Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Бөрйән бал ҡорто мажаралары

“Китап-байрам" II Халыҡ-ара китап ярминкәһе майҙансығында балалар яҙыусы Алла Кузьмина өр-яңы китабын тәҡдим итте.

Бөрйән бал ҡорто мажараларыБөрйән бал ҡорто мажаралары
Бөрйән бал ҡорто мажаралары

 Әлеге китап Санкт-Петербургтағы “Графо” нәшриәт лабораторияһы проекты — Рәсәй мәҙәниәтенең күп төрлөлөгө һәм байлығы тураһында китаптар циклынан.

– Бөгөн беҙ ҡунаҡсыл ҡалала  без кунакчыл шәһәрдә – Өфөлә булыуыбыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, – тип сәламләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте баҫманың баш мөхәррире Елена Оганова. –  Проекттың һәр китабы – Рәсәйҙең эре ҡалаларының береһендә барған ҡыҙыҡлы сюжетка ҡоролған мажара, уның аша ерле халыҡтың йәшәеше, иҫтәлекле урындары, тарихы һәм традициялары асыла. Бөгөнгө көндә Петербург һәм Мәскәү тураһында баҫмалар донъя күрҙе, ә Өфө серияның өсөнсө геройы булды. 

 Елена Оганова белдереүенсә, һәр китаптың авторы – әҫәрҙә һүҙ барасаҡ ҡалала йәшәүсе яҙыусы. Өфө тураһындағы әҫәрҙе яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ-эшҡыуарҙар ассоциацияһы башлығы Алла Кузьмина ижад иткән. Әлбиттә, тамашасыларҙы, бигерәк тә сараның бәләкәй ҡунаҡтарын әкияттең йөкмәткеһе ҡыҙыҡһындыра. Презентацияла автор “Уфимские каникулы, или, Как пчелка Зуля стала королевой” әкиятенең нисек барлыҡҡа килеү тарихы тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.

– Әкият Өфөнөң 450 йыллығына бағышланды, ул башҡаланың мөһим иҫтәлекле урындары, Башҡортостандың традицияләры, тарихы, мәҙәниәте тураһында, –тине Алла Кузьмина.

Был әкиәт бөрйән бал ҡорто Зуляның юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған тугандарын ҡоткарыу өсөн Өфөгә юллануы тураһында. Уға был эштә Яник исемле Тейенкәй, Тим исемле Сысҡан , бал корттары батшабикәһе Влада һәм өфөләр ярҙам  итә.

Алла Кузьмина әҫәрҙе яҙыр алдынан солоҡсолоҡ тураһында күп мәғлүмәт өйрәнгән, шулай уҡ әкияттең төп геройҙары үткән маршрут буйынса шәхсән йөрөп сыҡҡан. Мәҫәлән, әкиәттәге геройҙар Сергей Аксаковның йорт-музеенда, республиканың Дәүләт Йыйыылышы-Ҡоролтай бинаһында, Арт-квадратта, опера һәм балет театрында, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Михаил Нестеровтың сәнғәт музейында һәм башҡа күренекле урындарында була. Шул уҡ ваҡытта күп кенә персонаждарҙың прототиптары – республиканың танылған шәхестәре.

Нәшриәт вәкилләре һәм әкиәт авторы ҙур ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлыҡтарына, шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.

Фото:mgazeta.com

Бөрйән бал ҡорто мажаралары
Бөрйән бал ҡорто мажаралары
Автор:
Читайте нас