Дим буйҙары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Апрель , 09:32

Бөрөләр шифалы көскә эйә

Апрель–май айҙары – ағастарҙың  бөрөләрен йыйып ҡалыу өсөн иң ҡулай мәл.  

Бөрөләр шифалы көскә эйә
Бөрөләр шифалы көскә эйә

Әле япраҡ ярып өлгөрмәгән ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар янынан үткәндә, беҙ уларҙың тап ошо мәлдә ни тиклем шифалы көскә эйә булыуын белмәйбеҙ.  Ә бит уларҙың бөрөһө  иҫ киткес шифалы. Апрель–май айҙары – ағастарҙың  бөрөләрен йыйып ҡалыу өсөн иң ҡулай    мәл.   Уларҙы ағастар бөрөгә тулышҡан мәлдә, әле япраҡ ярып өлгөрмәҫ борон, йыйырға  кәрәк. Ваҡытты үткәреп ебәрергә ярамай.  
Бөрөнөң файҙаһы бик ҙур. Уның сәләмәтлеккә ыңғай йоғонтоһо, яңы ярған япраҡҡа ҡарағанда, бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ.   
Бөрөлә хуш еҫле эфир майҙары бар, ә иң мөһиме –  витаминдар, сапониндар,  кислоталар, шәкәр, крахмал, сайырлы һәм дубиль матдәләр.  Уларҙан төнәтмәләр генә түгел, хатта салаттар һәм эсемлектәр ҙә әҙерләргә мөмкин.   Ҡайнатма ҡайнаталар, сәй урынына бешереп эсәләр һәм хатта маринадлайҙар.   
Элек-электән бөрөләрҙе ангинаны дауалауҙа һәм профилактикалауҙа ҡулланғандар. Бының өсөн бер аҙ йомшартып сәйнәргә һәм йоторға кәрәк.   Бөрөләрҙе ашағандан һуң ҡулланырға кәңәш итәләр.   Көнөнә 10 – 15 бөрө ашау ҙа етә. 

Ҡыҙыл һәм 
ҡара ҡарағат бөрөһө

Ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағаттан әҙерләнгән препараттар  организмды бик яҡшы таҙартыу сараһы булып тора.  Улар бәүел һәм үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә, тир бүленеп сығыуға булышлыҡ итә.   Ә тир  һәм бәүел менән бергә  организмдан артыҡ тоҙҙар ҙа сыға, аш эшкәртеү көйләнә, эсәктәрҙең флораһы яҡ­шыра.  
Ҡара ҡарағаттың бөрөһөндә, япраҡтарында һәм ботаҡтарында  организмдан ҡурғаш, кобальт, тере­гөмөш кеүек ныҡ ағыулы метал­дарҙың тоҙҙарын сығарырға һәләтле  матдәләр бар.    
Унан  витаминлы сәй әҙерләйҙәр.  Бының өсөн бер балғалаҡ кипкән бөрөнө бер стакан ҡайнар һыуға һалырға  һәм 20 минут төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып эсергә мөмкин.   Сәләмәтлеккә файҙаһы булһын өсөн    көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр стакан эсергә кәңәш ителә.
   
Тирәк бөрөһө

Был ағастың бөрөһөн йыйыу бигүк еңелдән түгел, сөнки ул ҡулға йәбешеп бара һәм еҫе көслө.  Әммә тап шуныһы менән  файҙалы ла.  Уны йылы урында киптерергә һәм сепрәк туҡымала һаҡларға кәрәк.   

Тирәк бөрөһө бактерияларға ҡаршы тороу көсөнә эйә. Ә ҡара тирәк  бөрөһөн температураны төшөрөү һәм тынысландырыу сараһы булараҡ ҡул­ланалар.   Унан әҙерләнгән төнәтмәне  туберкулез менән ауырығанда, ары­ғанда, ашҡаҙан ауыртҡанда, ҡан ағышын туҡтатыу өсөн һәм  ревматизмдан эсәләр.   Сәс ҡойолғанда баш­ҡа һөртөргә мөмкин.  Төнәтмә әҙер­ләү өсөн  бер ҡалаҡ тирәк бөрөһөнә 100 мл спирт ҡойоп, 8 – 10 көн йылы урында төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр 15 – 20 тамсы эсергә.  
Теш һыҙлағанда бөрөнө бинтҡа урап, ауыртҡан тешегеҙгә ҡуйығыҙ һәм тешләгеҙ.  Бер тәүлек шулай йөрөргә тура килер. Һыҙлауы баҫылыр, әммә  тешегеҙҙе тулыһынса һауыҡтырыу өсөн табипҡа барырға  кәрәк. 
 
Уҫаҡ бөрөһө
Араҡыла төнәтелгән уҫаҡ бөрөһөн бауыр ауырыуҙарынан, үпкә туберкулезынан һәм гастриттан файҙала­налар.   Ангина һәм өҫкө тын юлдары  ауырыуҙарынан  тамаҡты сайҡатыу өсөн уҫаҡ бөрөһөнән төнәтмә әҙерләйҙәр.  Бының өсөн бер ҡалаҡ бөрөгә 200 г ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут йылыла төнәтергә һәм һөҙөп, ике тәүлек һалҡын урында һаҡларға.  Ингаляция эшләр алдынан эҫе һыу ҡойолған кәстрүлгә 2 – 3 ҡалаҡ  ошо төнәтмәне ҡойоп,  таҫта­мал менән ҡапланып, йылы боҫон һуларға.  
Нисек кенә сәйер тойолмаһын, әм­мә уҫаҡ бөрөһө авитаминозды да­уалауҙа һәм иҫкәртеүҙә иң яҡшы сара иҫәпләнә. Унда С витамины ылыҫ­тарҙыҡына  ҡарағанда ла күберәк. 
Апрелдә йыйып алынған 200 г бөрөнө тәүҙә ҡул менән бер аҙ ыуып алғандан һуң, үтә күренмәгән шешәгә һалып, өҫтөнә 300 мл араҡы ҡойорға һәм 10 көн төнәтергә.  Әҙер булғас, ашарҙан  алда көнөнә өс тапҡыр 15-әр тамсы эсергә. 
Уҫаҡ бөрөһөнән май ҙа әҙерләйҙәр.  Уны янған урындарға һөртөргә була.  әҙерләү өсөн   бер ҡалаҡ киптерелгән һәм  ваҡланған    бөрө онтағын ваҡ иләк аша үткәреп, 100 г көнбағыш майы ҡушып бутарға.  

Ҡайын  бөрөһө

Ул бәүел, үт ҡыуыу, тирләтеү, ҡан та­ҙартыу, ауыртыуҙы баҫыу, дезин­фекциялау, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә.  Бынан тыш,  эсәк-тифоз рәтендәге микробтарҙы үлте­реүсе көслө бактерияларға ҡаршы тора ала.  
Бөрө төнәтмәһе флегмон, фурункулез, перитонит, мастит кеүек төрлө эренле инфекцияны дауалау мөмкин­леге бирә.  Спиртта әҙерлән­гән төнәтмәләр  организмдан трихомонод, гельминт, лямблий, инфузорий кеүек паразиттарҙы сығарырға ярҙам итә.    Паразиттарҙы үлтереп кенә ҡалмай, токсиндарҙан арынырға һәм ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеген көйләргә лә һәләтле. Унан әҙерләнгән препараттарҙы йөрәк шешенгәндә лә тәғәйенләйҙәр.  Бөрөнөң үт ҡыуыу үҙенсәлеге бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарын дауалағанда файҙалы. Шулай уҡ уны трахеит менән бронхитты дауалағанда ла ҡаҡырыҡты сығарыу һәм дезинфекциялау сараһы булараҡ ҡулланалар. 
Ҡайын бөрөһө төнәтмәһе отоларингологияла һәм стоматологияла   киң файҙаланыла. Стоматит, гингивит, пародонтоз, ангина, тонзиллит булғанда уның менән ауыҙҙы сай­ҡатырға йәиһә төнәтмәгә манылған марля салфеткалар менән япма  эшләргә мөмкин.
Халыҡ медицинаһында ҡайын бөрөһөн подагра, ревматизм, быуын ауырыуҙарын дауалағанда киң ҡулланалар. Улар шулай уҡ янған урындарҙы, экземаны, һытҡыларҙы дауалауҙа ла ярҙам итә. Төнәт­мәһенән әҙерләнгән компрестар  яраларҙы бөтәштерә. 

Сирень бөрөһө

Шәкәр диабетынан ныҡ ярҙам итә.  Уны күләгәлә киптерәләр һәм туҡыманан тегелгән моҡсайҙа һаҡлайҙар. Бер ҡалаҡ бөрөгә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ төнәткәндән һуң,  көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә.

  

Бөрөләр шифалы көскә эйә
Бөрөләр шифалы көскә эйә
Автор:
Читайте нас: