Тын ғына көй аҫтында балсыҡтан үҙ ҡулдарың менән көршәк әүәләү айырым бер зауыҡ, айырым бер донъя кеүек. Һәр хәлдә, хәҙерге ваҡытта төшөрөлгән фильмдарҙа ошо шөғөлгә мөкиббән киткән берәй нәзәкәтле ханым йәки һаҡаллы ир кеше тураһындағы эпизодты йыш күрергә була. Бына ошо ҡасандыр онотолған, ләкин һуңғы ваҡытта күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған балсыҡ әүәләү шөғөлөн үҙ иткән кешеләр арабыҙҙа бар әле. Бишбүләктә йәшәүсе Альберт Хәкимуллин күптән түгел генә был эшкә тотонһа ла, яһаған әйберҙәре оҫталарҙыҡынан кәм түгел. Ғәҙәти булмаған был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң?
- Мин ике-өс йыл элек поястар яһап ҡараным, унан талдан кәрзиндәр һәм оялар үрҙем, әлбиттә, тауыҡ ояларын һатып алыусылар күберәк булды. Был эш менән мин, ғәҙәттә, яҙҙан алып көҙгәсә шөғөлләнә торғайным. Хәҙер бына балсыҡ әүәләү менән мауыға башланым,- тип һөйләй ул.
Альберт Хәкимуллин үҙ ваҡытында Бишбүләк 2-cе урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында белем ала. Уҡыу араһында һалдат бурысын үтәп, ике йыл ПВО гәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайта. Үҙ һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй уға, 2000 йылдан алып ул - сноуборд буйынса инструктор.
- Ҡышҡы сезонда мин Өфөләге горнолыжный комплекста эшләйем. Спорт менән шөғөлләнеүселәр араһында төрлө йәштәгеләр бар. Шуларҙың береһе – Александр Коваленко көршәктәр яһау оҫтаһы булып сыҡты. Йәш кеше Краснодар өлкәһенең данлыҡлы көршәк яһаусылар нәҫеленән. Уның менән аралаша торғас, миндә лә был эшкә тотоноу теләге тыуҙы, - тип йылмая Альберт Биктимер улы. — Рустарҙың «Не боги горшки обжигают», тигән мәҡәлен көршәк яһау эшенә бөтөнләй ҡатнашы булмағандар уйлап тапҡан. Ябай көршәк йәки ваза яһау улай уҡ ҡатмарлы түгел, тигән фекер менән килешмәйем. Был эштең нескәлектәре күп. Иң башта, эш башлаҡансы, яҡшы балсыҡ табырға кәрәк, уны заказ биреп алырға ла була, әммә беҙҙең үҙебеҙҙә ул етeрлек, төрлө ерҙәрҙән ҡаҙып ҡарайым hәм уны запас менән әҙерләп ҡуйырға тырышам. Башта балсыҡты һыуҙа ебетәм, унан һуң сүбе ҡалмаһын өсөн фильтр аша үткәрәм һәм киптерәм. Аннары балчык кисeген чyлмeк ясау тyгeрeгенеn уртасына куям. Был шөғөлдә иң мөһиме — ҡул көсө hәм хәрәкәттәрҙә ышаныс булдырыу, — тип эш барышы менән таныштыра Альберт. — Был — оҙайлы процесс, түҙемлек, тырышлыҡ кәрәк. Остазым телефон аша заданиелар ебәрә һәм, әлбиттә, эштәремде беренсе булып ул баһалай.
Әммә барыһы ла кинолағы кеүек кенә түгел шул: көршәк яһау эше бик озаҡҡа һуҙыла, тиҙ генә тамамлармын, тимә. Яһаған әйберҙәр кипһен өсөн махсус мейес кәрәк, ә ул һатыуҙа бик ҡиммәт икән. Шуға күрә Альберт уны үҙе яһаған.
—Көршәктәрҙе духовкала киптереү мөмкин түгел, сөнки температура етмәй. Кyршем тимер мискә бүләк итте, мин уны керамик мамыҡ менән көпләнем. Ошолай яһалған мейесте 950 градус эҫелеккә тиклеп йылытып, көршәктәрҙе унда 10-11 сәғәт тотам. Һәм ошо ваҡыт эсендә гел тикшереп торам, сөнки ҡайһы берҙәре ярыла ла, уларҙы декоратив биҙәү әйбере булараҡ алалар, — ти ул.
Яндырыу — һуңғы эш түгел әле. Көршәктәр матур төҫ алһын өсөн уларҙы тағын һөт менән эшкәртергә кәрәк. Альберт шуға oҫтөнлөк бирә, сөнки әлеге ысул тәбиғи һәм экологик яҡтан таҙа.
— Эш барышы миңә кинәнес бирә. Яндырылған һауытты кәрәк саҡлы һөттә тотам, артабан яңынан 300 градус эҫелектәге мейескә ҡуям. Ни тиһәң дә, былай көршәктәр тәбиғи төҫ ала һәм миңә оҡшай.
Буласаҡ оҫта көршәк әүәләү тураһында китаптар уҡый, интернеттан ошо хаҡтағы видеодәрестәр ҡарай. Нимәлер килеп сыға, нимәлер — юҡ, тигәндәй. Шулай итеп, әкренләп тәжрибә, оҫталыҡ туплай. Уның етеҙ ҡулдары менән балсыҡ күҙ алдында төрлө формалар ала. Альберт Хәкимуллиндың тәүҙә яһаған керамик стаканы янына хәҙер инде төрлө формалағы сүлмәктәр, вазалар өҫтәлгән, улар араһындағы тағын бер һауыт иғтибарҙы йәлеп итә — ул таджин.
— Мин Мароккола булғанда, таджинда киске аш әҙерләгәндәрен күрҙем. Унда ризыҡтың файҙалы сифаттары һаҡлана. Үҙемә лә интернеттан ҡарап, шундайҙы яһаным. Мине районда уҙған һабантуйҙарға hәм төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға саҡыралар, бынан тыш, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрәм. Барыһы ла бер тапкыр эшләп ҡарауҙан ғына нимәлер яһарға һәләтле түгел. Бының өсөн бер нисә дәрес алырға кәрәк. Хәҙер мин сәғәт ярым эсендe бер көршәк яһай алһам да, hаман уҡыйым һәм өйрәнәм. Киләсәк пландарға килгәндә, яҙға таба балсыҡтан гөл һәм сәскә һауыттары яһай башларға ниәтләйем, — ти, Бишбүләк оҫтаһы.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.