Айнур ир бала булһа ла, һәр саҡ әсәһенә һыйынып үҫте. Ғаиләлә башҡа бала булманы. Айнур үҙен белгәндән алып һәр саҡ әсәһенең артынан эйәреп йөрөнө. Әсәһе бигерәк матур ине уның. Көләкәс кенә. Бер ваҡыт уны кәйефһеҙ итеп күрмәне тип әйтер ине, булды ундай ваҡыттар. Әсәһенең йәшеренеп кенә илаған саҡтарын күрҙе. Был атаһы Айнурҙы һуҡҡан йә алама һүҙҙәр менән әрләгән саҡтарында булды.
Ниңәлер атаһы яратманы уны. Һәр саҡ мыҫҡыл итте, көлдө. Ҙурая башлағас йыш ҡына туҡмай башланы. Әлбиттә, әсәһе улын һәр саҡ яҡлай торғайны. Әммә күрмәй ҡалған саҡтары ла була ине. Бер мәл әсәһе Айнурҙы алып өләсәләренә ҡайтты. Тик атаһы теҙләнеп китеп ялбарып кире ҡайтарҙы уларҙы. “Башҡаса тырнаҡ менән дә сиртмәм”,-тип анттар бирҙе. Әсәһе ышанды уға. Айнур ҙа. Атаһын йәлләй ине малай. Сөнки ярата ине уны.
Ҡайтҡас бер аҙна тыныс йәшәнеләр. Айнур үҙен иң бәхетле бала итеп тойҙо. Атаһы әсәһенә: “Улым менән балыҡ ҡармаҡлап киләйек”,-тигәс, аптыраны ла, ҡыуанды ла. Тик әсәһе улын ебәрергә ҡурҡа ине. Шулай ҙа малайҙың янып торған күҙҙәренә ҡарап ҡына риза булды.
Тәбиғәткә һоҡланып, күҙәтеп барған малай атаһының өйҙән сыҡҡандан алып бер һүҙ әйтмәүенә лә иғтибар итмәне.
Резина кәмәгә ултырып йылға уртаһына йөҙөп киттеләр. Атаһы ҡармаҡ тотторғас Айнур һөйөнөп бөтә алманы. Күпме ваҡыт үткәндер, әммә ҡапыл атаһының арҡаһынан ныҡ итеп этеп ебәреүен тойҙо. Малай һалҡын һыуға барып төштө. Айнур йөҙә белмәй ине ул саҡта. Тыпырсына башланы. Шул саҡ кәмәлә үҙенә ҡарап ҡыбырламай ҙа ултырған атаһын күрҙе. Малай атаһының үҙен ҡотҡарырға уйламауын да аңланы. Баланың күҙендә ҡурҡыу ҙа, аптырау ҙа, атаһына нәфрәт тә сағылып ҡалды.
Ҡалғанын ул хәтерләмәй. Аңына килгәндә дауаханала ята ине. Эргәһендә илап бөткән әсәһе ултыра. Күрәһең, атаһы һуңғы минутта уны йәлләгән, һөйрәп сығарған һыуҙан. Малай барыһын да хәтерләһә лә, әсәһенә бер ни ҙә әйтмәне. Быны белгәс, атаһы үтә шашып китте. “Эшкинмәгән улың һинең! Кәмәлә тыныс ултыра алмай икебеҙҙе лә һәләк итә яҙҙы!”-тип кенә ебәрҙе.
Айнур өндәшмәне. Ошо хәлдән һуң ул атаһы менән бер ҡасан да һөйләшмәне. Айнурға 15 йәш тулғанда әсәһе ҡапыл мәрхүмә булды. Үҫмер өсөн тормош туҡтағандай булды. Атаһы ла тағы нығыраҡ яһилланды, үҫмерҙе буштан-бушҡа туҡмай башланы. Айнур өйөнән сығып китте. Күрше ҡалалағы училищеға инде. Әсәһенең үҙен юғары белемле итеп күрергә теләүен бер ҡасан да онотманы. Училищены бөтөп институтҡа инде. Ауыр ине уға. Бер ҡара икмәк һәм көнбағыш майы һатып алып шуның менән бер нисә көн туҡланып йөрөгән саҡтары күп булды. Былары бәхетле көндәр ине әле. Аслыҡтан йоҡлай алмаған саҡтары ла булды. Тиҫтерҙәре лә таҙа, әммә һәр саҡ бер үк кейемдә йөрөгән Айнурҙы үҙ итмәне. Вагондар бушатыу, төндә складтар йыуыу – барыһын да эшләне ул. Әммә йылдар үтә бара Айнур көсәйә генә барҙы. Әсәһенең янында булыуын һиҙҙе ул. Башынан һыйпағанын да тойҙо. Сөнки әле училищела уҡыған саҡта Айнур башҡаса түҙә алмай үҙенә ҡул һалырға булды. Тик шул саҡ төнгө ҡараңғылыҡта әсәһе алдына сығып баҫты. “Балам-балаҡайым, ни эшләйһең? Йәндәребеҙ мәңгегә айырылыр бит. Минең йәнем тынғылыҡ тапмаҫ һине күрмәһәм. Барыһы ла яҡшы булыр, әҙ генә түҙ...” Айнур илап йоҡлап китте. Ул әсәһенең башынан һыйпауын тоя ине. Ысынбарлыҡта. Ошо хәлдән һуң Айнур нимә эшләһә лә әсәһенең янында булыуын тойҙо.
Ауыр йылдар артта ҡалды. Айнур хәҙер ҙур килемле фирманың генераль директоры. Был үргә күтәрелгәнсе ниҙәр кисергәнен үҙе генә белгәс, кешеләргә, айырыуса ябай ҡатлам кешеләренә, өмөтлө йәштәргә бик иғтибарлы булды, һәр кемгә ярҙам итергә ынтылды. Матур ҙа, аҡыллы ла Нәркәсте тәү ҡараштан оҡшатты. Әсәһенә бик ныҡ оҡшаған ине ул. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Улдары тыуҙы. Айнур балаһын һөйөп туя алманы. Ҡайҙалыр бер нисә көнгә генә түгел, ә эштән дә балаһын һағынып ҡайтты. Улын ҡосаҡлап атаһы тураһында аптырап уйлаған саҡтары йыш булды. “Нисек үҙ ҡаныңды, үҙ өлөшөңдө рәнйетергә була икән. Был бит мөмкин түгел”-тип һиҫкәнеп китер ине. Унан атаһы үҙенә үгәй булғандыр тигән ҡарарға килде һәм күңеле бер аҙ тынысланды. Кәләше генә түгел, ә фекерҙәше лә булған Нәркәскә бар һыҙланыуҙарын асып һалды. Нәркәс һөйгәненең йөрәгендә ниндәй яра йөрөүен аңлап һығылып илап алды. Унан: “Ысынлап та, ул һинең атайың түгелдер. Һине бит яратмауы мөмкин түгел”,-тине.
Бәхетле парҙың тормошо гөрләп дауам итте. Ә ҡыҙҙары ла тыуғас, Айнур шатлығынан йоҡлай алмай ятҡан саҡтары булды. Үҙенең сикһеҙ бәхете тураһында әсәһенә һөйләне. Уның һаман да янында булыуын һәм барыһын да ишетеүен белә ине ул.
Шулай бер көн эшендә телефон яңғыраны.
-Айнур Зарифович?
-Эйе.
-Был дауахананан. Атайығыҙ беҙҙә. Машинаға тапалған ине. Ҡарттар йортона ебәрәбеҙ.
Айнур тын ҡалды. Ул атаһын оноторға тырышҡан ине. Тағы һорамайынса ла тормошона килеп инде. Ауыр уйҙарға бирелеп ҡайтты йортона. Уның кәйефһеҙ булыуын тойоп Нәркәс тә, балалары ла тын ҡалды. Айнур ҡатынына барыһын да һөйләп бирҙе. Бынан һуң икеһе лә йоҡлай алманы.
Иртәнсәк Нәркәс Айнурҙы килеп ҡосаҡланы ла:
-Һөйөклөм, һин бар дауаханаға. Аңлайым ауыр икәнлеген. Әммә шунһыҙ тынғылыҡ тапмаҫһың. Һин бит уның кеүек түгел, һин бит иң-иң яҡшыһы.
Айнур кәләшен һыға ҡосаҡланы ла, юлға сыҡты. Бына бала сағы үткән ҡаласыҡ. Әлбиттә, ул әсәһенең ҡәберлегенә килеп китә торғайны. Әммә бөгөн барыһы ла икенсе төрлө, икене төҫтә.
Түшәктә ятҡан атаһы янына килеп ултырҙы. Ҡартайған, таушалған. Машина аҫтына ла иҫерек килеш эләккән икән. Улын таныған атаһы:
-Мин һине саҡырҙыммы?! Нимә, минең аяҡһыҙ ҡалыуымдан көлөргә килдеңме? Сығып кит бынан!
-Аяҡһыҙ түгел һин. Барыһын да дауалап була. Хатта сатанламаҫһың да әле.
-Көләһеңме?
-Юҡ. Табиптар менән һөйләштем. Мәскәүҙә операция эшләйҙәр. Барыһын да түләйем, үҙем алып барам. Мин һинең улың булмаһам да, әсәйем һине яратып сыҡҡан бит...
-Нисек инде минең улым түгел?
-Ярай, йәшермә. Йылдар буйы уйлана торғас шундай фекергә килдем. Сит баланы ярата алмағанһыңдыр тип.
Атаһы һыңҡылдап илап ебәрҙе:
-Һин минең улым, минеке. Ғәфү ит мине, зинһар. Беҙ әсәйең менән бик яратышып өйләнештек. Тик һин тыуғас ул миңә бөтөнләй иғтибар итмәй башланы. Мин әсәйеңде һинән бик ныҡ ҡыҙғандым. Икебеҙ генә йәшәгән бәхетле саҡтарҙы һағындым. Шуға күрә һине күрә алмаҫ сиккә еттем. Хатта үлтерер өсөн йылғаға алып киттем бит! Ә һин бер нәмә лә иҫләмәгәс, ныҡ ҡыуандым.
-Мин барыһын да хәтерләй ... инем.
-Ә бит өндәшмәнең. Ғәфү ит, улым. Һине күрә алмауым менән әсәйеңде лә юҡ иткәнемде аңланым. Эстән һыҙланып йөрөп рак сиренә дусар булды бит. Дауалама мине! Сығарып ташла! Мин һине типкеләгән кеүек типкелә, туҡма. Тик ярҙам итмә! Улай тағы ауырыраҡ. Күтәрә алмаясаҡмын быны!
Башын бәргеләй башлаған атаһына укол ҡаҙағастар ҡына ул йоҡлап китте.
Айнур атаһын ҡалдырманы. Ни тиклем ҡаршылашһа ла Мәскәүгә алып китеп аяғына баҫтырҙы. Унан Нәркәс менән һөйләште.
-Нәркәс, мин ташлай алмайым атайымды. Холҡо ауыр булған саҡтар була. Әммә беҙҙең менән бергә йәшәргә алырға уйлайым. Яңғыҙлыҡтан яңынан эсеп алып китмәһен тип ҡурҡам.
-Һөйөклөм, мин атайҙы үҙебеҙгә алып ҡайтырыңа шикләнмәнем дә. Шулай булырға тейеш тә. Атайҙың тере булыуы – үҙе бәхет. Балаларыбыҙҙың өләсәйҙәре лә, ҡартатайҙары ла юҡ бит.
Йәшеллеккә күмелгән ике ҡатлы йорт алдына машина килеп туҡтаны. Айнур атаһына машинанан сығырға ярҙам итте. Ул һаман да ҡарттар йортона китәм тип даулаша ине. Әммә Айнур атаһын ебәрмәне. Шул саҡ ишек асылып китте лә “Ҡартатай!” тигән тауыш яңғыраны. Аптырап ҡалған бабайҙы ейәне һәм ейәнсәре килеп ҡосаҡлап та алды. Нәркәс йылмайып “Һаумыһығыҙ. Миңә һеҙгә атай тип өндәшергә яраймы? Балалар йортонда атайым булыуын бик теләй инем”-тине.
Оло кешенең күҙҙәренән йәштәре йүгерҙе. “Була, ҡыҙым, була. Мин иң ысын, иң яҡшы атай булырмын. Иң шәп ҡартатай булырға ла тырышырмын”,-тип бышылданы.
Ғаилә Нәркәс әҙерләгән мул табын артына йыйылды. Барыһы ла ихлас йөрәктән эшләнгәс, атаһы ла тынысланды. Ейәне һәм ейәнсәрен тупылдатып һөйҙө, уларҙы еҫкәп-еҫкәп алды. Улар менән көлдө, уйнаны. Ҡапыл улының үҙенә уйланып ҡарап ултырғанын күрҙе лә, бөршәйеп ҡалды: “Ғәфү ит мине, улым. Һиңә атай була алманым. Дошман ҡылмағанды ҡылдым һиңә ҡарата”. Айнур атаһының янына килеп уны ҡосаҡлап алды. “Атай, мин һине күптән ғәфү иттем. Онот барыһын да, йәме. Беҙ бергә хәҙер. Әсәйем дә күктән быны күреп һөйөнөр. Һин бит атайым минең, тыныслан”.
Төнөн Айнур әсәһенең башынан һыйпауын тойҙо.
-Рәхмәт, улым. Киленем дөрөҫ әйтә “Һине яратмауы мөмкин түгел...
Тыныслыҡ тапҡан йән тирә-яҡҡа сағыу осҡондар сәсеп йондоҙҙарға атылды...
Гүзәл Иҫәнгилдина.
https://hakmar.ru