14 августа Өфөнән Курск өлкәһендә зыян күреүселәр һәм махсус хәрби операцияға мобилизацияланғандар, ирекмәндәр hәм контрактсылар өсөн адреслы ярҙам менән сираттағы 130-сы гуманитар йөк оҙатылды. Йөктө ебәреү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул водителдәр hәм оҙата барыусылар менән аралашты hәм уларға яҡшы hәм имен
юл теләне.
Хәрби хеҙмәткәрҙәр hәм зыян күреүселәр өсөн адреслы ярҙам йыйыу дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ битараф
булмаған граждандар тарафынан ойошторолдо. МХО-ға юл тотоусы 17 машинала ағас материалдары, мобиль мунсалар, рациялар, генераторҙар, маскировка hәм «рабица» селтәрҙәре, ҙур һауыттар, автомобилдәр өсөн запас частәр, янғын һүндергестәр, рюкзактар, кейем-һалым, шәхси гигиена саралары, һыу, аҙыҡ-түлек,
бар ине. Әлеге гумконвой менән Бишбүләк районынан дүрт кешенән торған ирекмәндәр төркөмө лә китте. Улар йөктө тәғәйенләнгән урынға илтеп тапшырып, хәрби операция зонаһынан туған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡас, беҙ улар менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
— Билдәләнгән урынға барып еткәс, беҙҙе ике төркөмгә бүлделәр. Беҙ Луганск Халыҡ Республикаһына юл тоттоҡ. Унда Бишбүләк районынан ирекмәндәр hәм контрактсылар менән осраштыҡ, — тип һөйләне Алексей Макаров менән Андрей Михайлов. — «Кенгер» позывнойлы отделение командиры менән аралаштыҡ, һуғышсыларҙың һуғышсан рухтары hәм кәйефтәре тураһында белештек. Яуап итеп беҙ район хәлдәре тураһында һөйләнек. Һалдаттар беҙҙең килеүебеҙгә һөйөнөүҙәрен йәшермәне. Әңгәмәләшеү йылы hәм дуҫтарса шарттарҙа барҙы. Беҙ яҡташтарыбыҙға маскировка селтәрҙәре, гуманитар йөк, исемле посылкалар, туғандарынан hәм балаларынан хаттар алып барҙыҡ. Шулай уҡ кәрәкле техниканы - район хакимиәте әҙерләгән «буханка» УАЗ автомобилен тапшырҙыҡ. Һуғышсылар беҙгә бындай бүләктәр өсөн рәхмәт әйтте hәм, әлбиттә, өйҙәренә еңеп ҡайтырға вәғәҙә бирҙе. Беҙгә улар хәрби трофейҙар — Украина подполковниғының погондарын hәм каскаһын, пуля hәм снарядтарҙан атылған гильзалар, Украин һалдаттарының ике хәрби билетын, ҡайыш айылын,
патрон таҫмалары өсөн тартма h.б тапшырҙылар. Улар Бишбүләк тарихи-этнография музейына ҡуйыласаҡ.
Әлеге сәфәр ваҡытында булған тағын бер күңелле мәлде иҫкә алғы килә. Яҡташыбыҙ Илдар Хөснуллин беҙҙең килеүебеҙ тураһында алдан белгән. Ул ике йыл Бишбүләк техникаһы менән юлдар төҙөй. Уның менән, әлбиттә, осрашып һөйләштек.
— Беҙ башҡа яҡҡа, Запорожьеға киттек, унда беҙҙең мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ армия хеҙмәтен үтәй. Тынлыҡ ваҡытында алғы һыҙыҡта булдыҡ, был элекке Кахов һыуһаҡлағысының ситендә тиерлек. Бында армия частәре һөжүм операциялары үткәрә, унда ҡатнашыусыларҙың күбеһе Башҡортостан егеттәре. «Шрам», «Сорока», «Батя», «Партизан» позывнойлы һуғышсылар һәм «Градусник» позывнойлы командир менән һөйләштек. Исемле посылкалар, маскировка селтәрҙәре, Эске эштәр ветерандарынан УАЗ автомобиленә двигатель һәм башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе тапшырҙыҡ. Һалдаттар тыуған яҡтарына ҡайнар сәләм ебәрҙе, өйҙәренә иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә итте, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Вадим Булатов менән Александр Семенов.
Владимир СМОЛОВ.
Фотолар Вадим Булатовтың шәхси архивынан.
«Фронт өсөн,яугирҙарыбыҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт ныҡлы, ышаныслы тыл, уларҙың туғандары һәм яҡындары өсөн терәк булдыҡ һәм буласаҡбыҙ. Беҙҙең төп тырышлығыбыҙ һәм ресурстарыбыҙ ошоға йүнәлтелгән» (Радий Хәбировтың 2024 йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79-йыллығына бағышланған тантаналы йыйылышта яһаған сығышынан).
Эллина Заһит ҡыҙы СУФИЯНОВА, «Бөтәһе лә фронт өсөн — Бишбүләк» төркөмө етәкселәренең береһе:
—МХО зонаһындағы егеттәребеҙ һорауы буйынса йыйылған әйберҙәр, техник саралар, инструменттар, үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләнгән селтәрҙәр, ҡоро душ, блиндаж шәмдәре hәм башҡа шундай әйберҙәр менән гуманитар конвой ебәреүҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, улар беҙҙең райондың битараф булмаған граждандары, шулай уҡ районыбыҙҙан сыҡҡан, икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙә йәшәүсе кешеләрҙең аҡсаһына һатып алынды. Был гуманитар конвойҙы беҙҙең бик күп егеттәребеҙ көттө, уларҙың hәр ҡайһыһы үҙенә посылкалар тапшырылыуы тураһында яҙып ебәрҙе инде. Шуныһы һәйбәт — ҡабул итеү пунктында посылкаларҙы Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатынан киткән егеттәребеҙ өсөн генә түгел, ә беҙҙең районда тыуып-үҫкән башҡа төбәктән китеүселәр өсөн дә ҡабул итәләр. Беҙҙең республика Башлығына рәхмәт әйткем килә, уның теләктәшлеге һөҙөмтәһендә бындай гуманитар ярҙам ойошторола ла инде.