Дим буйҙары
-33 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Ноябрь , 07:58

Мөхәббәттең алтын көҙө

Бишбүләктә йәшәүсе Гөлназ һәм Рауил Әхмәҙиевтар гәүһәр туйҙарын билдәләне

Мөхәббәттең алтын көҙө
Мөхәббәттең алтын көҙө

Арабыҙҙа бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, тигеҙ, бәхетле ғүмер итеп, типә-тиң ҡартайыусы ғаилә парҙарын осратыуы ҙур ҡыуаныс. Ошондай һоҡланғыс парҙарҙың береһе Бишбүләк ауылында йәшәй. Гөлназ һәм Рауил Әхмәҙиевтар икеһе лә бер йылғылар. Быйыл улар үҙҙәренең 85 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләһә, ошо көндәрҙә уларҙың тормош һуҡмағынан бергә атлауҙарына 60 йыл тулған.

Байрам тантанаһын хәтерләтеп, өйҙөң түрендә алтын төҫөндәге алтмыш һаны һәм вазала нәфис сәскәләр күренә. Уларҙың үткән ғүмер һуҡмаҡтарын барлаһаң, үҙе бер роман яҙырлыҡ. Шулай ҙа тормош юлдары бик күп шатлык-һөйөнөстәр менән тулы хәлдәрҙе лә, көйөнөслө ваҡиғаларҙы ла үҙ эсенә алған матур парҙарҙың үткән юлдарына ҡыҫҡаса ғына туҡталып үтмәйенсә мөмкин түгел.

- Мин тыумышым менән Туҡай ауылынан. Атайыбыҙ һуғышта һәләк булған, әсәйем беҙҙе, биш баланы, яңғыҙы үҫтерҙе. Һөнәр алыр ваҡыт еткәс, мин Йоматау ауыл хужалығы техникумын һайланым. Шишмәлә хисапсы булып эшләй башланым һәм артабан юғары белем алыу өсөн, ситтән тороп Пенза ҡалаһындағы Финанс-иҡтисад институтына уҡырға индем. Сессияға барған ваҡытта Рауил менән таныштыҡ. Беренсе курста мин юғары математиканан имтихан тапшыра алманым һәм ул миңә ярҙам иткәйне, - тип йылмая, Гөлназ Минияр ҡыҙы.

Хозур тәбиғәтле Шишмә районының Сәлих ауылында тыуып үҫә Рауил ағай. Ғаиләлә өсөнсө бала булған Рауилгә Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, ни бары өс йәш була. Ата-әсәһе ҡосағында иркәләнеп, рәхәтләнеп уйнап үҫә торған күңелле бала сағын ҡәһәрле һуғыш урлай. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек, уға ла тормоштоң әсеһен-сөсөһөн бик иртә татырға тура килә.

- Беҙ ғаиләлә ете бала үҫтек, хәҙер инде дүртәү генә ҡалдыҡ, - тип ғүмер юлының башына әйләнеп ҡайта ул - Атайыбыҙ Минәхмәт Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Бөйөк Еңеүҙе Германияла ҡаршылап, артабан Алыҫ  Көнсығышта - Халкин-Голда япон милитаристарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ул һуғыштан икенсе төркөм инвалиды булып ҡайтты, ҡулдары ныҡ ғәрипләнгәйне, шулай булһа ла, ул бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырманы, колхозда учетчик, председатель булып эшләне, әсәйем менән улар беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һалды, икеһе лә тырыш кешеләр ине. 

Гөлназ һәм Рауил Әхмәҙиевтарҙың оҙон-оҙаҡ бергә үткән юлында бик күп яҡты хәтирәләр һаҡланған. Улар араһында беренсе осрашыу ҙа, күңелдән юйылмаҫ хистәр дә, айлы төндә етәкләшеп йөрөүҙәр ҙә була.

- Шишмәлә эшләгәндә, беҙ бер йыл буйына дуҫлашып йөрөнөк, яланға сыҡҡанда, егетем тиҙ генә сәскәләр йыя һалып тоторор ине, йыш ҡына киноға ла бара инек. Бер ваҡыт ике сериялы фильм ҡаранык та, сыҡҡас, мин унан фильм оҡшауы-оҡшамауы менән ҡыҙыҡһындым, ул “белмәйем, мин һинең турала уйланып ултырҙым”, тип яуапланы, - ти, Гөлназ апай тәүге хистәр бөрөләнгән йылдарға яңынан ҡайтҡандай булып.

Ике яртынан бер бөтөнгә әүерелгән пар ғаилә усағын ҡабыҙып ебәрә. Ул иҫтәлекле көндө әле лә ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала.  

- Беҙҙең заманда бөгөнгө кеүек туйҙарҙы ҙурлап үткәреү юҡ ине. Беребеҙ - почтала, икенсебез банкта эшләй инек, бер арала эштән сығып, урамда осраштыҡ та, ЗАГСҡа барып яҙылыштыҡ. Тәүге йылда бер әбейҙә фатирҙа торҙоҡ, ул саман йорт бер бүлмәле генә ине. Бер йылдан һуң, беҙгә эштән өс бүлмәле фатир бирҙеләр, үҙ “ҡыуышыбыҙ” булғанға һөйөнөп бөтә алманыҡ, - тип, яңы ҡауышҡан ваҡыттарын иҫкә ала улар.

Әммә язмыш ҡушыуы буйынса улар беҙҙең районға ҡайта. Бер ваҡыт иҫәп-хисап эштәрен башҡарыусы Рауил Әхмәҙиев отчет менән Өфөгә бара, шунда уны Бишбүләккә эшкә барырға өгөтләйҙәр. Был 1967 йылдың 28 сентябре була.

Районда ике юғары белемле йәш белгесте ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Гөлназ Минияр ҡыҙы райкомдың ауыл хужалығы профкомы бүлегенә эшкә баш бухгалтер булып урнаша. Һәм ошонда ул хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә. Рауил Минәхмәт улы иһә башта Һаҡлыҡ банкында управляющий булып егерме йыл эшләй, артабан уға ауыл хужалығының иҡтисад буйынса рәйес урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелә. Был яуаплы урында ул ун йыл хеҙмәт итә.  

- Һуңғы эш урыным - райсоветта ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау бүлеге булды. Һәр баҙар һайын барып, һатып-алыу эштәре барышын күҙәтә инем. Һатып алыусы һәр ваҡыт хаҡлы тиһәләр ҙә, ул гел генә улай түгел, шуға ла уртаҡ фекергә килеү өсөн, етәкселәр менән йыш ҡына килешеү төҙөргә тура килә ине, - ти, 45 ел эш стажына эйә булған хеҙмәт ветераны. - Мин күп кешеләрҙе намыҫлы булыуҙарына, кешелек сифаттарына ҡарап баһаланым. Шулай ҙа, ҡабат тормош юлын үтергә тура килһә, ҡайһы бер нәмәләрҙе бер аҙ үҙгәртер инем.

Ғаилә парының икеһе лә – хезмәтендә абруй яулаған, Бишбүләк ауылының ихтирамлы һәм хөрмәтле кешеләре. Маҡтаулы хеҙмәт юлдарын бихисап Маҡтау грамоталары һәм башҡа наградалары иҫбатлай. Йорт хужабикәһе “Профсоюз хеҙмәткәре отличнигы” исеменә лайыҡ булған, ә ғаилә башлығы Рауил Минәхмәт улы Юғары Совет Президиумы Указы менән “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “В.И.Сталиндың тыуыуына 130 йыл”, “В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ уның “100 Башҡорт АССР-ның 100 йылллығы ”, “Хеҙмәт ветераны” һәм Бөйөк Еңеү айҡанлы бирелгән юбилей миҙалдары һәм “Госбанк отличнигы” күкрәк билдәһе бар. Ике тапҡыр “Социалистик ярыш еңеүсеһе” булараҡ билдәләнгән, бынан тыш, ул район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булған.  

Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулаған юбилярҙар бөгөн  дә элек бергә эшләгән иптәштәрен онотмай, уларҙы байрам һәм тыуған көндәре уңайынан ҡотлай. Һәр саҡ йәмғиәт эштәренең уртаһында булған ғаилә пары СВО-ҙағыларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, улар мобилизациялағылар өсөн ай һайын аҡса күсерә.

Тормошта ла ир менән ҡатын араһындағы йылы мөнәсәбәттәрҙе оҙаҡ йылдар буйына һаҡлап ҡалыу еңел түгел. Халыҡ әйтмешләй, тормош булғас, табаҡ-һауыт шылтырамай булмай, торғандыр. Был турала ҡыҙыҡһынғас, хужабикә былай тип яуапланы:

- Иремдең эше ауыр, кискә тиклем эштә була ине, күп осраҡта, ике баланы балалар баҡсаһынан сана менән һөйрәп үҙем алып ҡайтам, мал-тыуар ҙа тоттоҡ, уларҙы ла ҡарарға кәрәк. Рауил эштән һуңлап ҡайтҡанда, мин әрләшә башлаһам, ул тышҡа сыға ла китә ине, ә ул өйгә кергәндә, мин тынысланған була инем, - тип әңгәмәне дауам итә ул. - Шулай ҙа эшләп йөрөгән, балалар янда булған саҡтар - иң күңелле ваҡыттар. Шөкөр, балалар тәрбиәләү ауыр булманы, үҙҙәре лә тырыш булдылар, өсөһөнә лә юғары белем алырға ярҙам иттек. Тормошта барыһына ла үҙ көстәре менән ирештеләр.

Рауил ағай менән Гөлназ апай — күптән инде олатай һәм өләсәй. Балалары, ейәндәре тураһында һөйләгәндә уларҙың йөҙҙәре тағын да нурланып китә, һүҙҙәрендәге йылылыҡ бермә-бер арта. Аҡыллы, йәмғиәткә файҙалы балалар үҫтереү, уларҙың уңышҡа ирешкәндәрен күреү һәм ҡайғыртыуын тойоп йәшәү — ата-әсә өсөн үҙе бер ғорурлыҡ. Өлкән улдары Динар - Уфа нефть эшкәртү заводында менеджер,  Артур - полиция майоры, хәҙер инде хаҡлы ялда. Ә иң кесеһе – ҡыҙҙары Эльвира район үҙәк дауаханаһында күҙ табибы булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта балалары, 4 ейәндәре, 2 ейәнсәрҙәре һәм 2 бүләсәрҙәре уларҙың терәк-таяныстары, шатлыҡ-ҡыуаныстары.  

Ғүмер көҙҙәрен лайыҡлы ҡаршылаған юбилярҙар бөгөн барлыҡ уңайлыҡтары булған йортта ғүмер кисерә. Балалары әленән-әле тыуған йортҡа ҡайтып хәл белешеп тора. Үҙҙәре әйтмешләй, бында барыһы ла  “механикалаштырылған”: залда робот-пылесос тора, юбилей уңайынан бүләк ителгән яңы телевизор стенаға беркетелгән, оҙаҡ йылдар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ҡәҙерләп һәм хөрмәтләп йәшәүсе парға балаларының бүләге термопот та оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк әле.

- Бөгөн барыбыҙ ҙа етеш тормошта йәшәйбеҙ. Нимә кейәм, нимә ашайым тиһәң – шул бар. Өйләнешкән йәштәр бер уйҙан булып, бер-береһен ихтирам итеп йәшәһен ине. Рауил һәр саҡ тормошобоҙ матур, рәхәт булһын, тип тырышты. Әле лә ул тик тора алмай, баҡсала эшләй, йәйгеһен себештәр ҡарай, бынан тыш, ул бик тәмле итеп ашарға ла бешерә. Мин уға бик рәхмәтлемен! – тип Гөлназ апай ғүмер юлдашына яратып, наҙ тулы мөләйем йылы ҡарашын төбәп.

Рауил һәм Гөлназ Әхмәҙиевтар - ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, бер-береһенә булған йылы хистәрен йылдар аша һаҡлай алған парлы тормоштоң күркәм өлгөһө. Тормоштоң шатлыҡлы миҙгелдәрен дә, борсолоуҙарҙы ла шулай бергә бүлешеп, ғүмер көҙө буйлап атлаусы юбилярҙарҙарға алдағы  көндәрендә лә балалар hәм ейәндәр изгелеген күреп оҙаҡ йылдар матур ғүмер кисереүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.   

Мөхәббәттең алтын көҙө
Мөхәббәттең алтын көҙө
Мөхәббәттең алтын көҙө
Автор:Гумерова Л
Читайте нас в