Һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан лидерҙар рәтендә. Республика “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) нисек тормошҡа ашырыла, белем биреү өлкәһе нисек камиллаша – был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Мәғариф көнө” тип аталған сарала үҙе һөйләне. Етәксе РФ Мәғариф министрлығы ойшторған “Мөһим күренеш хаҡында һөйләшеү: белем биреү өлкәһе” сессияһының пленар ултырышында сығыш яһаны. Сараны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова алып барҙы.
Татьяна Голикова һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә Рәсәй белем биреү сифаты буйынса донъяла алдынғылар рәтендә килә. Мәҫәлән, 2019 йылдан алып “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан 1,2 трлн һум аҡса бүленгән – был сумма илдең белем биреү системаһын тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға ярҙам иткән. Атап әйткәндә, был ваҡыт арауығында алты меңдән ашыу мәктәп төҙөлгән йәки ремонтланған, 1676 балалар баҡсаһы ҡалҡып сыҡҡан. Бынан тыш, берҙәм белем биреү үҙәктәре лә булдырыла, шул иҫәптән һанлаштырыу, яңы талаптар буйынса әсбаптар әҙерләү, уҡыу программаларын системаға һалыу.
– Белем биреү системаһын яңыртыуҙа төбәктәр ҙур роль башҡара, был, әлбиттә, урындағы командаларҙың яҡшы эш алып барыуына бәйле, – тине етәксе.
Артабан илдә мәғариф үҫеше хаҡында РФ мәғариф министры Сергей Кравцов һөйләп үтте һәм өлгө итеп Башҡортостан атаны. Эшмәкәрлекте баһалап Татьяна Голикова Радий Хәбировҡа РФ Хөкүмәтенең республикаға Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Радий Фәрит улы, үҙ сиратында награда өсөн рәхмәт белдереп, Башҡортостанда “Мәғариф” милли проекты үтәлеше хаҡында һөйләп үтте.
– Һеҙгә республикабыҙҙың 519 мең уҡыусыһы һәм 68 мең уҡытыусыһы исеменән ярҙам һәм ышаныс өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Дөйөм көс менән беҙ “Мәғариф” һәм “Демография” милли проекттары сиктәрендә байтаҡ эш башҡарабыҙ – мәктәптәребеҙ, ысынлап та, яңы йөҙөн аса – был уларҙың тышҡы биҙәлешенә лә, эстәлегенә лә ҡағыла, – тине. – 2022 йылдан алып әлеге милли проекттар сиктәрендә Башҡортостанда 38 мең уҡыусы белем алған 140 мәктәп бинаһы яңырҙы, 215 спорт залы, 25 спорт майҙансығы асылды, 650 мәктәп яңы, һанлаштырылған ҡорамал менән тәьмин ителде. Биш йыл эсендә 31 мең урынлыҡ 44 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы төҙөлдө.
Радий Хәбиров шулай уҡ федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаның 60 проценты ауылдарҙа урынлашҡан белем усаҡтарын яңыртыуға йүнәлтелгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.