Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Көн торошо

Башҡортостанда 30 градус эҫе булыуы көтөлә

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Синоптиктар фаразынса, дүшәмбе, 3 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ +25, +30°.

Шишәмбе һәм шаршамбы, 4 һәм 5 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә +12, +17°, көндөҙ +23, +28°.

Бынан алдараҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәрткәйне.

https://www.bashinform.ru

Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас