Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль , 17:28

Бар булмышы - изгелек

Зәримә Мәхәсим ҡыҙы Солдатенко һаулыҡ һаҡлауға 45 йыл ғүмерен арнай

Бар булмышы - изгелек
Бар булмышы - изгелек

Ҡайһы бер кешеләр менән аралашыу шатлыҡ килтерә, кәйефте күтәрә, ыңғай энергия менән байыта. Әлеге һөйкөмлө ханым тап бына шундай тылсымлы сифаттарға эйә. Һүҙем Бишбүләк ауылының yҙәк район дауаханаһынджа күп йылдар эшләгән Зәримә Мәхәсим ҡыҙы Солдатенко тураһында, ул күптәргә, бигерәк тә гүзәл заттарға яҡшы таныш. Ошо көндәрҙә ул үҙенең етмеш йәшлек юбилейын билдәләп
үтә, hәм йылы һүҙҙәр менән уның тормош юлын һөйләргә теләйем. Yҙенең хеҙмәт биографияһын ун һигеҙ йәшлек Зәримә Айыт ауыл советының Алексеевка ауылындағы медицина пунктында фельдшер булып башлай, ул унда Бәләбәй медицина училищеһын тамамлағандан һуң ебәрелә. Кешеләр әлеге сибәр, тырыш ҡыҙҙы бик тиҙ күреп ала, ул ауырыуҙарҙы дарыу менән генә түгел, ә наҙлы һүҙе, әҙәпле мөғәләмәһе менән дә дауалай.
Яҙмыш уны буласаҡ ире, математика уҡытыусыһы Петр менән ҡышҡы юлда осраштыра, ул ат менән дарыуҙар алырға барған була. Күңелһеҙ хәл килеп сыға, ат туғарыла, hәм ул ярҙамды ҡайһы яҡтан белмәйенсә, аптырап баҫып тора. Был хәлдән уны күптән түгел Совет Армияһы сафтарынан демобилизацияланған Петр Солдатенко ҡотҡара. Йәш егет тиҙ арала бәхет ҡошон ҡойроғонан тотоп аласағын аңлап, ҡыҙҙың артынан йөрөй башлай. Ә унан һуң... Артабан туй, ғаилә тормошо башлана. Икеһенең дә эше яҡшы бара: береһе — мәктәптә, икенсеһе — медпунктта. Сираттағы шатлыҡ: беренсе ҡыҙҙары Оля тыуа. Петр ситтән тороп институтта уҡый. Эш күп. 1978 йылда район комитеты йәш белгестәрҙе Айыт ауылының «Дим» колхозына ебәрә: Петр колхоз партия ойошмаһы менән етәкселек итә, ә Зәримә участок дауаханаһында акушерка булып урынлаша. Акушерка эше — барлыҡ физик hәм рухи көстө ала торған бик яуаплы хеҙмәт. Уның ҡарауы, сәләмәт сабыйҙы әсәһенә тапшырғанда, уның күҙҙәрендәге бәхет hәм рәхмәт хистәрен күреп, шул ҡәҙәр ҙур шатлыҡ кисерәһең. Ә өйҙә ғаилә, көндәлек мәшәҡәттәр көтә.

Айытта ғаилә тағын ике ҡыҙға арта. Ләкин йәштәр барыһына ла өлгөрә. Зәримә эшендә лә, өйөндә лә бик яҡшы эшләй. Был тормоштарының мөhим этабы була, ул ғаиләнең район үҙәгенә — Бишбүләк ауылына күсенеүе менән тамамлана. Yҙ карьераһын Зәримә Мәхәсим ҡыҙы үҙәк район дауаханаһында дауам итә — райондың өлкән акушеркаһы булып эшләй. Районда Ғаиләне планлаштырыу хеҙмәтен булдырыу башында тора. Белем биреү учреждениеларында үҫмерҙәр өсөн лекциялар уҡый, йәш парҙар hәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙар менән актив эш алып бара, фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшен күҙәтә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, ошо системала эшләй, һаулыҡ һаҡлауға 45 йыл ғүмерен бағышлай.

Эшләгән осорҙа ул үҙен юғары hөнәри белгес булараҡ таныта. Оҫталығы, ҙур шәхси өлөшө һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр Рәхмәт хаты ала, район хакимиәтенән Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» күкрәк билдәһе hәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Шулай ғүмер аға. Тормош үҙенең ҡайғы-шатлыҡтары менән ҡытыршы hәм һикәлтәле оҙон юлға оҡшаған. Сибәр һәм аҡыллы ҡыҙҙары үҫеп етте. Белем алып, аяҡҡа баҫтылар. Ольга Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында етәксе вазифаһын башҡара. Олеся —Европа эре компанияһын төбәк вәкиле, ә кеселәре Ирина әсәһе юлынан китеп, медицинаны һайланы. Октябрьский ҡарттар hәм инвалидтар өсөн интернат-йортонда баш шәфҡәт туташы сифатында эште ойоштора. Медицина династияһын дауам итеүсе булып өлкән ейәнсәрҙәре Наталья тора, ул Мәскәү ҡалаһында абруйлы клиникаларҙың береһендә яңаҡ-бит хирургы булып эшләй. Өс кесе ейәндәре мәктәптә уҡый, hәр ҡайһыһы үҙенсә талантлы: музыкала ла, рәсем сәнғәтендә лә, спортта ла.

Ләкин тормош шатлыҡтан ғына тормай. Биш йыл элек ире, яратҡан атай hәм олатай Петр Владимирович яҡты дoнъянан китә. Ире вафат булғандан һуң Зәримәнең оҙаҡ ваҡытҡа рухы төшә, бер нимә эшләргә лә теләмәй, ауырый башлай. «Йәшәргә кәрәк» тигәнде аңлағансы, оҙаҡ ваҡыт һағыш менән көрәшә. Спорт менән шөғөлләнә башлай. Саңғы, скандинав йөрөшө, бассейнда йөҙөү — хәҙер уның яратҡан шөғөлдәре. Ветерандарҙың «Илһам» халыҡ хорына йөрөй. Уның матур, яңғырауыҡ тауышы барлыҡ байрамдарҙа ла ышаныслы яңғырай. Хор район Мәҙәниәт һарайында ғына сығыш яһамай, ә республика конкурстарына ла сығып, призлы урындар яулай. Шулай итеп, тормош мәғәнәһе барлыҡҡа килә. Шул арала юбилей ҙа килеп еткән. Бөгөн әлеге иҫ киткес ханым Зәримә Мәхәсим ҡыҙы Солдатенконы, иҫ киткес яҙмышлы кешене иҫтәлекле датаһы менән ҡотларға теләйем. Байрам менән, Зәримә Мәхәсим ҡыҙы! Һеҙгә оҙоҡ йылдар һау-сәләмәт булып йәшәргә яҙһын!
Розалиә ҒҮМӘРОВА,
Фото шәхси архивтан.

 

Бар булмышы - изгелек
Бар булмышы - изгелек
Автор:
Читайте нас: