Мәктәп — ул традицияларҙы, уның бай тарихында уҡытыусылар тарафынан туплаған баһалап бөткөһөҙ педагогик тәжрибәһен, районда hәм республикала дан ҡаҙанған уҡыусыларҙың еңеүҙәрен һаҡлаусы. Бөгөн Ҡушйылға ауылы урта мәктәбе — үҙ олаларын һаҡлаусы һәм яңы белем биреү проекттарында ҡатнашырға әҙер булған ойошҡан, берҙәм hәм даими үҫешкән коллектив ул. 2021 йылдан мәктәп менән директор Альбина Самғот ҡыҙы Ғәзизова етәкселек итә. Уның көндәлек эше, хеҙмәт һөйөүсәнлеге, балаларҙы яратыуы, һәр яҡлап әүҙемлелеге үҙ һөҙөмтәһен бирә. Альбина Самғот ҡыҙы етәкселегендәге педагогик коллектив ҙур эш башҡара, шуның һөҙөмтәһендә Ҡушйылға мәктәбе 2023 — 2024 уҡыу йылының иң яҡшы дөйөм белем биреү ойошмаһы, тип танылды.
Хәҙерге ваҡытта мәктәптә 91 уҡыусы белем ала. Мәктәп коллективы 31 хеҙмәткәрҙән тора. Белем биреү процесын 16 педагог алып бара. Уларҙың барыһы ла юғары категорияға эйә. Күптәрҙең республика, Рәсәй дәрәжәһендәге бүләктәре бар. Тәжрибәле педагог Н.Е. Васильева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән, РФ оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Е.Г. Семенова, Г.Р. Ғәзизова, А.С. Ғәзизова, В.И. Яковлев, Н.Е. Васильева, С.Г. Иванова; И.Г. Степанова, А.А. Степанов Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ булған.
Республикала мәғариф системаһын үҫтереүҙә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар һәм уҡыыусылар өсөн мотивация системаһы формалаша, илдең иң яҡшы тәжрибәләре индерелә. Урта мәктәптә балаларҙың интеллектуаль hәм физик үҫешенә булған ихтыяждарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә торған етeрлек матди база бар.
Педагогтарҙың юғары эшсәнлеге, яңы ҡаҙаныштарға ынтылыуҙары, бай тәжрибәләре үҫергә, төрлө конкурстарҙа hәм проекттарҙа ҡатнашырға hәм еңeргә ярҙам итә. Мәктәп уҡытыусылары йыл һайын район, республика, Бөтөн Рәсәй олимпиадаларында hәм конкурстарында еңеүселәрҙе hәм призерҙарҙы әҙерләй. 2023 — 2024 уҡыуу йылында халыҡ-ара конкурстарҙа 72 уҡыусы ҡатнашҡан, Бөтә Рәсәй конкурстарында — 21, республика конкурстарында — 15. Уларҙың күбеһе призер hәм еңеүсе булған. Педагогтар «Йыл уҡытыусыһы» кеүек төрлө hөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, дистанцион уҡыу курстары, төрлө дәрәжәләге вебинарҙар аша квалификацияларын күтәрә. Мәктәптә уҡытыу hәм тәрбиә биреү процесын камиллаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Белем биреүҙең сифатын
тәьмин итеү маҡсатында уҡытыусылар белем биреү процесына заманса технологияларҙы индерәләр. әҫәлән, мәктәптә түбәндәге төбәк hәм федераль проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла: «Заманса мәктәп — «Yҫеш нөктәләре», «Һәр баланың уңышы» — өҫтәмә белем биреүҙә өҫтәмә урындар булдырыу, «Һанлы белем биреү мөхите», «Киләсәк уҡытыусыһы», «Осоп кит!» («Взлетай!»), «Сәләмәт быуын — сәләмәт милләт». Мәктәп «Рәсәй мәғариф ойошмаларының агрокластарында hәм агроэкология берләшмәләрендә юғары технологиялы ауыл хужалығы етештереүен hәм ерҙән һөҙөмтәле файҙаланыуҙы ойоштороу һәм оҙата барыу» конкурсында ҡатнашып, алтын миҙал менән бүләкләнде. Спортсылар йыш ҡына район hәм республика ярыштарында еңеү яулай. Уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Мәктәптә Йәш армиясылар хәрби-патриотик клубы бар, уның эшсәнлеге йәш армиясыларҙа изгелек, теләктәшлек,намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, Ватанға һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Мәктәп базаһында «С» категориялы тракторсы hөнәрен алырға мөмкин. Уҡыуҙарҙы етештереү оҫтаһы Виктор Иванович Яковлев үткәрә. Ҡушйылға урта мәктәбен
тамамлаусылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, төп дәүләт имтихандарын hәм берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра. Уҙған уҡыу йылында мәктәпте туғыҙ уҡыусы тамамлаған, шулар араһынан икәүһе миҙалға лайыҡ булған. Юғары белем дәрәжәһе, уҡыуҙың уңайлы шарттары, етeрлек матди-техник база, педагогтарҙың һөнәри оҫталығы — былар барыһы ла Ҡушйылға урта мәктәбендә бар. Бер генә нимә үҙгәрешһеҙ ҡала: мәктәп коллективы элеккесә балалар хаҡына эшләй. Мәктәптә үҙ эштәренә ғашиҡ, ижади ҡарашлы педагогтар, hәр бала менән айырым эшләргә әҙер кешеләр эшләй.
—Эште яҡшы башҡарыуҙа төп шарттарҙың береһе — татыу коллектив. Ә ул беҙҙә берҙәм, күптән ойошҡан. Барыһы ла намыҫлы эшләй. Беҙҙең барлыҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ һиҙгер, яҡшы күңелле, киң белемле. Шулай уҡ бик тырыш техник персоналды ла айырып билдәләп үткем килә. Мәктәп яны участогы ла hәр ваҡыт яҡшы хәлдә. Йыл һайын баҡсала йәшелсәләр ултыртабыҙ. Йәйгеһен унда барыбыҙ бергә эшләйбеҙ. Беҙҙең мәктәп мауыҡтырғыс, бай тормош менән йәшәй, уҡыу процесына hәр ваҡыт яңылыҡ индерелә. Һәм был бар коллективтың ҡаҙанышы, —тип билдәләп үтә урта мәктәп директоры.
Наилә СӘБӘХОВА.
Автор фотоһы.
- Беҙ белем биреүгә ныҡлы иғтибар бирәбеҙ. Балаларыбыҙға һәр мәктәптә — төпкөлдәге ауылда ла, ҡалалағы яңы төҙөлгәндәрендә лә — сифатлы белем hәм тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөhим, - тип билдәләне үҙенең БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Инна Петровна ДАНИЛОВА, Бишбүләк районы мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары:
— Ҡушйылға урта мәктәбенең үҙенең ҡабатланмаҫ тарихы бар. Уның бер быуатлыҡ тарихында йөҙләгән кеше балаларға белем биргән. Берәүҙәр килгән-киткән, икенселәре районыбыҙҙың иң беренсе мәғариф учреждениеларының береһе булған мәктәп
тарихында үҙ эҙҙәрен ҡалдырыу өсөн ҡабат ҡайтҡан. Коллектив hәр ваҡыт балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеүгә, патриотик тәрбиәләүгә, милли йолаларҙы һаҡлауға айырым иғтибар бирҙе hәм үҙ мәктәбенең данын арттырҙы. Уҡытыусылар hәр ваҡыт уҡыусыларға ярҙам итeргә, уларға ныҡлы белем бирергә, уларҙа яуаплылыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, патриотлыҡ хисе тәрбиәләргә тырышты.
Мәктәп бөгөн дә мауыҡтырғыс тормош менән йәшәй. Балалар педагогтар менән бергә интеллектуаль, спорт йүнәлешендәге төрлө сараларҙа ҡатнаша, юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәктәпкә артабан да сәскә атыуын, ә педагогик коллективҡа киләсәктә юғары үрҙәр
яулауын һәм шулай уҡ данлы үткәндәрҙең традициялeрын һаҡлап ҡалыуҙарын теләйем.