Райондың һәр ауылдың социаль-иҡтисади йөҙө, нигеҙҙә, уларҙа ныҡлы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары булыуы менән билдәләнә. Улар бында ер һөрә, иген сәсә, баҫыуҙарҙы эшкәртә, малсылыҡ менән шөғөлләнә, быуала балыҡ үрсетә. Ауыл кешеләренә урамдарҙы, шишмәләрҙе төҙөкләндерергә ярҙам итәләр, ауыл биләмәләре хакимиәттәренe hәм ойоштороусыларға төрлө мәҙәни саралар үиткәргәндә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәләр, hәр ваҡыт эш уртаһында булырға һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға тырышалар.
— Беҙ атай-әсәйебеҙ Виталий Михайлович менән Екатерина Ивановнаның татыу ғаилeһендә өс бала үҫтек, мин — икенсеһе, — тип иҫкә ала алтмыш ике йәшлек Михаил Витальевич. — Алексеевка һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, ауылыбыҙҙың күп кенә егеттәре кеүек, армияла хеҙмәт иттем. Өс йыл тельняшка кейеп, Төньяҡ флотта икенсе статья старшинаһы званиеһында диңгеҙсе-һыу аҫты ғәскәрҙәрендә хеҙмeт иттем. Артабан ауылға ҡайттым һәм оҙаҡ та тормай дуҫым менән Төньяҡҡа эшкә урынлашырға киттем. Ике йыл эшләнем, ләкин ҡырыҫ климат оҡшаманы, шуға күрә мин Алабуға трактор заводына ауыл кешеләре өсөн тракторҙар hәм ауыл хужалығы техникаһы төҙөргә барырға булдым. Һәм бына бер ваҡыт төшөмдә тыуған төйәгемдең үҙенә саҡырыуын ишеттем. Була бит шундай хәлдәр! Мин шул осорҙа, йәғни 1990 йылда яҙмышымды Бикҡол ауылы ҡыҙы Флүзә Ғәли ҡыҙы менән яҙмышымды бәйләгәййнем. Ул шунда уҡ минең ауылға йәшәргә ҡайтырға теләүемде хупланы. Әйтелгән — эшләнгән! Шулай итеп, беҙ 1991 йылда Алексеевка ауылында атай-әсәй йортонда йәшәй башланыҡ.
Йәш егет ябай механизатор булып эшкә, ә уның медицина белеме булған ҡатыны Алексеевка ФАПына урынлаша. Тиҙҙән уларҙың улдары тыуа, уға олатаһы хөрмәтенә Виталий тип исем ҡушалар. Турленколарҙың был фамилия традицияһы, мoғайын, hәр ваҡыт дауам итeр. 1997 йылда сибәр ҡыҙҙары Елена дoнъяға килә. Һәм 2000 йылда ғаилe советында бер тауыштан яңы йорт төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бөгөн был иркен һәм яҡты өйҙә Михаил бабайҙың hәм Флүзә әбейҙең ейәнсәрҙәре Маргарита менән Алиса йыш ҡунаҡ була.
— Yҙемдең крәҫтиән (фермер) хужалығымды төҙөргә ниәтләгән 2004 йыл хәл иткес булды, — ти Михаил Витальевич. — Беҙҙең хуgалыҡҡа 20 йыл! Ғаилә бизнесы ул ваҡытта 200 гектар ерҙән башланды. Техника һатып ала башланыҡ. Yҫемлекселек менән шөғөлләнергә булдыҡ. Улыбыҙ Виталий аграр институтын тамамланы. Эштәр әкренләп алға китте. Бөгөнгө көндә крәҫтиән-фермер хужалығында 2,5 меn гектар һөрөү ерҙәре, тракторҙар, автомобилдәр, ике иген йыйыу комбайны hәм барлыҡ кәрәкле тағылма ҡоролмалар бар. Күп кенә ауыл худалығы етештереүселәре өсөн еңел булмаған был йылда күп эш башҡарылды, ҡеүәтле яңы Кировец-704 тракторы, яңы сәсеү комплексы һатып алынды. Ташландыҡ ЗАВты тергеҙҙек, склад биналарын һатып алып, ремонтланыҡ. Иген культураларын — боҙай, арыш, арпа, ә техник культураларҙан — рапс, суданка hәм көнбағыш сәсәбеҙ. 2024 йылда иген культураларының уртаса уңышы бер гектарҙан 32 центнер тәшкил итте. Майлы культуралар ҙа яҡшы уңды. Сезонлы эштәр ваҡытында ситтән 10 — 12-шәр кеше йәлеп итәбеҙ. Ә былай барлыҡ крәҫтиән мәшәҡәттәоен үҙебеҙ хәл итәбеҙ. Йыл һайын улым Виталий ярҙамға килә: ул теләһә ниндәй техникала бик яҡшы эшләй hәм hәр ваҡыттөплө кәңәштәр бирә, мораль hәм финанс ярҙамы күрһәтә. Хужалыҡта ҙур булмаған умарталыҡ та бар. Киләсәктә, райондың ҡайһы бер хужалыҡтарындағы кеүек, балыҡ үрсетеү менән дә шөғөлләнергә теләйбеҙ.
Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Фаат улы Ғимазетдинов крестьян-фермер хуgалыгына да, Михаил Турленконың үҙенә лә яҡшы баһа бирҙе. Михаил Виталович бөгөн Алексеевка ауылы старостаһы булып тора hәм бында тыуған ауылын төҙөклөндереү буйынса ҙур эш алып бара, бер ҡасан да хәйриә акцияларынан баш тартмай. Ул ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанғ ан, бер нисә тапҡыр ауыл биләмәһе депутаты итеп һайланған. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы hәм тыуған ауылын төҙөклөндереүгә индергән шәхси өлөшө һәм урындағы үҙидара органдарына ярҙам итеүе өсөн М.В. Турленко бер нисә тапҡыр ауыл биләмәһе hәм район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм БР АПК системаһында хужалыҡ эшсәнлеге өсөн ул БР Авыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы (2020 йыл) hәм РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты (2024 йыл) менән бүләкләнгән.
Владимир СМОЛОВ
Райондың тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 2 млрд. 229 млн. 394 мең һум тәшкил иткән, уҙған йылға ҡарата 90,31%. Yҫемлекселек тармағында тулайым продукцияның 57,8%ы алынған, малсылыҡта e — 42,2 %. 2583 тонна минераль ашлама индерелгән, уҙған йыл менән сағыштырғанда 32%ҡа күберәк. Ауыл хужалығы культуралары чeчyлеклeрен тейешенсә ҡарау оештырылган. Барлыҡ сәсеүлек майҙаны 82053 гектарҙан ашыу тәшкил иткән. Иген культуралары — 44453 гектар, техник культуралар — 21451 гектар. Игендең тулайым йыйымы 80278 тоннанан артыҡ, уртаса уңдырышлылыҡ — гектарынан 8 центнер, 18500 тонна көнбағыш, уртаса уңдырышлылыҡ — hәр гектарҙан 11,6 ц. Бyгенге кoндe барлык категория хуgалыкларда мoгезле эре терлеклeр саны 16 мең баштан артып китә, шуларҙың 6,7 меңе — һыйырҙар. Районда 18,06 мең тонна һөт hәм 2,85 мең тонна ит етештерелгән. Бер һыйырҙан һауым 4301 кг тәшкил итә (уҙған йылға ҡарата 109,4%). Аттар һаны — 1669 баш. Ағымдағы йылда 127 млн. һумдан артығыраҡ хаҡҡа 48 яңы техника һатып алынған, шул иҫәптән, Калинин йәмғиәтендә — 46 млн. һумдан ашыу суммаға 15 берәмек техника. Федераль hәм республика бюджеттары аҡсалары иҫәбенән ауыл хужалығы тауар етештереүселәре тарафынан 53 млн. һумдан артыҡ дәүләт ярҙамы алынған. Улар яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыуға, һөт һәм ит тармағын үҫтереүгә, иген культураларын һатыуға йүнәлтелгән.