Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фитыр саҙаҡаһын ҡасанға тиклем бирергә кәрәк?

Ураҙа ғәйетенә тиклем, сөнки Ураҙа байрамынан һуң бирелгән саҙаҡа ул ябай хәйер генә була. Фитыр саҙаҡаһын биргән кеше әгәр уны доға ҡылып ала алмаһа нимә эшләргә? -Доға ҡылыуы, ҡылмауы мөһим түгел, сөнки Аллаһ Тәғәлә һинең ниәтеңә ҡарай, хәйереңә лә, уның хаҡына ла, ҡабул иткәндә доға ҡылыныу, ҡылынмауға ла түгел. Ниндәй ниәт менән биреүең мөһим.     

Фитыр саҙаҡаһын ҡасанға тиклем бирергә кәрәк?
Фитыр саҙаҡаһын ҡасанға тиклем бирергә кәрәк?

Сибай ҡалаһының "Тәҡүә" мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт әйтеүенсә. фитыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә.
Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү мотлаҡ. Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фитыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Шуға ла кәффәрәт, таҙарыныу өсөн, гонаһтарҙы бөтөрөү өсөн бирәбеҙ.

Хәлле кешең өҫтөнән фитыр төшөрөлмәй, хатта үлгәс тә үтәлергә тейеш. Үҙе бирмәһә, уның вариҫтары бирә (гүр саҙаҡаһы). Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә уға биреү дөрөҫ була.

Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле, Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (Бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм.)

Быйылғы фитыр саҙаҡаһының хаҡы иҫәпләп сығарылған: уның күләме бер кешенән 150 һум. Хәлле йәшәгәндәр, байҙар унан да күп хаҡ бирергә тейеш

Әгәр бер кеше фитыр саҙаҡаһы бирһә, ул кешенең гонаһтары ярлыҡана (паҡлана), уттан (йәһәннәмдән) ҡотола, ураҙаһы ҡабул була, йәннәткә инергә лайыҡлы була, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең изгелектәрен ҡабул ҡыла, сират күперенән йәшен тиҙлеге менән үтәсәк, Миҙан үлсәүендә изгелеге ауыр килә, ураҙаһы ҡабул булмайынса, кире ҡайтарылмай.

Фитыр саҙаҡаһын үҙ ваҡытында бирә алмаһаң әгәр – бурыслы булаһың, һуңынан үтәргә – бирергә тейеш булаһың. 

Фитыр саҙаҡаһы бирелә:

1. Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы — фәҡир тип һанала.
2. Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс- ҡеүәте булмағандарға.
3. Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн.
4. Уҡырға теләгән, ләкин мөмкинлеге булмаған шәкерттәргә һ.б. (етемдәргә, ғәрип-сирлеләргә) бирелә.
5. Мохтаж бер туғаныңа, ике туғаныңа, икенсе дин кешеһенә.


Кемдәргә фитыр саҙаҡаһы бирелмәй.

1. Үҙ атай-әсәйҙәреңә.
2. үҙ өләсәй-олатайҙарыңа.
3. үҙ балаларыңа.
4. үҙ ейәндәреңә.
5. Ир — ҡатынына, ҡатын — иренә.
6. Байҙарға.

Фитыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итәргә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөреү артығыраҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фитырҙы аҡсалата, йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ.

Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандарҙа бирергә тейеш.

Фитыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға

“Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”.

Мәғәнәһе. Әй, Аллаһ Тәғәлә, фитыр саҙаҡаһы биреүсенең ураҙаһын ҡабул ит, доғаһын ҡабул ит гонаһларын ғәфу ит. Иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр, уны хәйерле маҡсатына ирештер..

Автор:
Читайте нас: