Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ һағында

Медицина хеҙмәткәрҙәе көнө алдынан Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Марат Фәнил улы Абдуллин менән әңгәмә

Һаулыҡ һағында
Һаулыҡ һағында

— Марат Фәнил улы, медицина учреждениеһы тураһында һөйләгеҙ әле. Беҙҙең дауаханала эш нисек ойошторолған?

 — Хәҙерге ваҡытта район халҡына дауалау-консультация ярҙам сменаһына 250 кешегә иҫәпләнгән поликлиникаһы булған 75 урынлы Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында, сменаһына 50 кешегә иҫәпләнгән поликлиника ҡаршыһындағы көндөҙгө стационарҙа; сменаһына 50 кешегә иҫәпләнгән Айыт врачлыҡ амбулаторияһында (дүрт койкалы көндөҙгө стационар), сменаһына 50 кешегә иҫәпләнгән Михайловка врачлыҡ амбулаторияһында, шулай уҡ сменаһына 50 кешегә иҫәпләнгән Михайловка врачлыҡ амбулаторияһында hәм дүрт карауатлы көндөҙгө стационарҙа ярҙам күрһәтелә. Районда 29 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында алты бүлексә бар: терапия, неврология, анестезиология hәм реанимация, хирургия, педиатрия, паллиатив медицина ярҙамы. Поликлиникала 23 белгеслек буйынса ҡабул итеү алып баралар.

Кадрҙар менән хәл нисек? Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының белгестәргә ихтыяжы ни ҡәҙәр ҙур?

— Бишбүләк районының һаулыҡ һаҡлау тармағында 282 хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 41 врач, бер провизор hәм 143 урта медицина хеҙмәткәре. Һәр һаулыҡ һаҡлау учреждениеһындағы кеүек үк, урта hәм юғары медицина белеме булған белгестәргә ихтыяж бар, әлбиттә. Хирург, реаниматолог hәм невролог кеүек тар белгестәр етмәй. 2023 йылдан 2024 йылға ҡәҙәр район дауаханаһына алты врач эшкә урынлашты: врач-педиатрҙар, врач-стоматолог-терапевт, врач-рентгенолог, балалар врач-стоматологы, табиб-акушер-гинеколог. 19 табип «Земский доктор» программаһында ҡатнаша.

— Матди-техник база тураһында нимә әйтеп була? Был өлкәлә ниндәй эш алып барыла?

— Һуңғы йылда ФГС аппараты, тәүлек буйы баҫым мониторингы өсөн аппарат hәм ЭКГ, физкабинет өсөн аппараттар, медицина инструменттарын стерилләштереү өсөн ике дистиллятор һатып алдыҡ. 2023 йылда һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау сиктәрендә Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы өс Lada Granta Cross, Chevrolet Niva автомобилдәре алды. Әлеге автомобилдәр ауырыуҙарҙы, врачтарҙы hәм анализдар йөрөтөү өсөн файҙаланыла. 2024 йылда медицина йыһаздары менән күсмә мобиль комплекс алдыҡ.

 — Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә хеҙмәттәштәрегеҙгә теләктәрегеҙ ниндәй? 

- Хеҙмәттәштәремде яҡынлашып килгән һөнәри байрам уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым. Һаулыҡ, сабырлыҡ, оптимизм, hөнәри бурыстарына яуаплылыҡ менән ҡарауҙарын һәм һайлаған һөнәрҙәренә ғорурлыҡ хисе һаҡлауҙарын теләйем. Һәм, әлбиттә, был ҡатмарлы ваҡытта — тыныс күк йөҙө теләйем.

Наилә СӘБӘХОВА әңгәмәләште.

Һаулыҡ һағында
Һаулыҡ һағында
Автор:
Читайте нас: