Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль , 08:17

"Һуғышҡан һәм һуғышыусы барлыҡ һалдаттарға түбәнселек менән баш эйәбеҙ"

Районыбыҙҙа Афған һуғышы ветерандары ойошмаһы Камил Дәүләтбаев етәкселендә башлана

"Һуғышҡан һәм һуғышыусы барлыҡ һалдаттарға түбәнселек менән баш эйәбеҙ"
"Һуғышҡан һәм һуғышыусы барлыҡ һалдаттарға түбәнселек менән баш эйәбеҙ"

—Афғанстандан Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын сығарыу тамамланғас, 1989 йылда бөтә ил буйынса урындарҙа Афған һуғышсыларының ветерандар ойошмаһын булдырыу буйынса актив ижтимағи хәрәкәт башланды, — тип иҫкә ала ғаиләһе менән Бишбүләк ауылында йәшәүсе Камил Юлдаш улы. Инициатива район хакимиәте hәм хәрби комиссариаттыҡы ине. Бишбүләк районы хакимиәтенең беренсе башлығы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,
инде мәрхүм Иван Константинович Никитиндың был башланғын һәм ярҙамын  ҙур рәхмәт менән иҫкә алырға теләйем. Һәр һорау hәм проблема оператив хәл ителде. Был бик һөйөндөрҙө hәм хатта ҡанатландырҙы ла! Сөнки мине беренсе дөйөм район йыйынында 1979-1989 йылдарҙа Афғанстанда һуғышҡан hәм хәҙер запаста булған 20 армиянан хеҙмәттәштәрем бер тауыштан яңы ветерандар ойошмаһы рәйесе итеп һайланы.
Был һандар район халҡына билдәле. Улар инде тарихи яҡтан христоматиялы булып китте. Бишбүләк районынан Афғанстанда уҙған ун дәһшәтле йыл эсендә 114 кеше ҡатнашты. Уларҙың өсөһө — Вишневка ауылынан Владимир Яковлев, Дүсән ауылынан Марсель Кашапов hәм Егоровка ауылынан Владимир Исаев изге армия бурысын үтәгәндә, батырҙарса hәләк булды. Уҙған утыҙ биш йыл эсендә шул Афған һуғышы ветерандары сафы күпкә кәмене. Ваҡыт, ауырыуҙар hәм яралар үҙенекен итә. Хeҙерге ваҡытта районда Афғанстандағы һуғыш хәрәкәттәренең 46 ветераны ғына йәшәй Һәм уларҙың барыһына ла инде алтмыш йәштән күберәк.
— Беҙҙең район һуғышсы-интернационалистарының исемлегендә 127 кеше иҫәпләнде, — ьип дауам итә Камил Дәyләтбаев. — Сөнки беҙҙең ветерандар ойошмаһында Вьетнам, Египет, Балкан hәм Сириялағы һуғыш ветерандары ла бар ине. Һөйләшеүҙәр ваҡытнда республика хөкүмәте ярҙамы менән район хакимиәте менән коммуналь хеҙмәтәргә электрға, газға h.б. ташламалар алыу тураһында килештек. Бер йыл уңышлы уҙҙы, ләкин һуңынан,
финанс яҡтан бик ауыр булған туҡһанынсы йылдарға һылтанып, барыһын да алдылар. Шулай ҙа беҙ район хакимиәте менән хеҙмәттәшлекте дауам иттек. Афған ветерандарына төҙөлөш өсөн урман делянкалары, тораҡҡа бушлай фатирҙар бyлеп бирә hәм стационар йорт телефондары урынлаштыра алдыҡ. Ил үҙгәрҙе. Беҙгә ҡарата мөнәсәбәт тә үҙгәрҙе. Беҙ онотола башланыҡ. Яугир әйтүенсә, республика хәрби госпиталенә йүнәлтмәләр ҙә кәмегән.
— Ниңә йәшереп торорға: беҙҙең кеүектәр күпкә артты. Барыбыҙға ла, күрәһең, бөлгөнлөккә төшкән илдең аҡсаһы
етмәйҙер, — ти асыҡтан-асыҡ Камил Юлдаш улы. — Сөнки Төньяҡ Кавказда беренсе, ә унын һуң икенсе чечен кампанияһы башланды. Ә бына хәҙер  Рәсәй Украинала неонацистарға ҡаршы махсус хәрби операция үткәрә. Мин үҙем һуғышыусы барлыҡ егеттәр ҡаршыһында түбәнселек менән башымды эйәм. Был ҙур ҡайғы hәм кире ҡайтарып булмаҫлыҡ юғалтыу беҙҙең ғаиләгә, шәхсән миңә лә ҡағылды. Ҡыцғыр-Мәнәүез ауылынан хатынымның туғаны Илнур
Хисаметдинов батырҙарса hәләк булды. Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән Геройҙы бар ауыл менән ерләнеләр.
Был тормошта миңә ныҡлы hәм ышаныслы тыл ҙур теләктәшлек күрһәтә. Һәм быны рәхмәт әйтеп билдәләп үтeргә кәрәк. Был минең яратҡан ҡатыным Зилә Минивәли ҡыҙы, ул ике матур ҙ Эльвира менән Альбинаны бүләк итте.
Ә ҡыҙҙарыбыҙ  беҙгә ейәндәр бүләк итте. Былар Аскар hәм Аделина. Мин Мәскәүҙә вахтала булһам да, улар барыһы ла мине юбилей датаһы менән ҡотлаясаҡ.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.

 

"Һуғышҡан һәм һуғышыусы барлыҡ һалдаттарға түбәнселек менән баш эйәбеҙ"
"Һуғышҡан һәм һуғышыусы барлыҡ һалдаттарға түбәнселек менән баш эйәбеҙ"
Автор:
Читайте нас: