер алып ҡайтҡан булғандыр, күрәһең. Юҡҡа ғына, атҡа менгән малай кеүек, яндырайлана ла китә.
– Йә, ваҡыт юҡ! — Кәфиә шулай ҙа ире ҡушҡан урынға баҫҡан булды.
Кергәне бирле, сығып ҡасмаһын тигәндәй, кеҫәһендә ҡыҫып тотҡан әйберен Кәфиәнең усына һалды. Үҙе тын да алмай ҡатынына текәлгән. Күҙҙәре генә баҙлап тора.
Кәфиә бәләкәй ҡумтаны асты.
– Алтын! — тине Фәрит. — Кәфиә, беләһеңме бөгөн ниндәй көн?
– Юҡ. — Кәфиәгә ҡыҙыҡ түгел ине.
– Оноттоңмо ни? Ун бишенсе июндә беҙ ЗАГС-ҡа ғариза бирҙек. Элек үк мин һиңә алтын сәғәт бүләк итермен тип үҙемә һүҙ биргәйнем. Анау бер премия аҡсаһына уҡ һатып алғайным. Эштә Абдулланың сейфына ҡуйып торҙом. Бына бөгөн алып ҡайттым. Һы... — Фәрит, эсендә ниҙер йәшеренеп ҡалмаһын тигәндәй, бер юлы һөйләп бөтөрөргә ашыҡты.
– Рәхмәт. — Кәфиә йөҙөнә шатлыҡ та, хәсрәт билдәләре лә сығарманы. Бүләкте кире һалды ла шкафҡа ҡуйҙы. — Бындай сәғәтте хәҙер таҡмайҙар. Түңәрәкте, йоҡараҡты алырға кәрәк ине. — Иренең рәт белмәүенә асыуы килде.
– Шулаймы ни?! — Фәрит үҙгәреп китте. — Мин ни, белмәгәс...
– Быныһын һатырмын йә икенсегә алмаштырып алырбыҙ. Бар аша...
Фәрит өндәшмәне, эш күрһәтәм тип, сикәһенә алған малай төҫлө, шым ғына кухняға китте.

...Кәфиә бығаса гел иренең насар яғын уйларға тырыша торғайны. Бөгөн ниңәлер гел киреһенсә килә лә сығасы.
Ауырыҡһынып йөрөгәс, бер йылды Фәрит Кәфиәне санаторийға ебәрҙе. Ҡайһы бер ирҙәр – ҡатындарын, ҡатындары ирҙәрен айырым ебәрергә ризалашмайынса ғауғалашып бөтә торған. Ә Фәрит үҙе йүгергеләп йөрөй. Путевка табып, матур сумаҙандар, юл кәрәк-яраҡтары алып ҡайтып, китәһе көнгә машина саҡыртып уҡ ҡуйған. Хатта билет алып, вагонда бергә бараһы кешеһенә тиклем тапҡан. «Кассала таныштыҡ. Ул да ял итергә бара икән», — ти. Үҙе йүгерә лә йүгерә, әйтерһең, балаһын оҙатырға йыйына.
Фәрит әйберҙәрен багажникка һалды ла машина ишеген асты:
– Әйҙә, артҡа ултырайыҡ.
– Вокзалға төшәһеңме ни?
– Ниңә, төшмәйемме ни?
– Теләһәң нишлә...
Бер аҙ киткәс, Кәфиә боролоп ҡараны. Һаман да урынында баҫып торған ирен күргәс, йәлләп тә ҡуйғайны. Үкһеҙ ине. Үпкәләүен онотҡан. Ҡайтыуына, хатта сәскәләр тотоп, ҡаршы төшөп торған. Ярата, әйтмәһә лә, ҡатынын үлеп ярата ине. Иптәштәре: «Эй һин, Кәфиә, бәхетле лә инде», — тиһәләр, ул аптырай. Ирҙәр шулай булырға, ҡатынын ҡарарға, ә үҙе шулай яғылмаған мейес шикелле ҡалырға тейеш, тип уйлай.

«Яғылмаған мейес...» Фәриттең һүҙе ул. Туҡта, ҡасан әйтте һуң әле? Әллә ҡайҙан иҫкә төштө. Мәрәкә, ваҡытында быға иғтибар ҙа итмәгәйне. Хәйер, ҡасан Фәриттең һүҙенә иғтибар иткәне бар һуң? Бөтәһе лә Кәфиәнән тора. Ул һәйбәт кенә йөрөһә, Фәрит ни алып, ни бирергә белмәй.
– Кәләш, әйҙә гел шулай матур, әсәйем әйтмешләй, һәүетемсә генә йәшәйек әле? Бына мин атайым менән әсәйемде иҫемә төшөрәм. Улар икәүҙән-икәү генә һөйләшәләр, үҙҙәре әйтмешләй, көңгөр-ҡаңғыр киләләр. Үҙенә бер кәңәшмә. Ҡара әле, Кәфиә, бәлки, донъялағы бөтә кәңәшмәләр ҙә шулай ихлас булырға тейештер. Беҙ уларҙың һүҙен шым ғына тыңлайбыҙ. Үҙебеҙ уйнап ултырған булабыҙ, ә бер һүҙҙәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Атайым менән әсәйем шул хәтлем татыуҙар, беләһеңме, мин бәләкәй саҡта, атай менән әсөй — ир менән ҡатын түгел, ә бер туған булаларҙыр, тип уйлай торғайным. Ысын, Кәфиә, улар әле лә минең өсөн тик атай менән әсәй генә... Ҡара әле, беҙ ҙә шулай...
– Кит әле, юҡты һөйләп ултырма. Эшең булмаһа, бар ана коверҙы ҡағып индер!
Фәрит аптырап ҡарап торҙо ла:
– Яғылмаған мейес шикелле һин, Кәфиә, — тине. — Тыуғанда уҡ шулай булып тыуҙыңмы әллә?..
Кәфиә уның һүҙен тыңлап бөтмәне, ҡулын ғына һелтәне. Хәҙер үҙе лә аптырап ҡуя. Әллә ирен һанламаны, әллә, әлеге әйтмешләй, тыумыштан дорфалыҡҡа күнгән. Ғүмер буйы ошолай йәшәрҙәр инеме икән?
Бәлки, йәшәрҙәр ҙә ине...

Былтыр улар Фәриттәрҙең ауылына ҡайттылар. Йәй башы, халыҡтың эштән бушаныбыраҡ, һил торған сағы. Ауыл халҡы, ҡунаҡ килһә, башы күккә тейә. Тотондолар ҡунаҡ итергә. Фәрит тә күленә сумған балыҡ шикелле кинәнә. Күптән ҡайта алмай аптырай ине.
Тик Кәфиә генә тиҙ биҙрәне. Көн дә өйҙән өйгә ҡунаҡҡа йөрөтәләр. «Килен» тиҙәр ҙә ҡыҫтайҙар. Йәненә тейҙеләр инде. Шул «килен» тигән һүҙҙәре бигерәк асыуға тейә. Әллә ниндәй халыҡ. «Минең үҙ исемем бар. Исемем менән әйтегеҙ», — тигәйне, тегеләр тағы ла нығыраҡ тотондолар. «Килен тимәй, кем тиәйек, килен инде», — тип көләләр. Етмәһә, улар ыңғайына Фәрит тә шулай әйтеп ебәргән була.
Бер көн күрше ауылға ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Кәфиә барманы. Фәрит өгөтләп тә, инәлеп тә ҡараны. «Түҙ инде, мине оятҡа ҡалдырма. Үтер ҙә китер», — ти. Тыңламаны.
Фәрит үҙе генә китте. Ә Кәфиәнең уға хәтере ҡалды. Ире ташлап китмәҫкә тейеш, тип уйланы.
Кәфиә иртәгеһен сумаҙандарын тултыра башланы. Фәрит башта ҡойолоп уҡ төштө.
– Нишләйһең?
– Ҡайтам.
– Ҡайтмайһың...
– Уныһын һинән һорамаҫтар.
– Һуң бөтә ауыл алдында минең биткә ҡара яғып китәһең.
– Унда минең эшем юҡ.
Бик хәтерҙәре ҡалһа ла, өйҙәгеләр өндәшмәне. Әллә, кеше араһына инмәйек, тинеләр, әллә ҡул ғына һелтәнеләр.
Фәрит уны машинаға ултыртып ҡына ҡалды. Кәфиә: «Бергә китәйек», — тип ҡарағайны, тыңламаны. Аҙаҡ асыуын ҡайтарырмын әле, тип ҡыҙыша ине.

Фәрит үҙе башланы:
– Кәфиә, беҙ бергә тора алмабыҙ, ахырыһы, — тине. Кәфиә аптырап ҡалды. Шундай кеше ошо һүҙҙәрҙе әйтһенсе... Асыуы килде, шулай ҙа шөбһәләнде.
Иренең бындай тыныс һәм ҡаты сағын беренсе күреүе ине. Кәфиә шунда уҡ үҙен ҡулға алды:
– Яңы аңланыңмы ни?
– Шулайыраҡ. Тик бала...
– Хәҙерге ваҡытта бала етем булмай ул. Шундай ирҙәргә асыуым килә, айырылышырға көстәре етмәһә, балаға һылтана башлайҙар.
Фәрит аҙна буйы һөйләшмәне. Сыға ла тәмәке тарта, кире инә, иҙән буйлап йөрөй, йәнә сығып китә. Булһа, ашай, әҙер булмаһа, шулай йөрөй. Бик кәрәге төшкәндә генә үҙ-ара бер-ике һүҙ өндәшеп алалар ҙа тыналар, әйтерһең, автобуста китеп барыусы ят юлаусылар ғына.
Ҡыҙҙары әле атаһына, әле әсәһенә килә. «Минән нимәлер йәшерәһегеҙ, һис аңлай алмайым», — тигән төҫлө, туп-тура күҙҙәренә ҡарап тора. Шунан моңһоу ғына итеп һүҙ ҡуша. Әйтерһең, үҙе ғәйепле.
Был күңелһеҙлекте һыпырып түгеү өсөн, Кәфиәнең бер ихлас йылмайыуы ла еткәндер. Быны үҙе лә аңлай. Тик ул түбәнһенәсәк түгел. Ире әйтмешләй, яғылмаған мейес шикелле ҡала бирҙе.
Фәрит бер көн ҡайтты ла:
– Мин китәм, — тине.
– Ҡасан?
– Иртәгә.
– Кит.

Улар шулай һөйләшәләр, әйтерһең, һүҙ бер-ике көнлөк юлға сығыу тураһында ғына бара. Төтөнһөҙ янған ут шикелле, бәлки, икеһе лә эстән кисергәндәрҙер, ләкин тышҡа бер ни сыҡманы. Кәфиә артыҡ һыҙланманы. Ул быны ысын айырылышыу тип аңламай ине. Күп булһа, бер-ике ай йөрөр... Уға барһа әле... Ике-өс көндән ҡайтып ишек ҡаҡмаһамы.
Фәрит иртәгеһен әйберҙәрен алып сыҡты ла китте. Бүтәнсә килмәне лә, күренмәне лә. Ай ҙа үтте, йыл да үтте... Баҡсаға ҡыҙҙары янына ғына килеп китә икән. Әй, ҡыҙының ҡыуаныуҙары. Кәфиәнең асыуы килә. «Бүтән уның янына барма!» — ти. Тегеһе, йә, тип әйтә лә, күрһә, тора ла йүгерә.
Барыбер кире ҡайтыр ҡайтыуын, бөтәһен дә иҫенә төшөрөр әле Кәфиә...
Бер көндө ул Фәриттең һүҙен ишетеп аптырап ҡуйҙы. Иптәштәренә: «Беҙ Ньютондың өсөнсө законы буйынса айырылыштыҡ», — тип әйткән, имеш. Кәфиә ғәрләнеп ҡуйҙы. Шулай көлөп йөрөй икән. Шунан: «Фәриттең ахмаҡ һүҙҙәре бөтмәҫ», — тип үҙен тынысландырҙы.
Шулай ҙа нимә әйтергә уйлаған икән? Кәфиә Ньютон закондарын мәктәптән үк белә. «Бер әйбергә ни тиклем көс менән баҫым яһаһаң, ул да шул тиклем үк көс менән һине кире этәрә...» Мәғәнәһенә төшөнә алманы. Әллә, яңғыҙы йөрөп, Фәриттең аҡылы зәғифләнә башлағанмы?..

* * *
Кәфиә, ҡала ситендәге туғыҙ ҡатлы йорт янына еткәс, аптырап китте. Ҡайҙан, нисек килеп сыҡты һуң әле бында? Ул бит бөтөнләй икенсе яҡҡа атлаған төҫлө ине. Хәйер, тик саф һауала йөрөргә генә уйлағайны. Әле бөтә тәҙрәләренән дә нур сәсеп балҡып ултырған бейек йорт бик ҡотһоҙ, шомло күренә...
Фәритте, ошо йортта йәшәй, тинеләр. Был һанһыҙ тәҙрәләрҙең ҡайһыһы уларҙыҡы икән? Ни эшләйҙәр икән? Бәлки, Фәрит әйткәнсә, һәүетемсә генә һөйләшеп ултыраларҙыр, көлөшкән булаларҙыр. Теге ҡатын Фәриттән күҙен дә алмайҙыр... Тапҡан бәхетен... йә ҡунаҡ саҡырғандарҙыр. Кемдәр килде икән? Шулай уҡ элек бергә йөрөшкән дуҫтары ла бармы икән? Улай бик яман хыянат була ла баһа... Тышҡа сығармаһалар ҙа, моғайын, уның тураһында уйлайҙарҙыр... Кәфиә бына ҡараңғылыҡта тома яңғыҙы тора. Ә улар...

Юҡ, хәҙер үк инеп бөтәһен дә пыран-заран килтерергә, туҙҙырырға кәрәк. Хәҙер үк! Кеше бәхетен урлап, шатланып ултырмаһындар.
Кәфиә шул тиклем үҙ хыялына бирелгәйне, бер генә өн кәрәк, хәҙер үк атылып керәсәк. Бөтә йортто эҙләп сығыр, мәгәр барыбер табыр шуларҙы.
Ул урынынан ҡуҙғалып ҡуйҙы. Шунда ғына иҫенә килде. Әллә өшөй инде, ҡалтырана.
Үҙенә йәнә уңайһыҙ булып китте. Ошо көнгә төштөмө ни инде? Фәритте бит үҙе ебәрҙе, үҙе риза булды. Бәлки, ул ошо йортта ултырһа ла, күңеле Кәфиәләлер.
Кәфиә бер аҙ тынысланды. Үҙе шул тиклем арыған. Ошонда йығылһа, үлек шикелле йоҡлар ҙа китер. Ул яр шикелле торған бейек йортҡа ҡараны. Юҡ, тиҙерәк бынан китергә кәрәк. Йә берәйһе күреп ҡалыр.
Кәфиә, ҡараңғы юлдан әкрен генә баҫып, өйө яғына ыңғайланы...

Рәшит Солтангәрәев.
Яғылмаған мейес
Яғылмаған мейес
Автор:
Читайте нас в