Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Өфө ҡыҙы халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаша

Рәсәй данын 22 йәшлек Ангелина Зиннәтуллина яҡлаясаҡ

Өфө ҡыҙы халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашаӨфө ҡыҙы халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаша
Өфө ҡыҙы халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаша

9 майҙа Вьетнамда "MISS FITNESS SUPERMODEL WORLD-2024" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы старт алды. Ун көн дауамында үтәсәк бәйгелә Рәсәй данын Өфө ҡыҙы Ангелина Зиннәтуллина яҡлаясаҡ.

Конкурс сиктәрендә ҡыҙҙар фотосессия үтә, жюри ағзалары менән аралаша, оҫталыҡ дәрестәренә, экскурсияларға йөрөй, шулай уҡ үҙе һәм тыуған иле тураһында һөйләйәсәктәр. Финал 19 майҙа, Хошимин ҡалаһында үтә.

Ангелина Өфө фән һәм технологиялар университетының юриспруденция факультетын тамамлаған. Дүрт йәштән бейеү менән шөғөлләнә, "Luna Models" моделдәр агентлығы (етәксеһе - Луиза Закирйәнова) тәрбиәләнеүсеһе.

Яҡташыбыҙға уңштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Өфө ҡыҙы халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаша
Өфө ҡыҙы халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаша
Автор:
Читайте нас