Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Октябрь , 09:41

Хөрмә тәмле лә, файҙалы ла

Ҡыҙыл-һары төҫтәге был емеш ашҡаҙан-эсәк эшен яҡшырта һәм йөрәкте нығыта, ул һаулыҡты һәм йәшлекте һаҡлай.

Хөрмә тәмле лә, файҙалы ла
Хөрмә тәмле лә, файҙалы ла

Әле һатыуҙа хөрмә емешенең төрлө сорттары бар. Көҙгө ҡояшһыҙ көндәрҙә сағыу төҫлө, наҙлы һәм татлы был емеш күңелде күтәреп ебәрә

Был емеш составында С, РР, Е, А витаминдары, кальций, калий, тимер, фосфор, марганец, магний, йод, баҡыр кеүек микроэлементтар бар. Улар авитаминоздан, гемоглобин түбән булғанда файҙалы.

Хөрмәлә кислота аҙ, шуға ла уны ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр, бауыр ауырыуҙары ваҡытында ҡурҡмайынса ашарға мөмкин. Кардиологтар ҙа файҙаһын билдәләй: йөрәк насар эшләгәндә организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығарырға ярҙам итә, атеросклерозға ҡаршы иҫкәртеү сараһы булып тора. Нервы системаһына ла яҡшы тәьҫир итә, эшкә һәләтте яҡшырта.
 
Хөрмәлә йод күп. Емеште шулай уҡ ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеге боҙолғанда ла ашарға кәрәк. Һалҡын тейеп сирләгәндә иһә, тамаҡ ауыртыуын баҫыу өсөн, һутына бер аҙ йылы һыу болғатып эсәләр. Иң яҡшыһы - хөрмәне шул килеш ашау, йәнә һөткә ҡушып коктейль яһап эсергә лә була.
 
Хөрмә бик яҡшы тонизациялау сараһы булып тора, тиҙ арыуҙы бөтөрә, нервы системаһын тынысландыра һәм эш һәләтен арттыра.
Хөрмә һалҡын тейеүҙә һәм йүткереүҙә ярҙам итә. Рецепт: бер өлгөргән емеш һутын 4 аш ҡалаҡ йылы һыу менән болғарға һәм тамаҡ төбөн сайҡатырға.
 
Шулай ҙа татлы емеш менән артыҡ булышырға ярамай, ти белгестәр. Уны көнөнә өсәүҙән ашыу ашарға кәңәш ителмәй. Ә бына шәкәр диабетынан яфаланғандарға тәүлегенә берәүҙе генә ҡулланырға кәңәш ителә. Бөйөрөндә ташы булғандарға иһә хөрмә ашау ҡәтғи рәүештә тыйыла.
 
Ауыҙҙы бөрөштөрә торған хөрмә эргәһенә алма йәки банан һалып, бер нисә көнгә ҡалдырырға кәрәк. Еләк-емештән бүленеп сыҡҡан этилен хөрмәне тиҙ арала өлгөртөргә һәләтле.
 
Һәр емеште ҡулланыр алдынан уны яҡшылап йыуырға, сама белергә кәңәш итәбеҙ. Табип менән кәңәшләшергә лә онотмағыҙ.
 
bashgazet.ru



 

Хөрмә тәмле лә, файҙалы ла
Хөрмә тәмле лә, файҙалы ла
Автор:
Читайте нас: