Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2023, 12:02

Урмандың хәстәрлекле хужалары

Йыл һайын сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урман хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләп үтә, уларҙың бурысы — йәшел байлыҡты яҡлау hәм арттырыу

Урмандың хәстәрлекле хужалары
Урмандың хәстәрлекле хужалары

Урмандар һаҡлауҙы һәм тергеҙеүҙе талап итә. Райондың урман тармағында үҙ эшенә бирелгән кешеләр эшләй. Улар үҙ бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән үтәйҙәр, хатта урманда көнө буйы булырға hәм ҡунырға әҙерҙәр. Урмансыларҙың  бурыстарына ағас ултыртыу, урман культураларын ҡарау, урман культураларын арттырыу, йәш үҫентеләрҙе тәрбиәләү, янғынға ҡаршы саралар hәм башҡалар керә.

Михайловка участогы начальнигы Ринат Мирғәлиев һәм техник участок мастеры Виктор Яковлев менән улар  урмандарҙы ҡарап йөрөгәндә осраштым.

— Яҙғыһын үҫентеләрҙе киләһе йылдың яҙында ултыртыр өсөн участоктар һайлайбыҙ. — Дөйөм алғанда, гектарға яҡын ер әҙерләргә кәрәк. Иртәгә һөрөргә, тупраҡты әҙерләргә барабыҙ, — ти, был өлкәлә  11 йыл эшләгән Ринат Йәғәфәр улы. — Михайловка участогында беҙ өсәү эшләйбеҙ. Дим урмансылығында ағалы-ҡустылы Илнар менән Әҡсән Кашаповтар эшләй. Бик яҡшы йәш егеттәр. Нулдән алып тиерлек трактор йыйҙылар. Шундай хеҙмәткәрҙәр күберәк булһа ине.

Виктор Михайлович Яковлев урман хужалығында 2009 йылда килешеү буйынса эшләй башлаған. Урман хужалығына ер һөрөргә ярҙам иткән, диләнкә сығарыу менән шөғөлләнгән.

—Михайловка урмансылығында рәсми рәүештә 2019 йылдан эшләйем. Эш вакытының күп өлөшөн, иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә ҡәҙәр, урманда үткәрәм, — ти Виктор Яковлев. Эш күп: һөрәбеҙ, ултыртабыҙ, киҫәбеҙ, турайбыҙ, ағас сығарабыҙ…

Урман хеҙмәткәрҙәре менән бергә Михайловка питомнигында булдыҡ, ул һигеҙ гектарҙы биләп тора. Ринат Мирғәлиев әйтеүенсә, республиканың Урман хужалығы министрлығында беҙҙең питомник иң яҡшыһы булараҡ билдәләп үтелде.

— Бында беҙҙең ике йыллыҡ үҫентеләребеҙ бар, бер аҙ алыҫтараҡ — бер йыллыҡтар. Yҫентеләрҙе килешеү  буйынса биш кеше ҡарай, — тип һөйләй Ринат Йәғәфәр улы. — Киләсәктә ултыртыу өсөн һау-сәләмәт үҫентеләрҙе үҫтереү — бик ҙур эш. Эш ауыр, айырыуса иғибарлылыҡ талап итә.

Yҫентеләрҙе утайҙар, һыу һибәләр, күләгә яһайҙар, уларҙың үҫешен күҙәтәләр. Ултыртыу материалы ҙур һорау менән файҙалана. Закон шундай — күпме ағас киҫелгән, шул ҡәҙәр ултыртырға кәрәк. Йәш үҫентеләр хатта Алыҫ Төньяҡҡа ла һатыла. Уренгой, Сорғоттан нефтселәр һатып ала.

Урманға хеҙмәт итеү — фиҙаҡәр хеҙмәт. Йыш ҡына яратҡан эштәренә урман эшселәре бар буш ваҡытын бүлә. Илнар Зөлфәт улы Кашапов урман хужалығында 2018 йылдан бирле эшләй. Уға Дим һәм Бишбүләк участоктары беркетелгән.

— Эшем оҡшай. Туғаным Әҡсән менән урман үрсетеү, культуралар ултыртыу менән шөғөлләнәбеҙ, халыҡты утын, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итәбеҙ, — тип ҡыҫҡаса һөйләй Дим участогы начальнигы Илнар Зөлфәт улы Кашапов.

Тәбиғәт беҙҙе матурлығы менән генә түгел, ә йомартлығы менән дә бүләкләгән, бының өсөн, тәү сиратта, урман хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ. Әммә беҙгә шуны онотмаҫҡа кәрәк — иң ҙур тәбиғи байлыҡты һаҡлау, арттырыу, ҡайғыртыу hәм рациональ ҡулланыу урман эшселәренең генә түгел, йәмғиәттең дә бурысы.

Ирина ФОМИНА.

Автор фотоһы.

Урмандың хәстәрлекле хужалары
Урмандың хәстәрлекле хужалары
Автор:
Читайте нас: