Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июнь , 09:40

Яҡлаусы һәм таяныс

Йылбулаҡтамаҡ ауылынан Гөлсәсәк  Шәфиева унынсы йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләй. 

Яҡлаусы һәм таяныс
Яҡлаусы һәм таяныс

Социаль хеҙмәткәр көнө йыл һайын беҙҙең илебеҙҙә 8 июндә билдәләп үтелә. Уларҙың һөнәре иң кәрәклеләрҙән һанала. Тап бына социаль хеҙмәткәр, тәү сиратта, башҡаларҙың проблемаларын үҙ өҫтөнә ала, уларҙың ҡайғыһын уртаҡлаша, тормош юлдарында барлыҡҡа килгән ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә.

Йылбулаҡтамаҡ ауылынан Гөлсәсәк  Ғайса ҡыҙы Шәфиева бына унынсы йыл инде был эште башҡара. Уның ҡарамағында 18 кеше. Ул ауырыу һәм өлкән йәштә булыу сәбәпле, ярҙамһыҙ йәшәй алмаусы кешеләр өсөн тырыша. Күп кенә ҡараусылары өсөн ул иң яҡын, туған кешегә әйләнгән.

Гөлсәсәк Ғайса ҡыҙы Йылбулаҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Бында 8-се класты тамамлай, Иваново ҡалаһына китә һәм туҡыусы һөнәрен үҙләштерә. Дүрт йыл эшләгәндән һуң, 1986 йылда, Үзбәкстанға күсенә. Ире Наил Фәһим улы менән бер ул үҫтергәндәр. 2007 йылда Гөлсәсәк Ғайса ҡыҙының тыуған яғына ҡайталар. Бында ул һигеҙ йыл һауынсы булып эшләй, ә 2015 йылда күңеленә ятҡан һөнәр таба.

Социаль хеҙмәткәрҙәргә ауыр тормош хәленә кешеләрҙе яҡлау һәм уларға терәк булыу, уларға матди һәм әхлаҡи яҡтан ярҙам итеү бурысы йөкмәтелгән. Һәр ханым уны бик яҡшы башҡара.

Гөлсәсәк Ғайса ҡыҙы 2015 йылдан “Оҙон ғүмерлелек”  социаль ярҙам күрһәтеү социаль хеҙмәт күрһәтеү комплекслы үҙәгендә социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Ошо йылдарҙа ул халыҡ тарафынан ыңғай баһа алған. Үҙен изге күңелле, тыңлаусан һәм ярҙамсыл кеше булараҡ танытҡан. Коллективта уны хөрмәт итәләр. Беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен белә. Ауыр контингент булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр кем менән яҡшы мөнәсәбәт булдыра. Шәхси сифаттары менән башҡа хеҙмәткәрҙәр өсөн өлгө булып тора, яңы эшкә килеүселәр менән тәжрибә уртаҡлаша.

Ул һәр ваҡыт тыйнаҡ, башҡаларға ҡарата сабырлыҡ күрһәтә. Әгәр ойошманың клиенттары менән ҡатмарлы хәлдәр килеп сыҡһа, ул түҙемлек күрһәтеп, проблемаларҙы яйлай белә, тиҙәр уның тураһында
“Оҙон ғүмерлелек”  социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре.

Гөлсәсәк Ғайса ҡыҙы кешеләрҙең бәхетле, үҙ тормошонан ҡәнәғәт булһын өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Социаль хеҙмәткәрҙең тормошо һәр ваҡыт ваҡиғаларға бай.

- Иртән иртүк өйҙән сығып китәм һәм кис менән генә ҡайтам. Кемгәлер ашарға әҙерләргә, кемделер кейендерергә, кемдеңдер өйөн йыйыштырырға, иҙән йыуырға йәки баҡса утарға кәрәк,- тип һөйләй үҙ бурыстары тураһында Гөлсәсәк Ғайса ҡыҙы.

Өйҙәге көнкүреш мәшәҡәттәренән тыш, социаль хеҙмәткәрҙең бурыстары араһында аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, беренсе көндәлек тауарҙар һатып алыу ҙа бар. Үҙе әйтеүенсә, уның ҡарамағындағыларҙың һәр береһенең үҙ характеры, үҙ каприздары бар. Ләкин ул уларҙың һәр береһе менән уртаҡ телде тиҙ таба.

Социаль хеҙмәткәр үҙ эшен бик яратып һәм хеҙмәт күрһәтеүселәргә ҡарата иғтибар менән башҡара. Уларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Пенсионерҙар уға рәхмәтле. Гөлсәсәк Ғайса ҡыҙы үҙ һөнәренең асылын кешеләргә ҡайғыртыусанлыҡ, яҡшылыҡ өләшеүҙә күрә.

Наилә СӘБӘХОВА,

Автор фотоһы.

 

Яҡлаусы һәм таяныс
Яҡлаусы һәм таяныс
Автор:
Читайте нас: