Фронтовик ҡатыны һәм тыл ветераны, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күргән, шулай да мөләйемлеген юғалтмаған Сәлимә Вәхитова 2025 йылдың 15 мартында Азнай ауылында Мөхәмәтсаҙиҡа һәм Мөхәрәм Мөхәмәтшиндар ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килгән.
Сәлимә әбейҙең тормошо - күптәрҙең йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиғаларга бай, батырлыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө ул. Һуғыш осоро михнәттәрен үҙ елкәһендә күтәргән аҡ әбейҙең хәтирәләрен барлайбыҙ.
- Ул ваҡытты һөйләрлекме инде. Һуғыш башланыуы тураһында ишеткәс, бар ауыл менән ҡайғырҙыҡ. Минең оло ағайым Ғабдрахман кавалерист ине, ул фин һуғышында һәләк булған. Икенсе ағайым Ғабдрәхим Бөйөк Ватан һуғышына алынды һәм яраланып, 1944 йылда ҡайтты. Атайым оло йәштә ине, уны алманылар, ул сбруйҙарҙы йүнәтте, аттарҙың өҫтөнә ябыу өсөн септә әҙерләне. Һуғыш оҙаҡҡа киткәс, ауылда аслыҡ-яланғаслыҡ башланды. Күптәр түҙемһеҙлек менән йәйҙе көттө, мин дә яландан балтырған ташыным, ҡул тирмәнендә боҙайҙы тартып, балтырған ҡушып аш бешерә торғайныҡ. Нисек кенә ауыр булмаһын, ата-әсәйем “аҡтан” өҙөлмәҫкә тырышты, һыйыр аҫранылар, бал ҡорттары ла тоттолар, уларҙың тырышлығы арҡаһында асҡа интекмәнек, - ти ул, аяныслы йылдарҙы иҫкә алып.
Тылда эшсе көстәр етешмәүҙән интеккән, берҙе икегә, икене дүрткә бүлерҙәй булып йөрөгән ауыр мәлдә райондан йөҙҙәрсә ҡатын-ҡыҙҙарҙы Свердловск өлкәһенә торф сығарырға ебәрәләр. Улар араһында Сәлимә Мөхәрәм ҡыҙы да була.
- 1943 йылда, көҙгө баҫыу эштәре тамамланғас, ноябрь айында беҙҙе, ауылдың 17 ҡыҙын, торф сығарыу эшенә ебәрҙеләр. Тәүҙә Приютҡа, артабан тауар поездына ултырып, Свердловск өлкәһенең Монетный ҡасабаһына килдек, артабан Первомайский участогында беҙҙе барактарға урынлаштырҙылар. Торф сығарыу эше иҫ киткес ауыр ине. Трактор сығарған торфты көрәк менән үҙебеҙ киҫеп алабыҙ, шунан уны шаҡмаҡлап өйәбеҙ һәм “кукушка” тигән арбаға төйәп ебәрәбеҙ. Эштән ҡайтҡанда мейескә яғырға тип кипкән торф алып ҡайта торғайныҡ. Эшкә килгәндәр араһында ауыр шарттарға түҙмәйенсә, ҡасыусылар ҙа булды, барыбыҙ ҡабат ебәрерҙәр тип беҙ ундай аҙымға барманыҡ, - был хәтирәләрҙе яңыртҡанда Сәлимә әбей күҙ йәштәрен һөртөп ала.
Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен аямайынса “Барыһы ла фронт өсөн!” тигән лозунгы аҫтында көндө-төнгә ялғап эшләйҙәр. Ауыр эш, бында ла аслыҡ-яланғаслыҡ үҙенекен итә, уның менән бергә килгән ауыл ҡыҙҙарның өсөһө тыуған яҡтарына ҡабат әйләнеп ҡайта алмай.
- Икенсе тапҡыр йәйгә ҡарай барҙыҡ. Быныһында ҡыҙҙар әҙерәк булды: ҡайһыһы ситкә китте, ҡайһы берҙәре кейәүгә сығып ҡалды. Был юлы беҙгә торф сығараһы ерҙе ағастарҙан таҙартырға ҡушылды. Машина менән ағас төпһәләрен ҡутарып ҡуйғандар. Көрәктәр, балталар менән ерҙән ағастың тамырҙарына хәтле таҙартып сығара инек һәм шуларҙы төйәп оҙата торғайныҡ. Төнгө сменаға ҡалғанда көйәнтәләп көбеҫтә һурпаһы китерәләр ине, норманы тултырырға тырыштыҡ, ни тиһәң дә, 500 грамм икмәк бирелде, - тип үткәндәрҙе хәтерләй ул.
Еңеү көнөн торф яланында ҡаршы алалар. “Беҙгә һуғыш бөткәнен килеп әйттеләр. Ҡыҙҙар менән шатлыҡтан ҡосаҡлашып һикерештек, кемдәрҙең атайҙары ятып ҡалған, улар иланы. Унан әҙерәк ял иттек тә, ҡабат эшкә керештек”, - тип һуғыш бөткән көндө хәтерләй тыл ветераны.
Торф сығарыуҙан ҡайтҡан йылды кейәүгә сыға ул. Ире Вәхитов Хәмит 1939 йылда армияға алына һәм бөтөн һуғыш юлын үтеп ауылына ҡайта. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, “Батырлыҡ өсөн”, “Жуков” миҙалдары менән бүләкләнгән була.
- Беҙ 1946 йылдың 1 мартында ауыл Советына барып яҙылыштыҡ, ул минән ун йәшкә оло ине. Ирем менән дүрт ҡыҙ, бер ул үҫтерҙек, оло ҡыҙым ғына иртә вафат булды. Хәҙер минең 9 ейән-ейәнсәрем, 16 бүләсәрем, 4 тыуасарым (праправнук) бар. Улар әленән-әле ҡайтып, хәлемде белеп тора, - ти яғымлы тауышлы инәй.
Йылдар ағышы бит-торошына үҙ эҙен һалған, бер бер быуатлыҡ ғүмер кисергән Сәлимә әбей бөгөнгө көндә улы Әлфәрит һәм килене Фәйрүзә тәрбиәһендә йәшәй. Әле лә уның хәтере яхшы, күҙе күрә, китаптан аят һәм доғаларҙы бер ауырлыҡһыҙ уҡый.
- Мин килен булып төшкәс, беҙ ирем менән төп йортта ҡалдыҡ, шунан бирле ҡәйнәм менән егерме биш йыл бергә йәшәйбеҙ. Ул үҙе лә тик торманы, бабайын да үҙе ҡараны, барыһын да бергәләп эшләнек: бесәнен дә саптыҡ, бәрәңгеһен дә утаныҡ, ҡош-ҡортон да үҫтерҙек. Һуңғы һигеҙ йылда ғына ҡәйнәм урын өҫтөнә ҡалды, шулай булһа ла, барыһын да белешеп-һорашып тора, - ти килене Фәйрүзә.
Бөгөнгө тормоштоң матурлығына, рәхәтлегенә һөйөнөп йәшәй күпте күргән, күпте кисергән хөрмәтле инәй. Үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләгән Сәлимә Мөхәрәм ҡыҙына ошо көндәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығы уңайынан миҙал да тапшырылды.
- Йәшлегем шундай ауыр заманда уҙһа ла, Хоҙай оҙон ғүмер бирҙе, Аллаға шөкөр. Яманын да, яҡшыһын да күрҙек, хөкүмәт ярҙамынан ташламай, быйыл пенсия ала башлағаныма 50 йыл булды. Бар теләгем: йылдар тыныс булып, игендәр үҫһен. Беҙ күргәндәрҙе бер кемгә лә күрергә яҙмаһын. Элекке менән сағыштырғанда, хәҙерге донъялар ожмах кеүек. Һәр кем муллыҡта йәшәй, ҡәҙерен генә белһендәр, - тип ятһа ла, торһа ла теләк теләй ул.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.