Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2023, 15:55

Табын йәме – икмәк

Бишбүләк ауылында йәшәүсе Рәмзиә Хәбибуллина ҡомалаҡ икмәге бешерә

Табын йәме – икмәк
Табын йәме – икмәк

Бөгөн магазин кәштәләрендә икмәктең ниндәй генә төрө юҡ! Ағы ла, ҡараһы ла, әсеһе лә, төрлө орлоҡтар, әллә ниндәй тәмләткестәр ҡушылғаны ла етерлек. Тик улар сифаты, файҙаһы, туҡлыҡлы булыуы йәһәтенән ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән һис тә ярыша алмай. Икмәкте тап элеккесә бешереүсе хужабикәләрҙең береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Бишбүләк ауылында йәшәүсе Хәбибуллиннар ғаиләһе йортона килгәндә, яңы бешкән икмәк еҫе бөтөн өйгә таралғайны.  Башына яулыҡ ябынған, алъяпҡыс быуған Рәмзия апай кухняла өйөрөлә ине.

- Магазинда хәҙер йәнең ни теләй, шул бар, әммә күңел йылыһын ҡушып, үҙең бешергәнгә етмәй инде. Ҡомалаҡ сүпрәһенән һалынған икмәк бик тәмле, әскелтем була, өҫтәүенә, тиҙ генә иҫкермәй ҙә,– ти, йорт хужабикәһе. 

Белеүебеҙсә, икмәк һалыу бер нисә этаптан тора. Уның тәмлелеге, сифаты бешереүсенең оҫта ҡулынан да тора. Рәмзиә апай бала саҡтан уҡ икмәк һалыу серҙәренә әсәһенән өйрәнгән. Элек бит һәр өйҙә мейес тултырып икмәк һалалар ине. Минең әсәйем Хәжәр ҙә, беҙ бәләкәй саҡта уҡ, ҡомалаҡ икмәге бешерә ине. Иң тәүҙә,  ауыл мейесендә, һуңынан газ духовкаһында һалды, әле булһа уның табаларын файҙаланам. Үҙем пенсияға сыҡҡандан бирле магазиндан икмәк һатып алмайбыҙ, - ти аш-һыу оҫтаһы.

Сығышы менән Ҡунаҡҡол ауылынан булған Рәмзиә апай Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, тыуған ауылындағы мәктәптә балалар уҡыта, унан бер аҙ һуңыраҡ, Ҡыңғыр-Мәнәүездә ауыл Советында эшләй, ә инде Бишбүләккә күскәс, артабанғы хеҙмәте район үҙәк дауаханаһында кадрҙар бүлеге менән бәйле була. Йорт хужаһы Әнүәр ағай и8ё “Дим” кооперативында инженер булып хеҙмәт итә, һуңынан Себер тарафтарында эшләп хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәт ветерандары бөгөн шәхси хужалыҡтарында һыйыр малы аҫрай, ҡош-ҡорттота, һәм йыл әйләнәһенә етерлек бәрәңге-йәшелсә үҫтерә.

- Ҡомалаҡты хәҙер йыйыусылар бик һирәк. Быйыл көҙ матур килде, беҙ уны Әнүәрҙең тыуған яғы – Ҡасҡын ауылының Дим буйынан да, Ибрайкин ауылы янынан да йыйҙыҡ. Икмәк һалғанда, ҡайһы берәүҙәр магазин сүпрәһен ҡуллана, мин гел үҙем яһаған сүпрәнән һалам. Әлбиттә, иң тәүҙә сүпрә яһайым, бының өсөн Баҙлыҡ шишмәһенән һыу алып ҡайтабыҙ. Әҙер әсеткене һыуытҡыста һаҡлайым, бер нисә тапҡыр икмәк бешерергә етә ул. Икмәк һалаһы көндә, иртәнге сәғәт 5-тә баш яһап ҡуям, унан сәғәт 8-9-ҙар тирәһендә ҡамырҙы баҫам, ә инде ҡабарып менгәс, әүәләп ҡалай табаға һалам да тағын бер аҙ ҡабарып еткәнен көтәм. Ғәҙәттә, бер бешергәндә, ике икмәк һалам, - тип һөйләй йорт хужабикәһе хуш еҫле түңәрәк икмәкте өҫтәлгә ҡуйып.

Ҡабарып бешкән хуш еҫле икмәк – һәр табындың күрке, йәме. Йәшәйешебеҙҙең бер көнө лә төп ризыҡ - икмәктән башҡа үтмәй. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ икмәккә оло хөрмәт менән ҡарарға өйрәткән, сөнки унда игенсенең ҙур хезмәте лә, тирмәнсенең һәм икмәк бешереүсенең дә ҡул көсө һалынған.

- Икмәк бешереү өсөн ондың юғары сортлыһын баҙардан һатып алабыҙ. Был бик ҙур хеҙмәт кеүек тойолһа ла, бер өйрәнгәс, ауырлығы юҡ. Кемдер "хлебопечтә" бешерһә, мин үҙем газ духовкаһын файҙаланам, ул электрға көйләнгән, шунлыҡтан ризыҡ көймәй. Өфөлә йәшәүсе улым һәм ҡыҙым ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, уларға ла күстәнәскә биреп ебәрәм, - ти, тиҫтә йылдан ашыу яҡындарын үҙе һалған икмәк  менән һыйлаусы яғымлы хужабикә.

Икмәк – тормошобоҙ сығанағы, ғаиләлә муллыҡ, бөтөнлөк билдәһе. Икмәк бешерергә  өйрәткән Рәмзиә апайға рәхмәт әйтеп, ғаиләләренә бәхет һәм муллыҡ теләп, иртән генә бешкән бер ҙур түңәрәк икмәкте күстәнәскә алып, ҡайтып киттек.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Табын йәме – икмәк
Табын йәме – икмәк
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: