Башҡорт ерен, халҡыбыҙҙы данлаған бихисап билдәле шәхестәр бар, әммә улар араһында донъяуи кимәлдә танылыу яулаған арҙаҡлы милләттәшебеҙ, мәшһүр совет илсеһе булып танылған Кәрим Хәкимов айырым урынды биләп тора.
Халҡыбыҙҙы донъяға танытҡан
Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер, дипломат Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов тураһында беҙ, нигеҙҙә, күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль аша беләбеҙ. Режиссер Лек Вәлиев сәхнәләштергән әҫәр оҙаҡ йылдар дауамында Башҡорт дәүләт академия драма театрында даими ҡуйылған. Илсе Кәримде – Әхтәм Абушахманов, король Йәғәфәрҙе – Хөсәйен Ҡудашев, хәрби министр Әхмәтте Хәмит Шәмсетдинов кеүек билдәле сәнғәт әһелдәре башҡарған. Пьесаның премьераһы Мәскәүҙә лә ҙур уңыш менән үткән. Һуңынан үҙәк телевидение ошо пьесаға нигеҙләнеп фильм-спектакль төшөргән, 22 ғәрәп иле уны һатып алған.
Халҡыбыҙ тарихында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған Кәрим Хәкимовты бөгөн дә онотмайҙар, быйыл иһә уның тыуыуына 130 йыл тула. Ошо айҡанлы, шәхестең яҡты иҫтәлеге хаҡына уның тормош юлын бер аҙ байҡайыҡ.
Кәрим Хәкимов 1882 йылдың 28 ноябрендә Бәләбәй өйәҙенең Дүсән ауылында тыуған. Сығышы менән Һарайлы-мең ырыуы башҡорто. Буласаҡ илсенең бала сағы бик ауыр шарттарҙа үткәнлеге мәғлүм. Ғаиләләге ун биш баланың алтыһы ғына иҫән ҡалған. Кәримдең ҡустыһы Халиҡ Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге академияны тамамлаған, техник фәндәр докторы һәм профессор дәрәжәһенә өлгәшкән. Мәғниә һеңлеһе иһә оҙаҡ йылдар Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытҡан.
Яҡташтары Кәрим Хәкимовтың иҫтәлеген оло ғорурлыҡ менән һаҡлай, уға бәйле тарихи документтар, фоторәсемдәр Бишбүләк районының Дүсән ауылындағы музейҙа урын алған.
Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, яҡындары Кәрим ағаларын бик һәләтле, аралашыусан кеше тип хәтергә алған. Ташҡа баҫылған иҫтәлектәрендә ошондай юлдар бар: “Кәрим бәләкәйҙән үк халыҡ йырҙарын ярата, үҙе лә матур йырлай, барлыҡ ҡыллы музыка ҡоралдарында ла иркен уйнай ала ине. Тәбиғәт уға башҡа һәләттәрҙе лә мул бүләк иткән. Ауылға ҡайтһа, тегеү машинаһы, сепаратор, сәғәт төҙәтергә шәп ине”.
Кәрим Хәкимовтың ун дүрт йәшендә Ырымбур яҡтарына сығып китеүе, шул яҡта мәҙрәсәлә белем алыуы билдәле. Унан яҙмыш елдәре Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә килтергән. Унда буласаҡ илсе фарсы, ғәрәп һәм Европа телдәрен өйрәнгән, ҡаҙаҡ ауылында балалар уҡытҡан. Артабан Урта Азия шахталарында эшләгәне мәғлүм.
Шулай уҡ, асыҡ сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, Кәрим Хәкимов 1918 йылда Ырымбур губернаһының хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайланған, халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡарған. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Аҡтүбә фронтында 2-се интернационал полкы командиры, 1919 йылдан алып 2-се башҡорт-татар батальоны командиры булған.
1920 йылда М.В. Фрунзе менән Төркөстанға ебәрелгән. Бохара Халыҡ Совет Республикаһында РСФСР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, шул уҡ республиканың Коммунистар партияһының үҙәк комитеты секретары булған.
Матбуғат баҫмаларында шулай уҡ Кәрим Хәкимовтың тормош иптәше Хәҙисә апайҙың иҫтәлектәре донъя күргән. Унда түбәндәге юлдар бар: “1921 йылдан башлап Кәрим Хәкимов дипломатик хеҙмәттә булды, йәшәүебеҙ, нигеҙҙә, ситтә, Көнсығыш илдәрендә үтте. Сәғүд Ғәрәбстанына 1924 йылда килгәнебеҙҙе хәтерләйем. Ул бында Совет консуллығын ойошторорға тейеш ине. Ҡырҡ биш градусҡа еткән эҫелек, насар көнкүреш шарттары, һыуҙың, аҙыҡ-түлектең етешмәүе хеҙмәткәрҙәрҙе аяҡтан йыҡты. Күбеһе, шул иҫәптән Кәрим дә биҙгәк менән ауырыны. Шулай булһа ла, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, ауырыуҙар тураһында ҡайғыртты. Башҡа сит ил вәкилдәренән айырмалы, алыҫ юлға сыҡҡанда ла һаҡсы алманы, машинаны үҙе йөрөттө. Тәүге сиратта ил мәнфәғәтен уйланы”.
1921 йылдың октябрендә Кәрим Хәкимовты Ирандың Мәшһәд ҡалаһына генераль консул итеп тәғәйенләйҙәр. 1923 йылдан алып Ирандың Решт ҡалаһындағы РСФСР-ҙың генераль консулы вазифаһын башҡара һәм шул уҡ ваҡытта совет-фарсы ҡатнаш сик комиссияһында эшләй. 1924 йылдың ғинуарында ул йәнә Мәскәүгә саҡыртылған һәм Хәкимовты Хиджаз короллегенең СССР-ҙың генераль консулы итеп тәғәйенләргә ҡарар иткәндәр. Шулай итеп, 1924 йылдың 6 авгусында К.Ә. Хәкимов үҙенең ғаиләһе һәм Генераль консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бергә Джидда ҡалаһына юлланған.
1925 йылдың декабрендә Неджд әмире Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Хиджаз короллеге менән һуғыш барышында Джидданы баҫып ала һәм 1926 йылдың башында ул үҙен Хиджаз, Неджд һәм ҡушылған өлкәләрҙең (1932 йылдан алып – Сәғүд Ғәрәбстаны) короле тип иғлан итә һәм шулай итеп яңы дәүләткә нигеҙ һала. 1926 йылдың 16 февралендә Советтар Союзы тәүгеләрҙән булып был дәүләтте таный һәм шул уҡ көндө Хәкимов королгә СССР-ҙың рәсми нотаһын тапшыра.
Кәрим Хәкимов король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдыра. Ғәрәп элитаһы һәм ябай халыҡ араһында ул Ҡыҙыл паша исеме менән билдәле була. Дипломат К.Ә. Хәкимов король ибн Сәғүдте СССР-ҙың Яҡын Көнсығышта стратегик партнёрына әйләндереү өсөн байтаҡ көс һала һәм был маҡсатын уңышлы тормошҡа ашыра.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙең ҡанлы биттәре булып тарихҡа ингән золом йылдары, репрессия тулҡындары Хәкимовтар ғаиләһен дә ситләтеп үтмәгән. Кәрим Хәкимов, 1938 йылдың 10 ғинуарында ялған ғәйеп тағылып, атыуға дусар ителгән. 1956 йылдың 28 ғинуарында иһә СССР Юғары суды ҡарары менән уны тулыһынса аҡлайҙар. Шуныһы ла мәғлүм: Кәрим Хәкимовҡа ҡағылышлы репрессия Сәғүд Ғәрәбстанында хакимлыҡ итеүселәр күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған. 1938 йылдың 13 апрелендә Ибн Сәғүд СССР-ҙан башҡа тулы хоҡуҡлы илсене ҡабул итеүҙән баш тартҡан һәм уның менән дипломатик мөнәсәбәттәр шул уҡ йылда өҙөлгән һәм ни бары 1990 йылдар башында яңыртылған...