Бында халыҡ һөнәрселәренең оҫта ҡулдары тыуҙырған гүзәллеккә ҡарап һоҡланып туйып булмай. Бында районыбыҙҙа йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең милли кейем, биҙәүестәренән бик матур күргәҙмә ойошторолғайны. Халыҡ кәсептәренә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә хәтһеҙ ине, талдан үрелгән тауыҡ оялары, кәрзиндәр, балсыҡ көршәктәр, шулай уҡ рәттәрҙә заманса материалдарҙан яһалған әйберҙәрҙе лә күрергә була ине. Район халҡы бындай күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусыларҙы танып тора тиерлек. Мәҫәлән, сәйләндән яһалған сумкалар, биҙәүестәр, бәйләнгән ҡурсаҡтар, ағас эше оҫталарының һоҡланғыс ижад емештәре, тимерҙән сүкеп яһалған эшләнмәләр, сигелгән район картаһы бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Район халҡы, ҡунаҡтар күңеленә хуш килгән әйберҙе һатып алды.
Алдан хәбәр ителеүенсә, конкурсҡа ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булған. Һаламдан яһалған фигуралар халыҡ фантазияһының ни тиклем бай булыуын күрһәтте. Төрлө мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡа ойошмалар тырышлығы менән булдырылған был майҙансыҡтан кеше өҙөлмәне. Ғаилә йылына бағышланған композициялар, халыҡ көнкүрешен сағылдырған нәмәләр араһынан иң яҡшыларын һайлау ҙа еңел булмағандыр.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары.