Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июнь , 13:48

Июнь-июль айҙарында ниндәй дарыу үләндәре йыйырға?

Һәр дарыу үләненең үҙенең йыйыу ваҡыты бар. Нәҡ ошо осорҙа ул файҙалы матдәләрҙе үҙенә туплай.  

Июнь-июль айҙарында ниндәй дарыу үләндәре йыйырға?
Июнь-июль айҙарында ниндәй дарыу үләндәре йыйырға?

Үләндәрҙе йыйып алғас уҡ киптереү юлын ҡарағыҙ, юҡһа уның сифаты насарланасаҡ.

Файҙа килтерһен тиһәң, дарыу үләндәрен ваҡытында һәм дөрөҫ итеп йыйырға ла кәрәк. Уларҙы сәнәғәт предприятиеларынан, ҡаланан, трассаларҙан, сүплектәрҙән, тимер юлдарҙан кәмендә 30 саҡрым йыраҡлыҡтағы ерҙән йыйырға тырышығыҙ. Ни өсөн тиһәгеҙ, улар һауалағы, тупраҡтағы һәм һыуҙағы ағыулы матдәләрҙе үҙҙәренә гел һеңдереп тора.
Үләндәрҙе ҡоро һәм аяҙ көндә, иртәнге сәғәттәрҙә йәки киске яҡта — сәғәт дүрт менән биш араһында йыйығыҙ. Ә бына томанлы, ямғырлы көндә, ысыҡ төшкән ваҡытта йыйыуҙың мәғәнәһе юҡ. Үләндәрҙе йыйып алғас уҡ киптереү юлын ҡарағыҙ, юҡһа уның сифаты насарланасаҡ. Иң яҡшыһы — уларҙы урында һәм яҡшы елләтелә торған бинала киптереү. Үләнде бәйләм-бәйләм итеп элегеҙ. Уның кипкәнме-юҡмы икәнлеген белеү өсөн япраҡтарын ыуып ҡарағыҙ. Әгәр ҙә улар бик тиҙ ыуалһа, әҙер тигән һүҙ. Ә бына орлоҡтары һәм емештәре ҡыштырҙаған тауыш сығарырға, тамыр һәм ҡайрылары, һабаҡтары бөгөп ҡарағанда еңел һынырга тейеш. Шуныһына ла иғтибар итегеҙ — дөрөҫ киптерелгән үлән үҙенең төҫөн һаҡлай. Киптерелгән сеймалды ҡағыҙ ҡапсыҡтарҙа, быяла банкаларҙа тотоғоҙ. Полиэтилен пакеттарҙа һаҡлаған осраҡта ул тиҙ боҙола, күгәреп сыға.

Йыйыла торған үләндәр:

Һары мәтрүшкә — аш ҡайнатыуҙы һәм йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды туҡтата, тынысландыра, йүтәлдән ҡотҡара, стоматит һәм гингивит ваҡытында ҡулланыла.

Ер еләге һәм ҡайын еләге япраҡтары — матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмдағы тоҙҙарҙы сығара, ангина ваҡытында булыша.
Ҡылыс үлән (аир) — ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, елкенһенеүгә ҡаршы файҙаланыла, температураны төшөрә.
Багульник үләне — үпкә ауырыуҙары, бөйөр, ашҡаҙан-эсәклек, тоҙ ултырыу ауырыуҙарынан, ревматизмдан ҡотҡара.
Ҡайын япраҡтары — организмдан шлактарҙы сығарырға, ҡанды таҙартырға булыша.
Һыу боросо (горец перечный) — тире ауырыуҙары ваҡытында ҡулланыла.
Мәтрүшкә — һалҡын тигәндән, йоҡоһоҙлоҡтан файҙаланыла, нерв системаһын тынысландыра.

https://aulut.ru
Июнь-июль айҙарында ниндәй дарыу үләндәре йыйырға?
Июнь-июль айҙарында ниндәй дарыу үләндәре йыйырға?
Автор:
Читайте нас: