Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Китап эшенә тоғролар

Район үҙәк китапханаһына - 110 йыл

Китап эшенә тоғролар
Китап эшенә тоғролар

Беҙҙең бәләкәй китап уҡыу йортонан 40 меңдән артыҡ китап фонды булған yзeк китапханаға ҡәҙәр данлы тарихи юл үтте. Йыл һайын китапханаға өс меңдән  артыҡ уҡыусы килә, йылына барлыҡ категория ҡулланыусылар өсөн биш йөҙгә яҡын дөйөм сара үткәрелә. Шуныһын да билдәләп үтeргә кәрәк, китапханаларҙа бөгөн ябай ҡағыҙ форматта ла, электрон форматта ла китап табырға мөмкин. Клавишаларға еңел генә ҡағылаһығыҙ, hәм һеҙҙең алдығыҙҙа китаптар, белем, мәғлүмәт дoнъяһы асыҡ. Хәҙер теләгән hәр кемгә Рәсәй китапханалары фондтарына, шул иҫәптән Президент китапханаһына ла ирекле hәм бушлай кереү мөмкинлеге бирелә, унда дәүләтебеҙҙең hәм уның төбәктәренең тулы тарихтары тураһында китаптар hәм документтарҙың цифрлаштырылған күсермәләре бар.
Беҙҙең китапхана сайтында электрон каталог эшләй — ул  китапхана фондтарында китап эҙләү өсөн уңайлы сервис. Хәҙер теләгән hәр кем өйөнән сыҡмайынса, китапханала үҙенә кәрәкле китап бармы икәнен үҙе белә ала. Популяр социаль майҙансыҡтарҙа үҙ аудиторияңды табыуҙы иң тиҙ ысулы — онлайн трансляциялар. Беҙ видео сараларҙы интернет аша  күп һанлы тамашасыларға реаль ваҡыт режимында трансляциялайбыҙ. Бөгөнгө көндә китапхана китаптарға hәм  мәғлүмәт эҙләү менән генә сикләмәй, ул кешенең интеллектуаль hәм мәҙәни үҫеше өсөн шарттар тыуҙыра, көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итeргә ярҙам итеүсе яңы белемдәр алыу өсөн шарттар тыуҙыра. Заманса интерьер, уңайлылыҡ hәм комфорт, китаптарҙы өйгә алып ҡайтыу, ваҡытлы баҫмалар менән танышыу мөмкинлеге, дуҫтана мөнәсәбәт, тәҡдим ителгән хеҙмeттәрҙең яnы спектры бында килеүселәрҙе йәлеп итә. Бында традицион рәүештә әҙәби кисәләр, клуб ултырыштары, китаптар презентациялары, китапхана семинарҙары, күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы кешелeр менән осрашыуҙар уҙа. Беҙҙә республиканың hәм Рәсәйҙең танылған яҙыусылары — Камил Йыhаншин, Марсель Сәлимов, Ирина Бакке, Дина Гаврилова, Василий Антонов, Рудольф Матвеевич Павлов, Илькелри hәм башҡалар ҡунаҡта булды.
Китапханала 25 йыл эшләгәндән һуң, мин китапхананың «уңышы сере» уның коллективында, уның лидерҙарында, йәғни унда эшләүсе е кешеләрҙә булыуына нығыраҡ инанам. Был йылдар эсендe китапханала бер нисә быуын белгестәр алмашынды, улар бер-береһенә уҡытыусылар, остаздар, яҡын кешеләр булып китте. Беҙ бөгөнгө уңышыбыҙ өсөн китапхана эше ветерандары Илзинә Сабит ҡыҙы Ғәлимуллинаға, Галина Исааковна Тимофееваға, Наталья Петровна Тарасоваға, Галина Ивановна Аввакумоваға, Алия Минеғәли ҡыҙы Фәйрушинаға, Люся Николаевна Исаеваға, Эмма Петровна Семеноваға, Минһылыу Минәхмәт ҡыҙы Әминеваға, Ирина Энгель ҡыҙы Әминеваға бурыслыбыҙ. Улар барыһы ла инициативалы, компетентлы, яуаплы хеҙмәткәрҙәр ине. Китапхана уҡыусылары hәм хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ ваҡыт райондың китапхана системаһын етәкләгән хеҙмәттәштәре, китапхана эше ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ласточкина Клавдия Константиновна тураһында яҡшы иҫтәлек һаҡлайҙар. Уның барлыҡ ғүмере китап менән, уҡыусылар араһында, халыҡҡа мәҙәни хеҙмәт күрһәтеүҙе яҡшыртыу буйынса икһеҙ-сикһеҙ эштәр менән үтте. Клавдия Константиновна хеҙмәттәштәре өсөн яҡшы үрнәк, изгелекле hәм зирeк остаз булды. Коллектив эшендә ҡасандыр урынлаштырылған яҡшы традицияларҙы йәш быуын хеҙмәткәрҙәре әле лә һаҡлай.

Бөгөн үҙк китапханада үҙ эштренә yзeк китапханала үҙ эштәренә тоғро булған иң лайыҡлы белгестәр эшләй. Надежда Галидиновна Николаева менән Ольга Анатольевна Епифанова 25 йылдан артыҡ эшләйҙәр hәм хеҙмәттәштәренең хөрмeтен яулағандар. Китапханалағы барлыҡ сара идеяларҙың генераторы булып дөйөм сектор мөдире Людмила Шафиҡ ҡыҙы Чернова тора, уның китапханала эш стажы 40 йылға яҡын. Yҙ бурыстарын методист Ирина Ильинична Хәйретдинова, сыуаш секторы мөдире Марина Алексеевна Яковлева намыҫ менән үтәй. Фондтың сифатлы тулыланыуы әҙәбитте эшкәртеү бүлеге мөдире Илина Илдар ҡыҙы Иҫәнғолова hәм китапханасы Айгөл Фәнзил ҡыҙы Ғәйзуллинаға бәйле. Беҙгә яңы  кадрҙар килеүенә бик шатбыҙ. Китапхананың хеҙмәт күрһәтеү бүлеге абонементында Алһыу Альберт ҡыҙы Заhидуллина менән Альбина Руслан ҡыҙы Рeфыйкова эшләй. Улар уҡыусыларға кәрәкле әҙәбиәтте һайлап ҡына ҡалмайынса,күргәҙмәләр һәм акциялар ҙа  ойошторалар. Библиографик эш өсөн Раиса Михайловна Яковлева яуап бирә. Уҙған йыл беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Анна Владимировна Ермолаева «Земский работник культуры» программаһының 1 млн. һамлыҡ грантына эйә булды. Әлеге программа йәш профессионалдарҙы ауыл ерлегендә эшләргә этәрә ала, сөнки бөгөн тап бына йәштәрҙе урындарында эшкә ҡалдырыу бик ауыр. Беҙҙең коллектив беренселрҙән булып барлыҡ ижтимағи инициативаларҙы хуплай, райондың төрлө акцияларында һәм сараларында актив ҡатнаша. Үҙенең социаль партнерҙары: тарихи-этнографик музей, мәғариф учреждениелары, мeҙәниәт учреждениелары, дөйөм мәғлүмәт саралары, ижтимағи ойошмалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, китапхана hәр кемгә файҙалы hәм ҡыҙыҡлы булырға тырыша; «китап һаҡлау урыны» булараҡ ҡына инерция буйынса ҡабул иткән кешенең мәҙәни үҙәкте үҙ күҙҙәре менән килеп күреүен телeр инем. Хөрмәтле китапхана хеҙмәте ветерандары, район китапхана хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, волонтерҙар, барлыҡ партнерҙарыбыҙ, барығыҙҙы ла әлеге иҫ киткес дата — райондың төп китапханаһының 110 йыллығы hәм Бөтә Рәсәй китапханалар көнө менән ҡотлайым! Һеҙҙең менән бергә беҙ районыбыҙҙы мәҙәниәтле heм уҡырға яратыусы район итә алабыҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, яңы ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, мауыҡтырғыс китаптар, изгелек hәм бәхет теләйем!

Елена ҒӘНИЕВА, Бишбүләк үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры

Китап эшенә тоғролар
Китап эшенә тоғролар
Автор:
Читайте нас: