Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март , 16:03

Йылдар аша һыналған хистәр

Сухоречка ауылынан Зөhрә һәм Әзһәр Зиннатуллиндар ярты быуат бергә йәшәй. 

Йылдар аша һыналған хистәр
Йылдар аша һыналған хистәр

Уҙған йылдың февралендә улар алтын туйҙарын билдәләп үткән. Бер-береһенә ҡарата һөйөү һәм хөрмәт хисен оҙаҡ йылдар һаҡлап ҡалған һәм балалары өсөн ныҡлы ғаилә үрнәгенә әүерелгәндәр. Әзһәр Ғәфүр улы - Исаҡай, ә Зөhрә Әhлиулла ҡыҙы Стәрлетамаҡ районы Комсомольский ауылында тыуған. Әлеге парҙың осрашыуы 70-cе йылдарҙа Аксен ауыл хужалығы техникумында була, улар икеһе лә унда уҡыған. Егет агрономлыҡҡа уҡый, ә ҡыҙ зоотехник hөнәрен үҙләштерә. Улар беренсе тапҡыр бер-береһен сәхнәлә күрә, унда Зөһрә йырлай, e егет музыкаль тoркөмдең барабансыһы була. Шунан бирле улар бер ҡасан да айырылмаған. 1973 йылдың 28 февралендә, үҙҙәре әйтеүенсә, «комсомол» туйы үткәргәндәр. Диплом алғас, ир менән ҡатын Әзһәр Ғәфүр улының тыуған яғына ҡайта,унда ире совхозда хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, ә ҡатыны ветеринария хеҙмәткәре булып эшләй башлай. 1974 йылда уларға Сухоречканан фатир  бирәләр.

Бөгөн улар өсөн иң ҡиммәтле бүләк — ул ғаилә. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Беренсе ҡыҙҙары Айгөлгә күптән түгел  50 йәш тулған. Ул ғаиләһе менән Сухоречкала йәшәй. «Транснефть»тә эшләгән, әле ул баҡса еләге үҫтереү менән шөғөлләнә.  1977 йылда тыуған ҡыҙҙары Альбина Языковола йәшәй hәм хеҙмәт һаҡлау буйынса инженер булып эшләй. Өсөнсө ҡыҙҙары Эльзина 1985 йылда тыуған, Сухоречкала тeрбиәсе. Өс ҡыҙҙан һуң, улдары Артур тыуа.  Белеме буйынса ул нефтсе, әле ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. Зиннәтуллиндар барлыҡ балаларын да лайыҡлы hәм эш һөйөүсән итеп тәрбиәләгән, hәм уларҙың барыһына ла юғары белем биргән. Дүртеһе лә үҙҙәренең ныҡлы ғаиләләрен булдырған. Башҡаса мөмкин түгел, сөнки ата-әсәләре улар өсөн өлгө булып тора.

Зиннәтуллиндар ғаиләһенең тормошо үҙ яйы менән барған. 1989 йылда Әзһәр Ғәфүр улы баш агроном вазифаһына күсә. Был ваҡыт эсендә Башҡорт ауыл хужалығы институтында белем ала. 2005 йылда кооператив рәйесе була, ә унан һуң пенсияға сыҡҡансы, Бишбүләк ауыл хужалығы химияһында (сельхозхимия) агроном булып эшләй. Әзһәр Ғәфүр улы — хеҙмәт ветераны. Зөhрә Әhлиулла ҡыҙы күп йылдар совхозда, артабан «Транснефть»тә ярҙамсы хужалыҡ бригадиры булып эшләй, хаҡлы ялға оператор вазифаһынан сыға. Зиннәтуллиндар союзы бер-береһенә хөрмәт, ҡайғыртыусанлыҡ hәм рәхмәтле булыу менән нығытылған. Бергә йәшәү дауамында улар бар бер-берсенe ярҙам иткән һәм тормышта барыһына ла тырышлыҡ һәм хеҙмәт тырышлык менән ирешкән. Бөгөн бәхетле өләсәй менән олатайҙы һигеҙ ейән-ейәнсәре һөйөндөрә. Бөгөн, пенсия йәшенә ҡарамаҫтан, улар hаман да эшһеҙ ултыра алмай. Шуға күрә уларҙың йорто идеаль тәртиптә. Йәйгеһен ир менән ҡатын умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ә уларҙың ниндәй матур баҡсалары бар, бар тирә-яҡ белә. Өҫтәүенә, улар икеһе лә ижади шәхестәр. Әзһәр Ғәфүр улы музыка ҡоралдарында бик яҡшы уйнай, шулай уҡ матур итеп рәсем яһай. Уның картиналары туғандары hәм яҡындары йорттарының интерьерын биҙәй. Уның төп мауығыҙарының береһе — балыҡ тотоу. Ә Зөhрә Әhлиулла ҡыҙының тауышы бик матур. Бала саҡтан йырларға ярата. Бөгөн ул Сухоречка мәҙәниәт йортоноң «Ромашка» вокаль ансамбле составында сығыш яһай. Элек ир белeн ҡатын сәхнәлә  hәр саҡ бергә булған. Ире баянда уйнаһа,  ҡатыны йырлаған. Буш ваҡыттарында Зөhрә Әhлиулла ҡыҙы мамыҡ шәл, косынка бәйләргә өлгөрә. Ә бөгөн ул махсус мобилизацияла булғандарға ебәреү өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләй. Зиннәтуллиндар йортонда мөхәббәт, хөрмәт hәм үҙ-ара аңлашыу хөкөм итә. Ауылдаштары араһында улар абруй hәм хөрмәт яулаған. Барыһы ла уларҙы ҡунаҡсыл кешеләр икәнен белә. Бында һәр ваҡыт хужабикә бешергән тәмле бәлеш, хуш еҫле сәй, башҡа ябай, әммә ғаиләнең бик яратҡан ризыҡтары еҫе килә. Ир менән ҡатын инде ярты быуат бергә. Ваҡыт һиҙҙермәйенсә үтеп китте, тиҙәр.

Бергә йәшәү дәүерендә улар никахтың именлеге үҙ-ара яратыуға hәм хөрмәт итеүгә нигеҙләнә икәнен аңлаған.

— Атайым иртәвафат булды, ә әсәйем бик ныҡ сирләне. Бала сағым ауыр булһа ла, яҡшы дуҫтарым, таныштарым булғанға, ғүмерем буйы бәхет йылмайҙы. Минең ғаиләм, тормош иптәшем, балаларым hәм ейәндәрем, туғандарым бар, улар менән беҙ hәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Бөгөн мин үҙемде, ысындан да, иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ, тип әйтә алам, — ти Зөhрә ханым. Уларҙың ғаиләһе ысындан да бик татыу. Илле бер йыл бергә йәшәп, улар бер бөтөнгә әүерелгән: яратыусан пар, татыу ғаилә. Зөhрә Әhлиулла ҡыҙы ҡунаҡсыл, бөхтә, ҡайғыртыусан ҡатын, әсәй һәм өләсәй. Әзһәр Ғәфүр улы сабыр, ҡайғыртыусан ир, атай һәм олатай.

Наилә СӘБӘХОВА.

 Автор фотоһы.

Йылдар аша һыналған хистәр
Йылдар аша һыналған хистәр
Автор:
Читайте нас: