Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июнь , 07:14

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеге һағында

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының акушеры Людмила Семеновна Романова гүзәл заттарҙың сәләмәтлеген ҡайғырта

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеге һағында
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеге һағында

аАкушер — hөнәр генә түгел, ул — һәләт. Улар ярҙамында шул ҡәҙәр күпме ҡатын-ҡыҙ үҙ һаулығын һаҡлап ҡалған, hәм шул ҡәҙәр күп бала яҡты дoнъяға тыуған. Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында ҡарау кабинетында тәжрибәле акушерка Людмила Семеновна Романова эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауырыуҙарын иртә диагностикалауҙа тап бына уға зур роль бирелә.

Людмила Семеновна Баҙлыҡ ауылында тыуып үҫә. Мәктәптән һуң медицина өлкәһенә уҡырға керергә ҡарар итә, сөнки ул был хаҡта бала саҡтан уҡ хыяллана. Ханым әйтеүенсә, ул башҡа hөнәр тураһында уйламаған да. Яр Саллы медицина колледжын «Акушерлыҡ эше» белгеслеге буйынса уңышлы тамамлағандан һуң, тыуған ауылына ҡайта һәм үҙ һөнәре буйынса утыҙ йыл эшләй. 2020 йылда уны, тәжрибәле акушер булараҡ, район дауаханаһына күсерәләр, унда ул әлегә ҡәҙәр  эшләй.

Яңы вазифаны Людмила Семеновна бик тиҙ үҙләштерә. Акушерка булып эшләү, айырыуса ауыл ерлегендә, еңел түгел — hөнәри белем hәм күнекмәләрҙән, яуаплылыҡтан тыш, ул айырым шәхес сифаттарына эйә булырға, ярҙамсыл, шәфҡәтле, изге күңелле булырға тейеш. Уның иңендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы тураһында ҡайтыртыу бурысы йөкмәтелгән. Көн һайын иртәнге 8-ҙән ул пациенттарҙы ҡабул итә башлай.  Төп бурысы  - төрлө гинекологик ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау маҡсатынан ҡатын-ҡыҙҙарҙы профилактик тикшереү үткәрә. Тикшереүҙәр, анализдар, документтар менән эш — былар Людмила Семеновнаның көн һайын башҡарған эштәренең ҙур булмаған исемлеге генә. Тәжрибәле, профессиональ акушер булараҡ, ул үҙ эшен еңел башҡара. Күҙәтеү кабинеты акушеркаһы һөйкөмлө, hәр ваҡыт барыһы менән дә дуҫтаны мөнәсәбәттә. Уны пациенттар изгелеклеге hәм иғтибарлы булғаны өсөн ярата.

Людмила Семеновна — бәхетле ҡатын, әсәй һәм өләсәй. Ире Алексей Иванович мәктәп автобусын йөрөтә. Ул менән бергә ҡыҙҙары Екатерина һәм улдары Романды тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Яр Саллыла йәшәйҙәр. Ата-әсәләренә ике ейән бүләк иткәндәр. Ғаиләләрендә ҡайғыртыу, хөрмәт, мөхәббәт hәм шатлыҡ хөкөм итә. Медицина хеҙмәткәре булырға ҡарар ҡабул иткәнгә күп йылдар уҙған, hәм ул быға бер ҙә үкенмәй. Хеҙмәттәштәтре уны һөнәри оҫталығы һәм тырышлығы өсөн хөрмәт итә. Акушерлыҡ өлкәһендә эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре иғтибарлылыҡ, күҙәтеүсәнлек, шәфҡәтлелек, яуаплылыҡ кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш. Тап бына ошо сифатларға эйә лә инде Людмила Семеновна. Эшендәге уңыштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ул грамоталар, район hәм республика масштабындағыт Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Наилә СӘБӘХОВА.

Автор фотоһы.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеге һағында
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеге һағында
Автор:
Читайте нас: