Дим буйҙары
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда «Айыҡ водитель» акцияһы старт алды

Бөгөндән Башҡортостанда «Айыҡ водитель» акцияһы башланды, тип иҫкә төшөрҙө үҙенең телеграм-каналында республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

Башҡортостанда «Айыҡ водитель» акцияһы старт алды
Башҡортостанда «Айыҡ водитель» акцияһы старт алды

Оператив-иҫкәртеү акцияһы 13 июнгә тиклем бара. Төп маҡсат — эскән килеш транспортҡа ултырыуға бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү.

«Был көндәрҙә байрам ойошторолған һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа водителдәрҙең эскәнме, юҡмы икәнен тикшереү ойошторола, — тип билдәләне Владимир Севастьянов. — Водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам, сөнки бының эҙемтәләре бик аяныс булыуы ихтимал».

Водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына хәбәр итергә мөмкин: 8(347)279-32-92. Шулай уҡ телеграмда @GIBDDRB_02bot  эшләй, тип хәбәр иткәйне Башинформ.

Бынан тыш, Өфөлә электросамокат водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы тураһында хәбәрҙәр чат-боты ла бар, тип яҙҙы Башинформ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-11/v-bashkirii-startovala-aktsiya-trezvyy-voditel-3805919

Башҡортостанда «Айыҡ водитель» акцияһы старт алды
Башҡортостанда «Айыҡ водитель» акцияһы старт алды
Автор:
Читайте нас: