Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2023, 12:26

Өс игеҙәк – өс бәхет

Йәш әсә Алина Муллагалиева әсәй булыу уға кyпме тормош дәрестәре биргәнен һөйләне

Өс игеҙәк – өс бәхет
Өс игеҙәк – өс бәхет

Был гүзәл затҡа ҡарап, уның күп бала әсәһе булыуын күҙ алдына килтереү ауыр: тыныс hәм йылмайып ҡына торған, шаян балаларға тауышын күтәрмәй, ауырлыҡтарҙан hәм ваҡыт етмәүҙән зарланмай. Алина 26 йәшендә өс игеҙәктең әсәһе була. Ғаиләлә өс тапҡыр тулыланыу тураһындаҡы хәбәр уның hәм тормош иптәше өсөн бик көтөлмәгән хәл була.

 — Мин Бишбүләктән. Ҡазанда уҡып, үҙ hөнәрем «Реклама hәм йәмәғәтселек  менән бәйләнеш» буйынса эшәнем, социаль селтәрҙәрҙе алып барҙым. Буласаҡ ирем Венер менән аныn тыуған ауылы Уҫаҡ-Кисеүҙә таныштым. Унда минең өләсәйем олатайы йәшәй ине, мин уларға йыш ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөнөм. Беҙ дуҫ ҡыҙым менән фонтан янынан үтеп бара инек, уның янында йәштәр гитарала уйнай. Гитара тауышын ишеткәс, үҙем гитарала уйнағанға, яҡыныраҡ килдем. Бер аҙ тыңлағас, яратҡан көйөмдө уйнау өсөн инструментын һораным. Был ваҡытта буласаҡ ирем куртка алырға өйөнә ҡайтып киткән булған. Килгәс, ниндәйҙер ҡыҙҙың уның гитараһында уйнағанын күрә. Шулай таныштыҡ та. 2017 йылда ҡыш көнө никахлаштыҡ hәм шул уҡ

Йылдың йәйендә туй үткәрҙек. 2020 йылдың 1 ноябрендe беҙ бишәү булдыҡ. Беҙҙең өс иге ҙәгебеҙ тыуҙы, — тип һөйләй Алина Муллағәлиева. Йәш ҡатын һәр ваҡыт уларҙың малай буласағын һиҙгән, әммә бер юлы өсәү булыр, тип көтмәгән. Уның хатта ҡыҙ исемдәре лә башына килмәй, малай исемдәрен һайлай. Беренсе УЗИ-ҙа өс игеҙәк буласаҡ, тип әйткәс, ул ышанмай, тағын бер тапҡыр тикшереүҙе һорай. Кабинеттан шок хәлендә сыҡҡан.

— Ирем был ваҡытта вахтала ине, шуға күрә ҡайтҡас, уға әйтергә булдым, был хәбәрҙе телефон аша һөйләргә теләмәнем. Беҙҙең өс балабыҙ буласағын хәбәр иткәс, ул мин шаяртам, тип уйланы hәм бер нисә тапҡыр һораны. Ул да оҙаҡ ваҡыт шок хәлендә булды, — тип иҫкә ала Алина.

Башта йәштәр быға бик иғтибар итмәгән. Һуңыраҡ аңлай башлағандар, hәм балалар ғүмере, үҙ сәләмәтлектәре өсөн яуаплылыҡ барлыҡҡа килгән. Йөклөлөк бик ауыр үткән, сөнки өс игеҙәк  — организмға ҙур көс. Малайҙар 28 атналыҡ булып тыуған. Йәш әсә инде бер исем — Тамерланды һайлаған булған. Һөҙөмтәлә, ире менән өсөһөн дә «Т» хәрефенә атарға ҡарар иткәндәр: Тамерлан, Таhир hәм Тимур.

— Хәҙер Өфөлә йәшәйбеҙ, әммә ирем вахтаға киткәс, беҙ Бишбүләккә ата-әсәй янына ҡайтабыҙ, улар беҙгә бала ҡарарға ярҙам итәләр, сөнки бәләкәй балалар менән бер үҙеңә генә ауыр. Малайҙар Бишбүләктә  «Дюймовочка» балалар баҡсаһына йөрөй. Баҡса беҙгә бик оҡшай, тәрбиәселәр яҡшы, балаларға унда уңайлы, — ти өс игеҙәктең әсәһе. — Беҙҙең көн тәртибебеҙ иртәнге аш менән башлана, малайҙар әйткәндәй, ашарға бик ярата. Унан һуң Таhир менән Тимурҙы баҡсаға алып барабыҙ, Тамерлан минең менән өйҙә ҡала, сөнки ул әлегә йөрөмәй. Беҙ уның менән өйҙә шөғөлләнәбеҙ, уға массаж яһайым, бергә күнегеүҙәр эшләйбеҙ, урамда йөрөйбеҙ, уйнайбыҙ. Унан һуң малайҙар баҡсанан ҡайта, һәм беҙ барыбыҙ бергә уйнайбыҙ, рәсем яһайбыҙ, пазлдар йыябыҙ, бер аҙ мультфильм ҡарайбыҙ, киске аш ашайбыҙ һәм йоҡларға әҙерләнәбеҙ. Мин уларға үҙем уйлап сығарған әиәттәрҙе һөйләйем, ирем хатта минең фантазияма ғәжәпләнә, — тип һөйләй  Алина үҙҙәренең көндәлек тормошо тураһында.

Алина әйтеүенсә, уларҙың характерҙары төрлө. Таhир — актив, изгелекле, ярҙамсыл, шат күңелле, әйберҙәре менән уртаклаша. Тимур — иркә, hәр ваҡыт беренсе булырға теләй, эмоциональ, үҙһүҙле. Тамерлан —түҙемле, энергияһы ташып тора, ағайҙарына ҡарағанда, хакимлыҡ итергә ярата.

Йәш әсә хәҙер нимә тураһында хыяллана тигән һорауға ул, тыйнаҡ ҡына йылмайып, яуап бирә:

— Тамерлан беренсе аҙымдарын яһаған көн тураһында хыялланам. Әсә булыу мине яуаплылыаҡ, сабыр булырға, тормошто hәм бик тиҙ үткән ваҡытт ҡәҙерен белергә, ваҡ-төйәккә лә шатланырға өйрәтте. Әсә булыу мине етеҙ булырға өйрәтте, яңы һәләттәр hәм таланттар өҫтәне. Декрет ялында булғанда, төрлө өлкәлә аҡса эшләү яғынан күп нәмәлә үҙемде һынап ҡараным, оҡшаған эшемде таптым. Хәҙер социаль селтәрҙә шөғөлләнәм, онлайн-хеҙмәттәр алып барам. Әсәй булыу миндә ҙур яуаплылыҡ өҫтәне, мин бер үк ваҡытта бер нисә эш башҡарҙым, ә өс бала тыуғас, минең тиҙлегем артты. Әсә булыу миңә бик күп тормош дәрестәре бирҙе hәм бирә, — ти өс игеҙәктәрҙе әсәһе.

Наилә СӘБӘХОВА.

Фото Алина Муллағәлиеваның шәхси архивынан.

Өс игеҙәк – өс бәхет
Өс игеҙәк – өс бәхет
Автор:
Читайте нас: