Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

16 мең селбәрә ебәрелде

Яңы урынға тиҙ яраҡлашһындар.

16 мең селбәрә ебәрелде
16 мең селбәрә ебәрелде

Һыу ресурстарына килтерелгән зыянды компенсациялау өсөн "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән 16 меңләп  уҡбалыҡ селбәрәләре Ағиҙел йылғаһына ебәрелгән. Был эштәр “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы башҡарылды, тип хәбәр итә төбәктең Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығы.

Селбәрәләрҙе Нефтекамала Ҡарман балыҡ хужалығында үҫтергәндәр. Береһенең уртаса ауырлығы - кәмендә өс грамм. Селбәрәләрҙе ебәреү процесы күп этаплы. Тәүҙә уларҙы балыҡ питомнигында яһалма һыу ятҡылығынан тотоп алалар, үлсәйҙәр, артабан махсус транспортта һыу ятҡылығының ярына сығаралар.

Бикре селбәрәһен дә Нефтекаманан килтереп, уңышлы рәүештә йылғаға ебәрҙеләр.

"Ағиҙел йылғаһында уҡбалыҡтар өсөн яҡшы аҙыҡ базаһы бар һәм уларҙың өйоәнеп китеүенә лә ышаныс ҙур", – тине министрлыҡтың хайуандар донъяһы объекттарын файҙаланыуҙы күҙәтеү һәм һаҡлау бүлегенең әйҙәүсе белгесе Рәмил Расаев.

“Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эшләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә йүнәтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

/bashgazet.ru

16 мең селбәрә ебәрелде
16 мең селбәрә ебәрелде
Автор:
Читайте нас: