Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Оло йөрәкле уҡытыусы

Башланғыс кластар уҡытыусыһы Рита Гәрәй ҡыҙы Хәйруллина бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнай. 

Оло йөрәкле уҡытыусы
Оло йөрәкле уҡытыусы

“Һин хәтерләйһеңме тирә-яҡта сәскәләр һәм тауыштар диңгеҙе ине. Әсәйеңдең йылы ҡулдарынан уҡытыусы һине алды...”. Ҡулды ғына түгел,  үҙ уҡыусыһын бәләкәй генә, изге күңелле йөрәгеңне лә. Һәм дүрт йыл буйы ул уны тормош буйлап бик һаҡсыл алып бара, наҙлы әсәй кеүек ҡайғырта, йәш кешене фән һәм мәҙәниәт нигеҙҙәренә өйрәтә, унда үҙенең бөйөк иленең буласаҡ гражданинын тәрбиәләй. Дүрт йылдан һуң барыһы ла яңынан башланасаҡ. Йәнә таҙа биттән. Был – башланғыс класс уҡытыусыһының яҙмышына төшкән көмөшө. Уның яҙмышы һәм күңел ҡушыуы.

Бишбүләк ауылының 2-cе урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рита Гәрәй ҡыҙы Хәйруллина бар ғүмерен ошо һөнәргә арнаған. Бала саҡтан уҡ ул был изге һөнәрҙе һайлаған һәм бына инде ҡырҡ йылдан ашыу үҙенең миссияһын “бик яҡшы” биләдәһенә башҡара.

Мәктәптә  башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләү – ғәжәйеп, уникаль һәм маҡтаулы һөнәр. Башланғыс класс уҡытыусыһы барыһын да эшләй ала. Ул иң ижади кеше. ысын тылсым эйәһе. Рита Гәрәй ҡыҙы – бына шундай тылсым эйәһе.

Ул Айыт ауылында тыуған. 1974 йылда ауыл мәктәбен тамамлай. Рита Гәрәй ҡыҙы үҙенең остаздарын, мәктәп уҡытыусыларын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Улар барыһы ла үҙ һөнәрҙәренә тоғро белгестәр булған, тәрән, ныҡлы белем биргән. Уҡытыусы авторитеты шул ҡәҙәр юғары була, мәктәпте тамамлаған ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға керергә ҡарар итә, уны 1983 йылда уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын Айыт урта мәктәбендә биология уҡытыусһы булып башлай. Ә 1984 йылдан үҙ тормошон Бишбүләк  2-cе урта мәктәбе менән бәйләй. Баланы уҡырға, яҙырға, коллективта эшләү күнекмәләрен тәрбиәләргә, әхлаҡи башланғыс булдырырға, был ҡатмарлы донъяла матурлыҡты һәм яҡшылыҡты күрергә өйртеү – ошолар  инде Рита Гәрәй ҡыҙы көн һайын ижад иткән тылсым. Уның тәрбиәләнеүселәре уҡыу һәм тәрбиә эшснлегендә һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәләр күрһәткән.

Уның барлыҡ дәрестәрен асыҡ, тип һанарға була – улар шундай юғары профессиональ дәрәжәлә уҙа. Педагог үҙенең бәләкәстәре менән уртаҡ телде еңел таба, балаларҙың проблемаларын аңлай һәм һәр уҡыусыны бер тигеҙ ярата: тауышлана торғанын да, тыныс холоҡлоһон дә, тыңлаусанын да, тәртипһеҙен дә. Уның өсөн иң мөһиме – балаларға алған белемдәренән шатлыҡ  алыһын, мәктәпте тамамлағандан һуң, тормошта үҙ урындарын асыҡ аңлаһын өсөн баланың күңеленә һалынған иң яҡшы сифаттарын асыҡлау.

Рита Гәрәй ҡыҙы – юғары квалификациялы категориялы белгес, ысын һөнәрман, зирәк, талантлы педагог, үҙ эшенә бар күңеле менән бирелгән уҡытыусы. Уның методик “копилкаһы” ҡыҙыҡлы дәрестәр, кластан тыш саралар, тикшеренеү проекттары һәм төрлө презентациялар менән тулы.

Барыһына ла көс ҡайҙан килә, тигән һорауға ул һәр ваҡыт үҙ ғаиләһенең һәм коллективымдың ярҙамын тоям, тип яуап бирә. Иң мөһиме, 40 йыллыҡ педагогик эшсәнлегендә ул һайлаған һөнәре өсөн бер тапҡыр ҙа үкенмәгән.

Уҡытыусының бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәре бар. Рита Гәрәй ҡыҙы 2009 йылда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекттар сиктәрендә “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе ублды,  2013 йылда уға “РФ дөйөм белем биреүҙең Маҡтаулы хеҙмәткәре” билдәһе тапшырылды.

Хеҙмәттәш уҡытыусылары уның тураһында: “Ҙур хәрефтән Уҡытыусы—профессионал, үҙ эшенең оҫтаһы, ышаныслы дуҫ һәм иптәш”, тиҙәр. Ә эшләгән йылдарында күп булған сығарылыш класс уҡыусылары әле лә беренсе уҡытыусыларын яраталар, хөрмәт итәләр һәм уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.

Ризида НӘБИЕВА,

Бишбүләк 2-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыларының методик берләшмәһе етәксеһе.   

Оло йөрәкле уҡытыусы
Оло йөрәкле уҡытыусы
Автор:
Читайте нас: