Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь , 12:26

«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»: пенсияла тормош башлана ғына әле

Бишбүләк районы пенсионерҙары «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты ярҙамында йәнә республика буйынса бушлай сәйәхәт итте

«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»: пенсияла тормош башлана ғына әле
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»: пенсияла тормош башлана ғына әле

51 кешенән торған татыу hәм ҙур компания уңайлы автобусҡа ултырып экскурсияға китте. Был юлы өлкән быуын туристары Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгендә булды, унда улар йәйәүләп Тура хан мавзолейына барып етте, артабан республикабыҙ башҡалаһы буйлап экскурсияға китте. Программала ҡатнашыусыларҙың береһе Уҫаҡ-Кисеүҙән Светлана Салауат ҡыҙы Фазуллина онотолмаҫлыҡ сәфәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

— Беҙ ирем менән «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһында ҡатнаштыҡ. Сәфәр бик оҡшаны. Күптән түгел генә асылған «Тура хан» визит-үҙәгендә булдыҡ. Ул федераль әһәмиәттәге  архитектура hәйкәле статусына эйә. Беҙ ирем менән унда барырға бик теләгәйнек, программа ярҙамында беҙ әлеге уникаль объектҡа бара алдыҡ. Унда бик тулҡынландырғыс булды. Артабан беҙ Өфөгә киттек, Совет мeйҙанында булып, генерал-майор М.М. Шайморатов hәйкәле ансамбле менән таныштыҡ hәм Өфөнөң күркәм урындарында булдыҡ. Ойоштороусыларға бай программа өсөн ҙур рәхмәт. «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты ярҙамында республика буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлегебеҙ булыуға мин бик шат. Сөнки пенсияла тормош әле башлана ғына, hәм ул шатлыҡ, яҡты тәьҫораттар менән тулы булһын ине, — тип билдәләп үтә Светлана Салауат ҡыҙы.

Туристар өсөн иҫтәлекле миҙгелдәрҙең береһе  — программаның аҙағында Ағиҙел буйлап теплоходта йөҙөү булды. Ҡараңғы төшкәндә, беҙҙең туристар арыған, әммә ҡәнәғәт булып өйҙәренә ҡайтты. Юлда сәфәрҙә ҡатнашыусылар бик хисләнеп сәйәхәт тураһында ҡыҙыу фекер алышты. Был ҙур булмаған, ләкин  ҡыҙыҡлы сәфәр пенсионерҙарҙың хәтерендә матур булып озаҡҡа иҫтә ҡаласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән булдырылған. Был социаль әһәмиәткә эйә проект ярҙамында пенсионерҙар тыуған яҡтары буйлап бер көнлөк бушлай турға бара ала. «Беҙҙең өсөн өлкән быуын вәкилдәренең пенсияға сыҡҡас әүҙем, ҡыҙыҡлы, бай тормош менән йәшәүе мөhим. Беҙ уларға үҙебеҙҙең ҡыҙыҡлы һәм уникаль республикабыҙҙы  күрһәтергә теләйбеҙ, — тип аңлатты үҙенең ҡарарын республика Башлығы. — Йыш ҡына шундай хәлдәр була, кеше тыуғас, ғүмере буйына районында эшләгән. Командировкаларға hәм ялға башҡа төбәктәргә барған, ә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итмәгән. Кәрәге лә булмаған, ни өсөн, нимә менән... Мин быны ҙур ғәҙелһеҙлек, тип  иҫәпләйем. Беҙҙә ҡыҙыҡлы урындар бик күп. Шуға күрә «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһын дауам итәсәкбеҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ.

 Наилә СӘБӘХОВА.

Фото Светлана Фазуллинаның шәхси архивынан.

Елена Ивановна АНДРЕЕВА, район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары:

— Был иҫ киткес программа, өлкән быуын вәкилдәре өсөн бик кәрәкле! Пенсионер булараҡ, мин дә әлеге программаның мөмкинлектәренән йыл һайын hәм тулыһынса файҙаланырға тырышам. Уның ярҙамында Санкт-Петербургта, Красноусольскийҙа, Торатауҙа булдым. Ветерандарҙы «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһында ҡатнашырға саҡырам.

«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»: пенсияла тормош башлана ғына әле
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»: пенсияла тормош башлана ғына әле
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»: пенсияла тормош башлана ғына әле
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»: пенсияла тормош башлана ғына әле
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»: пенсияла тормош башлана ғына әле
Автор:
Читайте нас: