Тарих биттәренә күҙ һалһаң, заманында ауылда ике мәсет булған. Береһендә Әхмәҙулла Иҙрисов исемле мулла хеҙмәт итһә, икенсеһендә Ғәлиулла мулла халыҡты иманға өндәгән. Дин әһеле шулай уҡ мәҙрәсә лә төҙөтә, үҙе үк халыҡҡа дин дәрестәрен дә бирә. Әммә илдә сыуалыштар башланғас, уны һөргөнгә ебәрергә ҡарар итәләр. Мәсет манараһын киҫер алдынан Ғәлиулла мулла изге айҙы йәшереп ҡуйырға өлгөрә. Һәм, бына бер быуатҡа якын мәсетһеҙ йәшәгән ауылда бөгөн йәнә аҙан тауышы яңғырай.
Бөгөн иртән иртүк көн болотло ине. Ямғыр тамсылары бына төшәм, бына төшәм, тип торһа ла, Аллаһтың рәхмәте, мәсет асыу тантанаһы ваҡытында күктә ялтырап ҡояш сыҡты, бар йыһан нурға күмелде. Эйе, был көндә байрамға килгән аҡ яулыҡлы әбейҙәр-апайҙар, түбәтәй кейгән ир-егеттәр һәм йәштәр оло ла, изгелекле лә эш һөҙөмтәһенең шаһиты булды: Мораҙымда яңы мәсет сафҡа индерелде. Тантаналы сарала Октябрьский, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Миәкә райондары имам-ахун Мәүлимйән хәҙрәт Сибәғәтуллин, Бишбүләк районы имам-мөхтәсибе Фәрит хәҙрәт Хәйретдинов, район хакимиәте башлығы Артур Зарипов, ауыл Советы ауыл биләмәһе етәксеһе В.В.Вдовин, урындағы Дамир Иҙрисов, шулай уҡ күрше ауылдар һәм райондар имамдары, ауыл халҡы, шулай уҡ төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индереүселәр ҡатнашты.
Ауылда ғибәҙәт ҡылыу һәм яңа ғилем алыу өсөн ошондай кәрәкле урын барлыҡҡа килеүе менән имам-мөхтәсиб Фәрит хәҙрәт мөьмин мосолмандарҙы тәбрикләп үтте һәм мәсет ишегенең һәр ваҡыт асыҡ тороуын теләне. Артур Мөхлис улы үҙенең сығышында ауыл халҡының һәр яҡлап актив булыуын билдәләп үтте һәм мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сухоречка ауыл Советына ҡараған Мораҙым ауылында барлығы 210 кеше йәшәй. Шуларҙың бер өлөшө генә йөрөһә лә мәсет юлына үлән үҫмәйәсәк.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотолары.