Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Февраль , 15:44

Хәрби антҡа тоғролар байрамы

Ғәйзуллиндар ғаиләһендәге ир-егеттәр Ватан алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәгән

Хәрби антҡа тоғролар байрамы
Хәрби антҡа тоғролар байрамы

Ватаныбыҙҙың күп быуатлыҡ тарихында иҫтәлекле даталар hәм бөйөк ҡаҙаныштар шаҡтай, беҙ ата-бабаларыбыҙҙың  батырлыҡтарын ғорурлыҡ hәм хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Шундай байрамдарҙың береһе — Ватанды һаҡлаусылар көнө. Сөнки һәр быуынға үҙ һынауҙары тура килгән.

Ҡасҡын ауылында йәшәүсе Ғәйзуллиндарҙың ғаиләһендә барлыҡ ир-егеттәр ҙә ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән. Ғаилә башлығы Вилүр Ярулла улы Афғанстанда хеҙмәт иткән. Күпселек яугир-интернационалистар кеүек, ул ҡош-таш илендәге ҡурҡыныс көндәрҙе иҫкә төшөрөргә, өҫтәүенә, был хаҡта һөйләргә яратмай, улар өлөшөнә шаҡтай ауыр һынауҙар тура килгәнгәлер, мoғайын.

Вилүр Ғәйзуллин армия сафына алынғас, Таджикстандың сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә,  шунан төркөм менән Афғанстанға сығаралар. Ул саҡта йәш егеттәр уларҙы нимә көткәнен күҙ алдына ла килтермәй.

- Был 1981 йыл ине. Беҙҙең райондан Ғәбиҙуллин Даян, Әхмәтшин Ғаяз, Ғилманов Радик бар ине, улар менән бергә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашырға тура килде. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, унда кyпме егеттәр hәләк булды һәм хәбәрһеҙ юғалды, -ти, әлеге көнгә ҡәҙәр йөрәк һыҙлауы менән йәшәүсе яугир.

Совет армияһының һалдаты, запастағы ефрейтор Вилүр Ярулла улы миҙалдар менән бүләкләнгән:«Яугир-интернационалист», «Рәхмәтле Афған халҡынан», «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» hәм юбилей миҙалдары.

- Беҙҙең быуын ир-егеттәрендә армияға бармай ҡалыу тигән уй булманы ла. Ни тиһәң дә, хеҙмәт итмәгән ир-егеттәрҙең абруйы бик булмай, хеҙмәт итмәү оят һанала торғайны. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, хәрби хеҙмәт йылдары онотолмай, хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана", — ти, афған һуғышы ветераны.

Ғәйзуллиндарҙың ике улы ла Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән.  Өлкәне – Айҙар, танк ғәскәрҙәрендә Ватан алдындағы изге бурысын үтәй.  Армиянан һуң Бәләбәй ауыл хужалығы техникумынында механик һөнәре алған. Әлеге мәлдә Шкапово нефтселәр ойошмаһында эшләп йөрөй. Тыуған төйәгендә төпләнгән ир-егетте ауылдаштары староста итеп һайлап ҡуйған.

Икенсе улдары Винер ҙа хәрби антына тоғро ҡалған. Ҡыҫҡа сроклы һалдат хеҙмәтен Кировта үтә, йәштән спорт менән мауыҡҡан, физик яҡтан көслө егет ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әлеге мәлдә ул Украина ерендә барған махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 

- Улым 2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизацияға эләкте. Уның менән һирәкләп булһа ла, хәбәрләшеп торабыҙ. Гумконвой ебәрелгән һайын, йәки МХО-ға китеүселәр артынан йылы кейемдәр, күстәнәс һәм башҡа һораған әйберҙәрен ебәреп торабыҙ, дуҫтары, класташтары ла ярҙамынан ташламай. Былтыр улым бер тапҡыр ялға ҡайтты, әле февраль башында ике аҙна тороп китте, һанаулы ғына көндәр һиҙелмәй ҙә үтеп китте, оҙатыуы ауыр булды,- ти, барлыҡ әсәләр кеүек, ғәзиз улы өсөн борсолоп тороусы Әлмирә Мөхәмәтғәли ҡыҙы.

Әлмирә һәм Вилүр Ғәйзуллиндарҙе ҡыуандырып, өс ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә.  Һәр кемдеке кеүек, хаҡлы ялдағы ябай ауыл эшсәндәренең теләге бер: тиҙерәк һуғыш тамамланып, ҡәҙимге тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтһаҡ ине.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Хәрби антҡа тоғролар байрамы
Хәрби антҡа тоғролар байрамы
Хәрби антҡа тоғролар байрамы
Автор:
Читайте нас: