Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель , 14:30

Яуаплы хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Бишбүләк ауылынан Гөлфирә һәм Николай Фроловтар Рәсәй Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары исемен лайыҡлы рәүештә йөрөтә

Яуаплы хеҙмәткә бағышланған ғүмер
Яуаплы хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Ҡыңғыр йылғаһы буйындағы бәләкәй Сулпан ауылында Ғосамовтарҙың ҙур ғаиләһендә Гөлфирә исемле ҡыҙ үҫә. Барлыҡ йәштәштәре кеүек үк, ул мәктәптә уҡый, унан һуң китапхана техникумына уҡырға инә, hөнәре буйынса эшләй. Ә Дим йылғаһының матур ярҙарынан йыраҡ булмаған Боголюбовка ауылында Николай исемле егет үҫеп буйга етә. Мәктәпте тамамлағас, СССР КГБ сик буйы ғәскәрҙәрендә сроклы хеҙм!тен үтә. Уҙған быуаттың 80-се йылдарындағы йәштәрҙең эшкә урынлашыу, үҙ яҙмыштарын яйға һалыуҙың бик яхшы мөмкинлеге бар ине. Барлыҡ ойошмалар, учреждениелар, ижтимағи ойошмалар тулы көсөнә эшләй, коллективьарға йәш, энергиялы кешеләрҙе ҡабул итәләр. Рәсәй Эске эштәр минисртлығының Бишбүләк бүлексәһе начальнигының сәйәси-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Г.Ф. Бәҙретдинов иҫкә ала: «80-се йылдар башында минең кабинетка йәш егет кереп, милицияла хеҙмәт итeргә теләүен әйтте. Был Фролов Николай Петрович ине. Оҙон буйлы, атлет кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, ихтирамлы, ул шунда уҡ үҙенә йәлеп итте. Оҙаҡҡа һуҙмайынса, кәрәкле документтарҙы тиҙ арала йыйып, уны эшкә алдыҡ». Һөнәре буйынса башланғыс әҙерлек үткәс, Фролов участок инспекторы ярҙамыһы булып эшләй башлай. Әммә үҙ урынын ул РОВД дежур часта оператив дежур ярҙамсыһы вазифаһында таба. Асыҡ күңелле, шат балагур, теүәллек яратыусы, хеҙмәт нескәлектәренә тиҙ арала төшөнә һәм милиционерҙар араһында үҙ кешегә әүерелә.

Хеҙмәттән буш ваҡытта спорт залына йөрөй, волейбол уйнай, милиция hәм район йыйылма командаһы составына керә. 90-сы йылдар башында медицина айыҡландырыусы хезмәте бөтөрөлгәндән һуң буш бина барлыҡҡа килгәс, Николай hәм уның хеҙмәттәштәре үҙҙәренең буш ваҡытында, үҙ инициативалары буйынса милиция спорт залын ремонтлап, төҙөкләндерәләр, кәрәкле инвентарь ҙа табалар.

Хеҙмәттә тәртипле булыуы менән айырылып тора, ул hәр ваҡыт әҙәпле булды. Ул ваҡытта оператив дежур ярҙамсылары бурыстарынан тыш, шулай уҡ изоляторҙағыларҙы тотоуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә. Yҙ бурыстарын бик яҡшы башҡара. Николай кеүек кешеләргә hәр ваҡыт таянырға була, ҡулынан килгән эштең ваҡытында үтәләсәгенә ышанырға мөмкин ине. Шул уҡ ваҡытта ВЛКСМ район комитеты тәҡдиме буйынса Бишбүләк милицияһына бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор вазифаһына Гөлфирә Шәрәфетдин ҡыҙы Ғосамова ҡабул ителә. Баштағы әҙерлекте уҙғас, ҡыҙ татыу коллективҡа ҡушыла, милицияла эш көндәре башлана. Былар — төрлө хокук боҙоуҙар өсөн милицияның балалар бүлмәһендә иҫәптә тороусы ғаиләләргә һәм балаларға барыу, төнге рейдтарҙа ҡатнашыу. Ул бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоуссыларҙы hәм енәйәтселәрҙе профилактикалау, контролдә тотоу hәм күҙәтеү менән шөғөлләнде.

Хеҙмәт — хеҙмәт менән, йәш милиционерҙар Николай hәм Гөлфирә танышып, бер-береһен оҡшатып, ғаилә ҡорорға ҡарар итә. Башта улар дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәй, унан һуң  үҙҙәре ҙур һәм иркен йорт һалып сыға. Ике ҡыҙ үҫтерәләр, улар инде аяҡҡа баҫҡан, үҙ эштәре менән шөғөлләнәләр. Егерме йылдан артыҡ милицияла хеҙмәт иткәндән һуң, Фроловтар хаҡлы ялға китә, Эске эштәр министрлығы ветерандары. Коллектив менән бәйләнеште өҙмәйҙәр, ветерандар ойошмаһы үткәргән барлыҡ сараларҙа ҡатнашалар. Yҙ хужалыҡтарын тоталар, балаларына ейәндәрен тәрбиәләүҙә ярҙам итәләр.

Илдар ВАХИТОВ,

Эске эштәр министрлығы ветераны, Бишбүләк ауылы.

 Фото Фроловтарҙың ғаилә архивынан.

 

Яуаплы хеҙмәткә бағышланған ғүмер
Яуаплы хеҙмәткә бағышланған ғүмер
Автор:
Читайте нас: