Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2023, 16:25

«Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙе яратабыҙ»

Бишбүләк ауылының почта элемтәһе бyлеге коллективында осраҡлы кешеләр юҡ

«Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙе яратабыҙ»
«Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙе яратабыҙ»

Көн һайын почта хеҙмәткәрҙәре хеҙмәттәрен ҡулланып, беҙ хатта уның ниндәй ауыр эш икәне тураһында уйланмайбыҙ. Бында эш күп: килгән корреспонденцияны ҡабул итеү hәм эшкәртеү, матбуғатҡа яҙылыу, посылкаларҙы ҡабул итеү hәм тапшырыу, клиенттар менән эшләү, киң ассортименттағы тауарҙарҙы халыҡҡа һатыу, коммуналь тyләүҙәр ҡабул итеү h.б, сөнки почта кyрһәтә торған хеҙмәттәр даими киңәйә — бик тиҙ yҙгәрә торған ваҡыттан артта ҡалмаҫҡа кәрәк. Бишбүләк ауылы почта элемтәһе бүлексәһенең татыу коллективы ошо барлыҡ ҡуйылған мәсьәлeләрҙе уңышлы хәл итә.

Тамара Николаевна Атаманованы Бишбүләктә, моғайын, hәр кем белә торғандыр. Ул Бишбүләк ауылының почта элемтәһе бyлексәһендә 37 йыл эшләй. Ул бында 1986 йылда килгән. Башта смена почтальоны булып эшләгән, отпускыла булғандарҙы алыштырған. Артабан страховка участогы начальнигы бала ҡарау буйынса отпускка киткән хеҙмәткәрҙе алыштырырға үтенә. Шулай итеп, Тамара Николаевна почта бyлексәһендә ҡала. Был йылдар эсендә ул почтальон да, бухгалтер ҙа, оператор ҙа булып эшләгән.

— Башта беренсе ҡаттағы барлыҡ кабинеттарҙы үтеп сыҡтым, унан һуң икенсеһен. Бухгалтер эше күңелемә ятманы, унда һандар менән эшләргә кәрәк, ә миңә барыбер кешеләр менән эшләү яҡыныраҡ ине. Шуға күрә оператор булып эшләй башланым, — тип һөйләй Тамара Николаевна үҙенең хеҙмәт юлы тураһында. — Кyпмелер ваҡыт эксплуатация-техник мәсьәләләр буйынса инструктор булып эшләнем. 1995 йылда район элемтә узелы менән айырғас, мине почтамт начальнигы урынбаҫары итеп билдәләнеләр. Ул ваҡыттағы почта начальнигы Галина Константиновна Антонова хаҡлы ялға киткәс, мине уның урынына ҡалдырҙылар. 2007 йылда беҙҙе Бәләбәй почтаһы менән ҡуштылар, мине почта начальнигының урынбаҫары итеп кyсерҙеләр. Унан һуң әлеге вазифаны ҡыҫҡарттылар, hәм яратҡан эшемдән айырылмаҫ өсөн, элемтә бүлексәһе начальнигы булып эшләй башланым. Эшем миңә оҡшай.

Әлбиттә, Куйбышев кулинар училищеһын тамамлаған Тамара үҙен почта өлкәһендә эшләрмен тип уйламаған да, Себергә китеп, эшкә урынлашҡан.

— Ситкә эшкә киттем, ә кейәүгә үҙемдең күршемә сыҡтым, — тип йылмая Тамара Николаевна. — Артабан иремде Бишбүләккә ҡайтырға өгөтләнем. Тамара Николаевнаның ире Эрнест Павлович урман хужалығында инженер булып эшләгән. Атамановтар ике бала yҫтергән, уларға белем алырға ярҙам иткән. Уларҙың hәр береһе тормышта үҙ юлдарын тапҡан. Өләсәй менән олатайҙы хәҙер алты ейән-ейәнсәрҙәре шатландыра. Тамара Николаевна әйтеүенсә, коллективта барыһы ла бер-береһенә ярҙам итә.

Почта элемтәһе бyлексәһенең начальнигы ҡулы аҫтында әлеге ваҡытта начальник урынбаҫары hәм 11 почтальон эшләй. Почтальон эшен ябай тип  әйтеп булмай, сөнки улар hауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ауыр сумкалар менән йәйәүләп ҙур араларҙы үтә. Бишбүләк буйынса  корреспонденцияны адресаттарға алты почтальон илтеп еткерә. Сиҙәкбашта, Йылбулаҡ Матвеевкала, Ереклелә, Кесе Сиҙәктә, Киҫтәнле-Богданда почтальондар бар. Уларҙың hәр береһе үҙ бурыстарынан тыш, кешеләр менән ихлас һөйләшеү өсөн көс таба. Сөнки улар кyберәк пенсионерҙарҙы хеҙмәтләндерә, ә өлкәндәргә, ҡағиҙә булараҡ иғтибар hәм аралашыу кәрәк.

— Эш туҡтап тормай, кәрәк булһа, бер-беребеҙҙе алыштырабыҙ. Коллективта йәш хеҙмәткәрҙәр юҡ, нигеҙҙә, урта hәм өлкән йәштәгеләр. Бер почтальоныбыҙ эштән китә, шуға күрә почтальон вакансияһы бар. Ике оператор вакансияһы бар. Улар булмағас, был эште мин hәм минең урынбаҫарым Татьяна Федоровна Макарова алып барабыҙ, — ти Тамара Николаевна. — Эш туҡталып тора алмай, уны кемдер башҡарырға тейеш. Бына шулай эшләйбеҙ.

Татьяна Макарова почта элемтәһе бyлексәһенә эшкә ете йыл элек урынлашҡан. Әлеге өлкәлә уның эш тәжрибәһе инде булған, Татьяна Федоровна ҡасандыр почтальон булып эшләгән.

 — Эшкә почта бүлексәһенең элекке начальнигы Светлана Вячеславовна Яковлева саҡырҙы. Ул ваҡытта оператор юҡ ине. Шунан бирле төрлө вазифаларҙа эшләйем, — ти күп балалы әсәй. — Был ваҡыт эсендә күпме оператор алышынды. Яңы кешеләр килә, ә беҙ уларҙы өйрәтәбеҙ ҙә, күпмелер ваҡыттан һуң улар китә, улар урынына башҡалар килә һәм йәнә  өйрәтәбеҙ... Барлыҡ коллективтың намыҫлы эше арҡаһында матбуғатҡа яҙылыу, таратыу, һатыу hәм башҡа күрһәткестәр буйынса план үтәлә.

— Әле госпиталгә посылкалар ебәрергә әҙерләйбеҙ. Бөгөн иртүк 18 посылка килтерҙеләр, әле тағын унды. Район халҡы госпиталдә булған беҙҙең хәрбиҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы одеялдар, урын-ер кәрәк-яраҡтары менән посылка әҙерләүгә актив ҡушылды. 10 килограмға ҡәҙәр ауырлыҡтағы посылкалар бушлай ебәрелә. Үҙ эшебеҙҙе беҙ яратабыҙ. Әлбиттә, кешеләр ҙә төрлө-төрлө. Ҡайһы берҙә кемдер ауыр һүҙ әйтә — көнө  буйына кәйеф ҡырыла. Клиент йылы һүҙҙәр әйтһә, көнө буйы осоп тиерлек йөрөйһөң, — ти, Тамара Николаевна әңгәмәне йомғаҡлап.

Ирина ФОМИНА.

Автор фотоһы

«Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙе яратабыҙ»
«Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙе яратабыҙ»
Автор:
Читайте нас: