Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль , 13:16

Барыһы ла тыуған төйәктән башлана

Ҡасим ауылында тыуып-үҫкәндәр ауыл байрамына йыйылды

Барыһы ла тыуған төйәктән башлана
Барыһы ла тыуған төйәктән башлана

«Бишбүләк районы тарихы hәм хәҙерге заман» китабында килтерелгән мәғлүмәттәр буйынса (2010 йыл), «..1920 йылда бер нисә ғаилә Ҡунаҡҡол ауылынан 3 — 4 саҡрым араға күсенеп, Ҡасим поселогына нигеҙ һала. Улар «Ударник» колхозын ойоштора. Ә бына тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров, алты томлыҡ «Башҡортостан ауылдары тарихы» баҫмаһы авторы Бишбүләктән Александр Федорович Семенов мәғлүмәттәренә һылтанма яһап, Ҡасим бары тик унан һуң ғына барлыҡҡа килгән, тип раҫлай.

1947 йылға ҡәҙәр Ҡунаҡҡол һәм Ҡасим ауылдары яҡын-тирәләге тораҡ пункттар менән бергә Миәкә районы составына ингән, ә 1947 йылда  ул Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советына күсерелә. 1948 — 1951 йылдарҙа Ҡунаҡҡол, Ҡасим, Разия hәм Веселая Роща халҡы Свердлов исемендәге колхозға берләшә. Уның үҙәге Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында булған «Победа» колхозы ойошторола. Һәм ул колхоздар юҡҡа сыҡҡансы, 1990 йылға ҡәҙәр «Дружба» колхозы составына керә. Колхозлар тарҡалғас, күп кенә тораҡ пункттар Бишбүләк районы картаһынан юҡҡа сыға башлай, Веселая Роща ауылы кеүек. Ләкин Ҡасим ауылын был урап уҙа. Бөгөн Ҡасимда электр, газ hәм һыуы булған 56 йортта 92 кеше йәшәй. Иң оло йәштәге Рауза Фәтхелислам ҡыҙы Әһлетдиноваға 93 йәш, ә иң йәш Искәндәр Ғаббасовҡа өс кенә йәш.

Ауыл байрамын уҙғарыу матур тридицияға әүерелгән. халыҡтың осрашыу йолаһы 2013 йылдан башлап уҙғарыла. Ул йыл һайын бөтә ил буйлап таралған балаларын, ейәндәрен hәм бүләләрен үҙенә йыя.  Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, был ҙур hәм ойоштороу яғынан күп ваҡыт талап итә торған дөйөм һәм мәҙәни сараның  башында киң күңелле, хөрмәтле кеше тора. Уны бында барыһы ла яҡшы белә. Тап бына ошо байрамды үткәреүҙең идея илhамсыһы ул ваҡытта Баян Искәндәр улы Хәсәнов була. Ул бөгөн ғаиләһе менән Ғафури районында йәшәй. Yҙ ваҡытында Ишембай нефть сәнәғәте заводтарында эшләй һәм Елем-Ғаран мeсетенең имам-хатибы була. Баян ағай тыуған ауылына hәм туғандары hәм ата-әсәһенең ҡәберҙәре янына даими рәүештә ҡайта, көн һайын якты донъянан киткән яҡындары һәм ауылдаштары өсөн доға ҡыла. Туҡһанынсы тиҫтәне ваҡлаған ир-егеттең тоғро ярҙамсылары бар. Былар — ауылдаштарының барлыҡ социаль, иҡтисади hәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итеүсе актив ауыл старостаһы, Ҡунаҡҡол ауылы төп мәктәбенең башланғыс кластар һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Искәндәр ҡыҙы Ғәләүетдинова. Ул йәмәғәт эштәрен яҡшы ойоштороусы булараҡ танылған. Шулай ук ауыл халҡына Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл советы башлығы Марат Ринат улы Яхин да hәр саҡ ярҙам күрһәтә.

Байрамдарҙа йола буйынса «Нигеҙ ташына һуҡмаҡ» тигән лирик исемле сара hәр ваҡыт ауыл зиратында башлана. Бында килеүселәр үҙҙәренең баҡыйлыҡҡа күскән ата-бабалары, туғандары h.б. иҫтәлегенә доға ҡылалар. Һәм был юлы ла, элеккесә, Баян Искәндәр улы бик матур итеп уҡыған ҡөръән аяттарын тыңланы.

Бын көндә көн салт аяҙ булды, ҡояш ҡыҙҙырҙы. Тантананың рәсми өлөшө элекке Ҡасим башланғыс мәктәбе бинаһы ҡаршыһында уҙҙы, унда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡасимлыларға обелиск ҡуйылған. Ауыл байрамына йыйылған халыҡ һаны йөҙҙән артыҡ ине. Республиканың төрлө мөйөшөнән, Дағстан, Татарстан hәм Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ҡайтҡайны hәм, әлбиттә, күрше-тирә ауылдарҙан халыҡ йыйылды. Ауылдарын яратыу һүҙҙәрен барлыҡ сығыш яһаусылар әйтте.

Әлеге сараны Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы башлығы Марат Яхин асып ебәреп: «Нигеҙ ташына һуҡмаҡ» байрамы беҙҙең районыбыҙҙа үҙенсәлекле мәҙәни күренеш, — тине. — Ҡасим ауылы халҡы был йәһәттән райондың башҡа ауылдарында йәшәүселәргә үрнәк булып тора. Бындай байрамдар беҙгә ата-бабаларҙы хөрмәтләргә, дини ғәҙәттәребеҙҙе үтәргә һәм халыҡ йолаларын бер ҡасан да онотмаҫҡа өндәй».

Байрамда үҙешмәкәр артистарҙың сығышы таң ҡалдырҙы. Ике сәнғәт  коллективы сығышын — Ҡунаҡҡол ауылы мәҙәниәт йортоноң «Еңгәйҙәр» бейеү төркөмө (етәксеһе Нәфисә Биктимерова), Бишбүләк мәҙәниәт һарайының халыҡ фольклор коллективы — атаҡлы «Аҡ ҡалфаҡ»ты тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Эҫе булыуға ҡарамаҫтан, улар барлыҡ тамашасыларҙы яҡты костюмдары, яңғырап торған тауыштары hәм бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Йырҙар бер-бер артлы, ташып торған йылға кеүек ағылып торҙо, йыр-моң Ҡасим ауылының тирә-яғын яңғыратты.

Рәсми өлөш «Ҡасим вальсы» тигән лирик музыкаль әҫәр менән тамамланды, уның һүҙҙәре — Роза Идрисованыҡы, ә музыкаһы —Раил Рөстәм улыныҡы. Таулы  шишмәһе янында был көндә байрам ризығы һәм тәмле эсемлектәр әҙерләнгән усаҡтар hәм самауырҙарҙан хуш еҫ таралды. Бында байрамда ҡатнашыусыларҙы ҡайындар араһында ауылдың аш-һыу осталары ҡаршы алды, улар табын әҙерләргә өлгөргән. Еләк-емештәрҙән ҡаҡ яһау буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Ҡунаҡҡол ауылынан 86 йәшлек Хәмиҙә Ғозәйер ҡыҙы Хәйретдинованың бар тиәр-яҡҡа танылған балаҫтары күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Әхмәтйәновтар ғаилeһенең шәжәрәһе, үҙешсән рeссамдарҙың картиналары менән танышты. Халыҡтың шундай ҡунаҡсыллығы бер кемде лә битараф ҡалдырманы hәм төп маҡсатына тулыһынса иреште: барлыҡ кеше — беҙҙең балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ hәм бүләләребеҙ ата-бабаларының нигеҙ таштарын онотмаһын ине. Сөнки ҙур Ватан hәр ваҡыт кесеһенән башлана.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотолары.

Барыһы ла тыуған төйәктән башлана
Барыһы ла тыуған төйәктән башлана
Автор:
Читайте нас: