Балалары мәктәптә уҡыған ата-әсәләр иҫләйҙер: бер нисә йыл элек күп уҡыусылар мәктәп ашханаһына инеп тә ҡарамай ине. Сәбәбе ябай: Тәмһеҙ! Һалҡын! Файҙалы түгел! Ә ите... буйволдыҡы... Ярты көнөн мәктәптә үткәргән балаларға йылы һәм тәмле аштың ни тиклем кәрәклеге тураһында әйтеп тороу артыҡ. Тик ашарлыҡ булмаған аҙыҡты нисек ашарға һуң? Был һорауҙы үҙенә Башҡортостан Башлығы вазифаһына килгән Радий Хәбиров тә биргәндер, күрәһең. Сөнки күп тә үтмәне ул был системаны үҙгәртә башланы.
Ғөмүмән, Радий Хәбиров эшләй башлағандың тәүге көндәренән төп иғтибарын мәғариф тармағына бүлде. Был аңлашыла ла – сифатлы белем булмай тороп, яҡшы киләсәк төҙөп булмай.
“Беҙҙең өсөн төп бурыс – ул мәғариф. Һәр мәктәптә – төпкөл ауылда ла, ҡалалағы яңы уҡыу йортонда ла – сифатлы белем биреү һәм тәрбиәләү өсөн бөтә шарттарҙың булдырылыуы мөһим”, – тигәйне ул 2019 йылда уҡ.
Эйе, шул уҡ йылдарҙа уҡыу йорттарында ремонттар башланды, ауыл мәктәптәрендә тышта урынлашҡан бәҙрәфтәр эскә индерелде. Балалар яңы һәм ҡыҙыҡлы программалар буйынса уҡый, уларҙы уҡытҡан педагогтарға төрлө өҫтөнлөктәр бирелә һәм ярҙам күрһәтелә. Башҡортостан Башлығы ошондай глобаль эштәр башҡарған саҡта мәктәптәге туҡланыуҙы ла ваҡ мәсьәлә тип ҡараманы. Һәм был дөрөҫ тә. Беренсенән, йылы, тәмле һәм файҙалы аш – сәләмәтлек. Икенсенән, белем алыр өсөн көс кәрәк, ә уны аҙыҡтан алмай ҡайҙан алаһың?
Ҡыҫҡаһы, мәғариф системаһында сифатлы туҡланыу булдырыу эше башланды. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне: 2023 йылда социаль туҡланыуҙы ойоштороуға берҙәм талаптар системаһын әҙерләнеләр һәм индерҙеләр, мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, шул иҫәптән дауалау һәм диетик туҡланыуға мохтаждар өсөн төп менюны актуалләштерҙеләр.
Был эште Мәғариф министрлығы менән бер рәттән республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ла алап бара.
– Республиканың Социаль туҡланыу идаралығы белгестәре былтыр 701 тапҡыр социаль учреждениеларға тикшереүҙәр менән барып ҡайтты, – тине Алексей Гусев. – 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары, Архангел, Әлшәй, Благовар, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Миәкә, Нуриман, Салауат һәм Шишмә райондары туҡланыуҙы юғары кимәлдә ойошторған. Туҡланыуҙы ойоштороуҙың уртаса кимәле 50 муниципалитетта билдәләнгән, түбән кимәл асыҡланманы.
Башҡортостанда күрелгән саралар аш-һыу әҙерләү технологияһын боҙоуҙарҙы, шулай уҡ уларҙың сифатына ялыуҙарҙы кәметергә мөмкинлек бирҙе, тип билдәләне министр. Әйтәйек, ата-әсәләр мәктәп туҡланыуы буйынса һирәгерәк мөрәжәғәт итә башлаған: 2022 йылда 143 мөрәжәғәт килһә, 2023 йылда иһә – 56. Аш-һыу әҙерләү технологияһын боҙоуҙар һаны 11 проценттан 5-кә тиклем, ә сифатһыҙлыҡ билдәләре булған продукцияны асыҡлау осраҡтары – 10,5-тән 7 процентҡа тиклем кәмегән.
Һынау үҙәге лабораторияһы эксперттары аҙыҡ-түлек өлгөләрен тикшереүен дауам итә. 2023 йылда бөтәһе 3 632 аҙыҡ-түлек өлгөһөн тикшергәндәр. Методик һәм консультацион ярҙам күрһәтеү маҡсатында Социаль туҡланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре социаль туҡланыу өлкәһе белгестәре өсөн, шулай уҡ асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн семинарҙар үткәрә. “Башҡортостан Республикаһының берҙәм белем биреү мөхите” системаһында ата-әсәләрҙең шәхси кабинеты аша ҡайнар аш сифатына контроль системаһы тулы кимәлдә эшләй.
Туҡланыу операторҙары менән төҙөлгән оҙайлы килешеүҙәр ярҙамында мәктәптең туҡланыу блоктары үҙҙәренең аҡсаһына өҫтәп йыһазландырыла. 2023 йылда 23 районда эшләгән 12 туҡланыу операторы етештереү цехтары өсөн дөйөм суммаһы 92,5 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алған. Бынан тыш, “Туҡланыу үҙәге”ндә һурҙырыу зонттары етештереү яйға һалынған, шулай уҡ республика ҡала-райондарында экобуфеттар программаһы эшләй башланы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт.
– Был эште нисек ҡабул иткәнде яҡшы хәтерләйбеҙ, ул тейешенсә ойошторолмаған ине. Мәҫәлән, башҡорт ите мәктәп ашханаларында 15 проценттан артмай, ҡалғаны ситтән килтерелгән, шул иҫәптән сит ит тә ине. Минеңсә, беҙ быны атҡарып сыҡтыҡ, әммә тынысланырға ярамай, – тине Радий Хәбиров. – Туҡланыу операторҙары матди базаны нығытыуға средстволар һалыуҙы дауам итһен өсөн улар менән оҙайлы сроклы контракттар төҙөргә кәрәк. Үҫеш бара, ләкин сумма күберәк булырға тейеш, сөнки мәктәптәр күп.
Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, Башҡортостанда 2024 йылдың март аҙағында мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауҙың өсөнсө этабы башлана. 2024 йылда 31 мәктәптә ремонт башлана, уның сиктәрендә туҡланыу блоктарын һәм ашханаларҙы яңыртыу ҡаралған.
Эйе, бәхеткә күрә, хәлдәр үҙгәрҙе. Хәҙер ашханала Башҡортостан етештереүселәренең ите 90 проценттан күберәк, балалар тәбиғи башҡорт һөтөн эсә. Аҙыҡ-түлектең сифаты мәсьәләһе хәл ителгәс, мәктәп ашнаҡсылары балалар өсөн файҙалы һәм тәмле аш-һыу әҙерләй башланы. Әле менюға бығаса булмаған наггетстар, ауылса картуф, сырниктар, фреш-коктейлдәр, файҙалы снектар һәм башҡалар индерелә.
Быйыл Стәрлетамаҡта үткән мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә лә мәктәп туҡланыуына ҙур иғтибар бирелде. Радий Хәбиров унда “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы – 2024” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре күргәҙмәһен ҡараны һәм алдағы йылдарҙа башҡарылған эш һөҙөмтәһен күрҙе. Мәҫәлән, ауыл ерендәге мәктәптәр араһында Благовар районы Языков ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе иң яҡшыһы тип танылған, туҡланыу операторы – “Опторг” компанияһы. Ул әҙер төшкө ашты дүрт ҡатлы герметик төргәктәге реторт-пакеттарҙа тәҡдим итә. “Ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы” номинацияһында Нефтекаманан 17-се “Взлетай” урта дөйөм белем биреү мәктәбе еңеү яуланы. Туҡланыу операторы – күргәҙмәлә мәктәп туҡланыуындағы яңылыҡты ланч-бокстарҙы шәхси эшҡыуар Зинифә Өмүрбаева тәҡдим итте. Улар яңы уҡыу йылынан индереләсәк һәм уҡыусыларҙы файҙалы йәшелсә һәм емеш-еләк менән балансланған ҡайнар аш менән тәьмин итәсәк.
Өфө мәктәптәре араһында 1-се лицейҙың ашханаһы иң яҡшыһы тип танылды. “Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге” – Башҡортостан баш ҡалаһының 128 мәктәбен һәм 221 балалар баҡсаһын хеҙмәтләндергән ҙур операторҙарҙың береһе. Ул дауалау һәм диетик туҡланыу өсөн ризыҡтар тәҡдим итә. Бынан тыш, күргәҙмәлә ауыл картуфынан, тауыҡ, һыйыр итенән, сырҙан торған яңы мәктәп менюһын Стәрлетамаҡтан “Социаль туҡланыу үҙәге” тәҡдим итте. Ә бына ошо уҡ ҡаланан “Общепит” йәмғиәте “швед өҫтәле” принцибы буйынса туҡланыу ойошторған йәки уҡыусылар нимә ашарға теләй – үҙҙәре һайлап ала.
– Бер нисә йыл элек ата-әсәләр мәктәптә туҡланыуҙың сифаты мәсьәләһен һәм уларҙың дәғүәһе нигеҙле булды: туҡланыу насар ойошторолған ине. Ошо ваҡыт эсендә беҙ был проблема менән ныҡлы шөғөлләндек, тәртип һәм тәртип урынлаштырҙыҡ, билдәле бер инновациялар индерҙек. Бөгөн ҡайһы бер мәктәптәрҙә хатта “швед өҫтәле” бар. Әммә, иң мөһиме, эҫе һәм сәләмәт туҡланыуҙы яйға һалдылар, – тине Радий Хәбиров.
Самира ХӘБИБРАХМАНОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбе уҡыусыһы:
– Мин быйыл 9-сы класҡа барҙым. Элек мәктәп ашханаһына йөрөмәй инем, сөнки унда тәмһеҙ. Нисә керһәң дә һалҡын аш, төйөрлө, майһыҙ бутҡалар ине. Шуға күрә әсәйем көн һайын өйҙән аҙыҡ әҙерләп ебәрҙе, ҡайһы берҙә ҡоро аҙыҡ һатып ала инем. Тик бер нисә йыл элек беҙҙең мәктәптә барыһы ла үҙгәрҙе. Ашханабыҙҙа кафелағы кеүек тип әйтһәм дә арттырыу булмаҫ. Һайлап ашарға була, ә иң мөһиме – тәмле! Ҡустым да ошо мәктәптә уҡый, ул әле башланғыс кластарҙа белем ала. Ул ашханала рәхәтләнеп ашай һәм электән барыһы ла ошолай һәйбәт тип уйлай. Уйлаһын да, сөнки артабан барыһы ла ошолай яҡшы булыр тип ышанабыҙ.
Фото: "Башинформ" һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте.
bashgazet.ru