Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль , 00:01

Быуындарҙың һуғышсан традициялары менән ғорурлана

Бишбүләк ауылында йәшәүсе яугир-интернационалист Нәзир Камаев үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлаша

Быуындарҙың һуғышсан традициялары менән ғорурлана
Быуындарҙың һуғышсан традициялары менән ғорурлана

Афғанстандағы һуғыш хәрәкәттәре ветераны 56-сы гвардия айырым десант-штурм бригадаһының гвардия рядовойы Нәзир Камаевтың йәш быуынға һөйләр һүҙ күп. 

Өлкән быуын ир-аттары өсөн алыҫ йәшлек йылдарында армияла хеҙмәт итеү бөгөнгө көнгә ҡәҙәр мөhим иҫтәлекле ваҡиға булып ҡала. Һәм улар СССР Ҡораллы көстәре ғәскәрҙәрендә ҡыҫҡа сроклы хеҙмәт иткәндәр менән элемтәгә еңел керә.
— 1981 йылдың көҙөндә мин, ун һигеҙ йәшлек егет, армияға саҡырылдым, — ти Бишбүләк ауылында йәшәүсе алтмыш йәшлек Нәзир Васил улы. - Ул ваҡытта Афғанстанда һуғыш икенсе йыл бара ине. Мин 6 октябрҙә Yзбәкстан ССРының Чирчик ҡалаһына хеҙмәт итeргә эләктем. Hәм шунда уҡ хәрби частә йәш һалдат курсын үттем, унан һуң хәрби присяга ҡабул иттем. Ә инде 15 декабрҙә беҙҙе самолеттар менән ашығыс рәүештә Афғанстанға Гордез ҡалаһына күсерҙеләр. Мин 56-сы гвардия айырым десант-штурм бригадаһының уҡсыһы инем. Афғанстанда 1984 йылдың 7 ғинуарына ҡәҙәр хеҙмәт итeргә тура килде. Беҙҙе йыш ҡына территорияларҙы дошмандарҙан азат итeргә hәм карауандарҙы оҙата барырға ҡуштылар. Бер ябай сәбәп: «ҙур ер»ҙән алмаш булмағанлыҡтан, өс айға артығыраҡ хеҙмәт итeргә тура килде.
Шул ваҡыттан бирле күп һыуҙар аҡты. Ваҡыт уҙыу менән элеккеге икһеҙ-сикһеҙ илдә дәүләт төҙөлөш лә, хатта бөтә социаль осор ҙа үҙгәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул данлыҡлы Советтар Союзы булмаһа ла, тормош бының менән генә туҡталманы. Ул йылдан-йыл үҙ сираты менән барҙы. Шуға күрә мәҡәлә геройымдың да һөйләр һүҙе бар. Ул 1987 йылда өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, сибәр hәм зифа буйлы Алиса Мулланур ҡыҙына яратып өйләнеүен иҫенә төшөрә. Уларҙың тыңлаусан, аҡыллы ике балалары тыуа: улдары hәм ҡыҙҙары.
— 2002 йылда беҙ район үҙәгендәге Иван Яковлев урамында дуҫтарыбыҙ hәм туғандарыбыҙ ярҙамында ҙур hәм яҡты йорт төҙөнөк, — тип һөйләй Нәзир Камаев. — Балаларыбыҙ күптән үҫте. Беҙ яратҡан ҡатыным менән олатай һәм өләсәй булырға өлгөрҙөк инде. Улыбыҙ Салауат Бишбүләктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт испекцияһында эшләй. Уның офицер званиеһы бар. Yҙ ваҡытында ул Саратов ҡалаһында армияла хеҙмәт иткәндә яҡшы сынығыу алды. Салауат хатта яҡшы хеҙмәте hәм буй-һыны өсөн Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнашты. Хәҙер унан уҡыу отличнигы hәм спорт яратыусы 8-се класта уҡыған улы Альмир үрнәк ала. Ғаиләһе менән республика баш ҡалаһында йәшәүсе hәм ҙур саyҙа фирмаһында бүлек башлығы булып эшләүсе ҡыҙыбыҙ Сабинаның дүрт йәшлек улы Артур үҫеп килә. Нәзир Вәсил улы үҙе оҙаҡ ваҡыт төрлө төҙөлөш ойошмаларында эшләй, ә хәҙер «Елкән» физкультура- һауыҡтыру комплексында һаҡсы булып тора. Бында даими рәүештә йәштәр спорт турнирҙары hәм ярыштары үткәрелә. 2024 йылдың 3 февралендә Афғанстандағы хәрбихәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, изге хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса hәләк булған Марсель Кашапов иҫтәлегенә район-ара волейбол турниры уҙҙы. Йыл һайын үткәрелә торған тамаша турнирында геройҙың яҡташтары булған Дүсән ауылы волейболсылары еңеү  яуланы. Икенсе урында — Туймазылар, өсөнсөһөндә — Раевка ауылы командаһы.
— Йәштәребеҙҙең районда уҙғарылған хәрби-патриотик, спорт hәм мәҙәни сараларҙа актив ҡатнашыуы мине һөйөндөрә, — ти һүҙен йомғаҡлап яугир-интернационалист. – Мин үҙем дә районыбыҙҙың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә патриотик эшкә бағышланған төрлө кластан тыш сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашам. Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалында бер нисә тапҡыр сығыш яһаным. Ҡунаҡҡол һәм Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәптәренә осрашыуға барҙым. Район делегацияһы составында мин 15 февралдә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 35 йыллығына бағышланған республика форумында ҡатнашасаҡмын. Махсус хәрби операцияла йөрөүсе бурыстарын үтәүсе Рәсәй ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәттәре тураһындағы яңылыҡтарҙы ҡарап барам. Украинала хәрби операцияла йөрөгән күп кенә бишбүләктәрҙе беләм. Мин шундай егеттәребеҙ менән ғорурланам. Сөнки улар бөгөн 1941-45 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан бирле йәшеренгән һәм яңынан баш ҡалҡытҡан яуызлыҡты бөтөрә. Улар, һис шикһеҙ, ата-бабаларыбыҙ башлаған ғәҙеллекте еңеү менән тамамлаясаҡ.

Владимир СМОЛОВ,

Автор фотоһы.  

 

Быуындарҙың һуғышсан традициялары менән ғорурлана
Быуындарҙың һуғышсан традициялары менән ғорурлана
Автор:
Читайте нас: