Атай-әсәй нигеҙенә йыш ҡына ҡайтып йөрөһә лә, отпускыһында йә диңгеҙ буйында, йә төрлө шифаханала ял итә ине. Ситте маҡта ла, илеңдә тор, тиҙәр, бынан ары эшенән бөтөнләй туҡтап, ауылда ғына ҡалырғамы әллә, тип тә уйлап ҡуя ҡайһы ваҡыт.
Ул бәләкәй саҡтан иртән иртүк тороп, ҡояш ҡалҡҡанын ҡарарға ярата. Бына бөгөн дә, таң һыҙылыу менән, күтәрмәгә сығып ултырҙы ла, алыҫтан урман араһындағы ҡояшты күҙәтеп, күңел төпкөлөндә йәшеренгән хәтирәләргә бирелде.
ул йылда сентябрь йылы килде. Иртәнән кискә тиклем ҡояш көлтә-көлтә нурҙарын бар донъяға йәлләмәй һибә. Көҙ айы булыуға ҡарамаҫтан, ағастар, үләндәр үҙҙәренең һары, ҡыҙыл биҙәкле күлдәктәрен кейергә ашыҡмай ине. Тәүге уҡыу көнөндә ике ауылдаш ҡыҙ көндөң матурлығына һоҡланып, ятаҡтан техникумға ашыҡмай ғына китте. Зилә менән Мәүә нефть техникумына уҡырға инеүҙәренә һөйөнөп, үҙҙәрен бик бәхетле тойҙо.
– Быйыл Өфөнөң үҙенән бер йәш ғаилә эшкә килгән икән, – тине Наҙгөл. – Ағай кеше баш ҡалала ҙур урында эшләгән дә, диссертация яҙыр өсөн эш тәжрибәм аҙ, тип үҙе теләп юллама алған икән. Ул физиканан уҡытасаҡ, ә ҡатыны – химия фәненән, ти.
– Һәйбәт булған, йәш белгес менән химиянан күберәк шөғөлләнеп булыр, – тине Зилә, киләсәген уйлап. – Әйткәндәй, һин, ҡыҙый, быларҙы ҡайҙан вис беләһең ул, ә?
– Кисә комендант апай, өлгөрмәйем, тип эләктереп алып ярҙам һорағайны, шунда күрҙем дә инде уларҙы. Йәш белгестәр тип уларға беренсе ҡаттан бүлмә лә биргәндәр. Эй, матур ғына ҡыҙҙары ла бар, быйыл беренсегә уҡырға төшә, ти. Исеме бигерәк тә матур бит әле ул, әйтәйемме? – Мәүә мут йылмайҙы. Зилә, миңә барыбер тигәндәй, иңдәрен һикертеп ҡуйҙы.
– Зилә, – тип Наҙгөл зыңғырлатып көлөп ебәрҙе. Зилә дуҫына ышанмай, ғәжәпләнеп ҡарап ҡуйҙы.
– Исеме – Зилә. Ул һинең аҙашың була инде.
Ҡыҙҙар техникумға барып еткәнсе юҡ-бар нәмәнән ҡыҙыҡ табып сырҡылдашты.
* * *
Әмир Мөхәммәт улы физика кабинетына килеп инде лә, тәҙрә янында ултырған Зиләне күргәс, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул студенттар менән танышҡанда, ҡаушауын еңергә тырышып, күҙлеген бер систе, бер кейҙе, тауышы ла ҡалтыранды. Шул тиклем дә үҙ әсәһенә, дөрөҫөрәге, йәш сағындағы бер фотоһына оҡшаған был ҡыҙ. Ҙур, һөрмәле һоро күҙҙәр, алһыуланып торған оҙонса йөҙ, тулы матур ирендәр, теҙелеп киткән мәрйен тештәр, ҡабарынҡы сәстәр был төйөрөм ҡыҙҙы бигерәк тә һөйкөмлө итә ине. Бер буш арала Әмир секретарь ҡыҙҙан Зиләнең адресын һорап алды ла, әсәһенә шылтыратып, ул ауылдағы үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен белеште. Әсәһенән кире яуап алғас, тынысланғандай булғайны ла, ләкин яңы утыҙын тултырған йәш ир күңелендә ҡупҡан дауыл-кисерештәрҙе аңлай алмай бер булды. Мин унан күпкә оло, ғаиләм бар, бына тигән ҡыҙым үҫеп килә, тип бөтә буш ваҡытын эш менән баҫып, үҙенән-үҙе ҡасырға теләне. Тик, Зиләне күҙ ҡырыйы менән генә күреп ҡалыр өсөн генә булһа ла, көн дә эшкә осоп барһа, кисен ятаҡта ошо төркөмдө ылыҡтырып, төрлө сара ойошторҙо. Үҙе егеттәрҙе ҡурайҙа уйнарға, ә иптәше ҡыҙҙарҙы ҡумыҙ сиртергә өйрәтеп, музыкаль ансамбль ойошторҙолар. Йәш педагогтар йырларға ла, бейергә лә маһир булып сыҡты, бейеү түңәрәге лә асып ебәрҙеләр. Әйтерһең дә, Әмир бығаса аяҡ өҫтө йоҡлап йөрөгән дә, хәҙер ҡапыл уянып, бөтә ергә лә өлгөрөргә тырышып, сапты ла сапты. Ул тәүлектең һәр минутын файҙалы үткәрергә тырышты: көнө буйы студенттар менән ҡайнарға, төндә ғилми эше менән ултырырға ла ваҡыт тапты.
– Эх, матур ҡыҙ Зилә,
Көн дә күрәһем килә.
Көн дә күреп сәстәреңдән
Тарап үрәһем килә,
– тип Әмир Мөхәммәт улы дәрескә йүгерә-атлай йырлап килеп инеп, һағышын күрһәтмәҫкә тырышты.
* * *
Әлбиттә, Зилә педагогтың үҙенә икенсе төрлө ҡарашын тәүге көндән үк һиҙенде, шуға ла уңайһыҙланып, дәрес материалын яҡшы белһә лә, айҙан ашыу бер ҙә яуап биргәне булманы. Бөтә фәндәрҙән “дүртле”, "бишле"гә генә өлгәшкән ҡыҙ, тик физиканан ғына "икеле" алғас, Әмир тәрән уйға ҡалды. Тимәк, ҡыҙ уның йәшерен тойғоларын аңлаған. Уны рәнйетергә хаҡым юҡ, тип ныҡлы ҡарарға килде лә, дәрестән һуң кабинетына саҡырып һөйләшергә булды. Ләкин тәрбиәле ғорур ҡыҙ ҡайтты ла китте. Йәш булһа ла, Зилә дөрөҫ эшләне, бәлки, һөйләшеү икенсе юҫыҡҡа китеп, аңғармаҫтан, үҙемдең һөйөүемде асып һалып ҡыҙҙы шаңҡытыр инем, тип һығымта яһаны. Шул көндән Әмир Мөхәммәт улы бер ваҡытта ла Зиләнән телдән һораманы, ҡыҙ үҙе лә ҡул күтәрмәне, бары яҙма эштәре гел "бишле"гә ине. Киң эрудициялы йәш уҡытыусының төрлө яҡтан талантлы булыуы, ябай, итәғәтле аралашыуы яйлап Зиләгә оҡшай башланы, тик күңелендә бөрөләнеп килгән хистәрҙе шунда уҡ ете йоҙаҡҡа бикләп ҡуйҙы.
Уҡыу йылы бөткәс, йәйге сессиянан һуң, ҡыҙ уҡыған төркөмдө Әмир Мөхәммәт улы хәләл ефете Ғәззә апай менән үҙенең тыуған яғына, Ғафури районына, походҡа алып китте. Улар Толпар ауылынан Имәндәш ауылына тиклем ике көн буйы кәмәлә ағып төшкәндә бер нисә тапҡыр туҡталып, усаҡ яғып, ашарға бешерҙеләр, рәхәтләнеп һыу инделәр, ҡояшта ҡыҙындылар. Йәштәр мул һыулы Еҙем йылғаһына, ғорур тауҙарға, йөҙйәшәр ҡарағайҙарға һоҡланып бөтә алманы. Аҙаҡтан Ташаҫты ауылынан алыҫ түгел ерҙә палаткалар ҡороп, бер аҙна буйы рәхәтләнеп ял иттеләр.
Йәштәрҙең бөтәһенә лә иң оҡшағаны тауҙарға артылыу булды. Улар иң беренсе булып Киндерле мәмерйәһен барып күреп, тәбиғәт мөғжизәләренә хайран ҡалды. Ә бер көндө лагерь эргәһендәге Уҡлыҡаяға менергә булдылар. Улар бер-береһе менән уҙыша-уҙыша тау башына менеп еткәс, тәбиғәттең илаһилығына иҫтәре китте. Ҡоштар осар бейеклектән Еҙем йылғаһының бормаланып-бормаланып аҡҡанын күҙәттеләр, хыялға бирелеп, алдағы тормош юлын күҙалланылар. Уҡлыҡая мәмерйәһен дә байҡап сығып, Салауат менән Пугачев ихтилалын иҫләп, бәхәсләшеп тә киткәйнеләр. Тауға менеүе бик күңелле булһа ла, аҫҡа төшкәндә уңайһыҙыраҡ ине. Алдараҡ барған Зилә баҫҡан ваҡ таштар шауҙырлап шылып, ҡыҙ тәкмәсләп тау буйлап төштө лә китте. Был шул тиклем тиҙ килеп сыҡты, хатта эргәһендә килгән Әмир Мөхәммәт улы ла тоторға өлгөрмәне. Бер үк иҫән генә ҡала күр инде, тип теләй-теләй аҫҡа йомолдо ул. Әмир килеп еткәндә, бөтә тәне һыҙырылған-бәрелгән ҡыҙ торорға маташа ине, ләкин аяғының көслө ауыртыуына ҡысҡырып ебәрҙе лә, кире ултырҙы. Аяғы ҡаймыҡҡан ҡыҙ атлай алмағас, Әмир, береһенә лә иғтибар итмәй, уны күтәреп алды ла китте. Бер секундҡа ғына йөҙө балҡып киткән Зилә тәүҙә ярҙамдан баш тартырға уйлаһа, аҙаҡ битараф ҡиәфәттә булырға тырышты. Ошолайтып ғүмер буйы күтәреп кенә йөрөтөр инем, Зиләйлүгем минең, тип уйланы бәхетле минуттар кисергән ир. Ул, ҡәҙерле кешеһенең йылыһын тойоп, лагерға тиклем һаҡ ҡына алып барҙы.
Иртәгәһенә, башҡалар сыр-сыу килеп һыу ингән арала, Әмир ҡыҙ менән һөйләшеп алырға булды.
– Зилә, һин күрәһең, мин һине...
– Кәрәкмәй! Өндәшмәгеҙ!
– Мин... Беҙ быйыл Өфөгә кире китәбеҙ. Һинең... бер һүҙең етә. Ҡайҙа теләһәң, шунда китербеҙ. Уҡырһың.
– Был һүҙҙәрҙе мин ишетмәнем, тип уйлағыҙ.
– Һине осратырымды белһәм, ғүмер буйы көтөр инем... Ғәфү ит, тик мин быны һиңә әйтергә тейеш инем.
Гөлназ НафиҠова-Ғәбитова.
(Дауамы бар).
Ҡыҙ, башын эйеп, тубыҡтарын ҡосаҡланы ла, бер ни ҙә өндәшмәне. Минең хаҡым юҡ, нисек аңламай икән, тип мөлдөрәмә тулы йәшле күҙҙәрен йәшерҙе.
– Зилә, әгәр һин ҡасан да булһа берәйһен ысынлап яратһаң, ул кеше өсөн аҙағынаса көрәш, – тине йөрәкһеп. – И-их, донъяның башланғысы мөхәббәт икән!
...Зилә үҙенең машинаһында республикабыҙҙың төрлө гүзәл урындарында туҡталып, ял итеп бара торғас, Имәндәш ауылы янындағы Еҙем аша һалынған аҫмалы күпер янына барып туҡтаны.
– Эй-й-й, бигерәк матур инде ошо Ғафури ерҙәре!
Ул күперҙең уртаһына барып баҫты ла, күкрәк тултырып саф һауа һуланы, сылтырап аҡҡан һалҡын һыуға, хозур тәбиғәткә оҙаҡлап һоҡланып ҡарап торҙо. Шунан, иҫтәлеккә ҡалыр, тип телефонына бер нисә тапҡыр баҫҡылап алды ла, ҡасандыр бөтә төркөм менән ял иткән йәшлек хәтирәһе һуҡмаҡтары буйлап атлап китте. Бына Ташаҫты ауылы эргәһендә лагерь ҡорған урын. Бына ул осоп төшкән Уҡлыҡая тауы. Мәғрур тау һаман шулай мөһабәт! Зилә яйлап ҡына тау башына менеп баҫты. Тәбиғәт тә һаман ғәжәп матур, тик ағастар һирәгерәк тә, Еҙем йылғаһы ла һайыҡҡан икән.
– Ҡайҙа һеҙ йәшлегем йылдары, төркөмдәш ҡыҙҙар, егеттәр?
– Әмир Мөхәммәт улы, Һеҙ ҡайҙа?
Зилә офоҡҡа төбәлеп, уйға батты. Эйе, ул күпме көтһә лә, үҙ кешеһен дә осратманы, мөхәббәт утында ла янманы. Шуға ла үҙен яратып йөрөгән егеткә кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы. Әлеге көндә ҡыҙы башлы-күҙле булып, ике ейәнен үҫтерә. Нисек итеп донъяһын гөлт итеп тотһа ла, ирен генә ярата алманы, уға ҡарата һөйөү уты ҡабынманы.
– Күпме ғүмер бергә йәшәп, мөхәббәтемде тәки ҡабул итмәнең, быҫҡып ятҡан сей утын һымаҡ, күңелемде бөтөнләй йылытманың, өшөнөм мин һинең яныңда, – тип үткән йыл икенсегә сығып китте. Аптыраманы ла, ҡайғырманы ла Зилә, нисектер хатта иркенлек кисерҙе, күңеленә еңелерәк тә булып ҡалғайны шикелле. Хәйер, үҙен алдамаһа ла була, яратҡан шул ул да Әмирҙе. Ғүмере буйы уға оҡшаған ир-атты эҙләне, ләкин осратманы. Тыуған яғына ҡайтҡас, йәшлеге менән мөхәббәтен юғалтып, йәне генә түгел, сит яҡтарҙа тәне лә, хатта үҙенең булмышы ла аҙашҡанын аңланы Зилә.
...Был көндө бөтә илгә билдәле профессор Әмир Мөхәммәт улын тыуған ауылына, үҙе уҡыған мәктәпкә байрамға саҡырғайнылар. Мәртәбәле ҡунаҡты матур саранан һуң да бик оҙаҡ ебәрмәҫкә тырышһалар ҙа, уның, форсаттан файҙаланып, бер юлы Ташаҫты ауылын, Уҡлыҡаяны күреп ҡайтҡыһы килде. Башҡа ваҡыт хөкүмәт машинаһында шоферы менән елдергән Әмир бөгөн үҙ яйына ғына йөрөргә булды. Был ерҙәрҙә уның йәшлегенең иң бәхетле бер миҙгеле һаҡлана бит. Бик күп ил, ерҙәр күрергә тура килде, ләкин бында килергә күпме йыйынһа ла, нишләптер, юлы гел ябыла ла тора ине. Бына бит, Хоҙайға рәхмәт, уйламағанда, үҙенән-үҙе килеп сығып тора ла баһа! Ул машинаһы менән аҡланға килеп туҡтаны. Бына уларҙың палаткалар ҡорған лагерь урыны. Ә бына ошонда ул Зиләгә йөрәген асҡайны. Шунда ятҡан бер йыуан ғына ағасҡа ултырып, уҙған оҙон тормош юлына байҡау яһаны.
Ғәззәһе бигерәк ихлас, һөйкөмлө, тәрбиәле ине. Шунсама йыл бергә йәшәү дәүерендә бер ҙә һүҙгә килешмәй, татыу йәшәне улар. Ҡатыны гел уны өҫтөнөрәк ҡуйып, күтәрмәләп, күңелен үҫтереп торҙо. Хеҙмәтендә шулай юғары уңыштарға ирешеүендә хәләленең өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур икәнен яҡшы аңлай ул. Шуға ла Әмир үҙе лә ҡәҙерләп-хөрмәтләп йәшәне, тик наҙын ғына бирә алманы. Уның мөхәббәте ошо аҡланда тороп ҡалды шул... Ярты йыл элек һыҙып ҡына ауырып йөрөгән Ғәззәһе нисә йылдар буйы йөрәген өйкәгән хәбәрен әйтеп һалды:
– Мин һине үлеп яраттым, шуға ла нисек итһәм иттем, барыбер һине үҙемә өйләндереп ҡуйҙым. Минең мөхәббәтемдең ҡайнарлығы икебеҙгә лә етер, тинем. Тик... Эх, шул тиктәр булмаһа! Шулай ҙа мин дә һинең менән Ишембайҙа бер йыл ныҡ бәхетле йәшәп ҡалдым. Тәүҙә һиңә эшең ныҡ оҡшай, үҙ хаятеңә ҡайттың, шуға аяғың ергә теймәй осоп ҡына йөрөйһөң, тип уйлағайным. Аҙаҡ ҡатын-ҡыҙ һиҙгерлеге менән аңланым: һин ғашиҡ инең. Ул ҡыҙға тейеш булған наҙға мин ҡойондом, һөйөлөп йәшәүҙең тәмен белдем. Ә һин аҙаҡтан башҡа бер ваҡытта ла шулай итеп шашып-шашып яратып иркәләмәнең мине. Шулай ҙа бер йыл тулы бәхет биргәнең өсөн рәхмәтлемен һиңә. – Эх, теге ваҡыт, тауҙа, Зилә урынында ҡалай ныҡ булғым килгәйне минең. Ҡатыны хәл йыйып алды ла, дауам итте:
– Үҙебеҙ студент туйы үткәргәс ни, иҫкелек ҡалдығы, тип килен булып та төшмәнем, хатта ҡайным-ҡәйнәм йортона ла күтәрелеп инеп, ап-аҡ мендәргә лә баҫмағайным, – тип түгелеп-түгелеп илағайны.
– Күп осраҡта ғаиләнең төҙөклөгө ҡатындан тора: ғүмер буйы сабыр, төплө булдың, Ғәззәкәйем, – тип саҡ тынысландырғайны Әмир.
– Шулай ҙа эҙләп ҡара һин уны, йәме? Йәш кенә ҡыҙ бала икебеҙҙән дә көслөрәк тә, намыҫлыраҡ та булып сыҡҡан, – тине ҡатыны бәхиллек биргәндә.
Әмир ауыр уйҙарҙан арынып, яй ғына тороп баҫты ла, һөҙәгерәк яҡтан Уҡлыҡаяның башына менеп етте һәм яңғыҙы торған ҡатынды күреп, туҡталып ҡалды. Бер аҙ тәбиғәткә һоҡланып бағып торғас, ниндәйҙер бер көскә буйһоноп, Зиләгә яҡынлашты ла, текләп ҡараны. Ҡараштар осрашты:
– Зилә??!
– Һеҙ?!!
Шул саҡ ҡапыл болоттар араһынан килеп сыҡҡан ҡояш шәлкем-шәлкем нурҙарын һибеп, икеһенең баш осонда алтын ҡулса барлыҡҡа килтерҙе...
Гөлназ Нафикова-Ғәбитова.